Әт-Тирмизи сүнәне

Жәми әт-Тирмизи (ғәр. جامع الترمذي‎), шулай уҡ Сүнән әт-Тирмизи булараҡ билдәле (ғәр. سُـنَن الترمذي‎; рус. Джами ат-Тирмизи) — сөнниҙәрҙең алты абруйлы хәҙистәр йыйынтығының береһе (Күтүб әс-ситтә).

ғәр. جامع الترمذي
Стоит ли доверять источнику не известно
Стоит ли доверять источнику не известно
Автор(ҙар) Имам әт-Тирмизи
Яҙыу ваҡыты IX быуат
Оригиналь теле ғәрәпсә
Һүрәтләндерә иртә ислам тарихы
Темаһы биография
Жанры тарихи хроника
Күләме 3962 хәҙис
Эстәлеге биография пророка Мухаммеда
Персонаждар Мөхәммәт Пәйғәмбәр, сәхәбәләр һ.б..
Тәүсығанаҡ замандаштарының телдән тапшырылған иҫтәлектәре
Төп нөсхә неизвестен
Текст произведения в Викитеке

IX быуаттың ислам дине белгесе Имам әт-Тирмизи йыйынтығы. Әбү Ғайса әт-Тирмизи уны һижри 250 йылдан 270 йылға тиклем йыйған һәм китапҡа туплаған. Әл-Кәттәни һүҙҙәре буйынса, әт-Тирмизи үҙенең китабын «әл-Жәми әл-кәбир» тип атай, әммә уны «Сүнән әт-Тирмизи» тип атаған кешеләр күп[1]. Сөнни дин белгестәре әт-Тирмизи сүнәнен хәҙистәрҙең алты төп йыйынтығы араһында бишенсе урынға ҡуя[2].

Йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Унда 3962 хәҙис бар, һәм ислам хоҡуғы принциптарына ярашлы илле бүлеккә бүленгән[3]. Хәҙистәр араһында ышаныслы (сәхих), яҡшы (хәсән) һәм көсһөҙ (зәғиф) хәҙистәр бар.

Китапты яҙғанда әт-Тирмизи башта бүлеккә исем бирә, ә һуңынан тәҡдим ителгән тема буйынса бер йәки ике хәҙисте килтерә. Артабан ул теге йәки был мәсьәлә буйынса хоҡуҡ белгестәренең — фаҡиһтарҙың фекерҙәрен белдерә. Китапта төп иғтибар юридик мәсьәләләргә йүнәлтелә. Һуңынан был хәҙистар хоҡуҡи һығымта (фәтүәләр) яһағанда ҡулланылған. Әт-Тирмизи сүнәне төрлө дини-хоҡуҡи мәктәптәр (мәҙһәбтәр) өсөн мөһим сығанаҡ булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Al-Risalah al-Mustatrafah, pg. 11.
  2. Haddad, G. F Various Issues About Hadiths. Архивировано 14 июнь 2013 года.
  3. Али-заде, А. А. [775 Тирмизи Мухаммад] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. [775 Тирмизи Мухаммад] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).