Сәхих Мөслим, Мөслим Сәхихе (ғәр. صحيح مسلم‎; рус. Сахих Муслима) — хәҙистәрҙең алты төп сөнни йыйынтығының береһе (Күтүб әс-Ситтә). Мөслимдең сәхихе Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәренең дөрөҫлөк буйынса, Сәхих әл-Бохариҙан ҡала, икенсе йыйынтыҡ тип иҫәпләнә. Китап Мөслим ибн әл-Хажаж тарафынан яҙылған.

ғәр. صحيح مسلم
Стоит ли доверять источнику не известно
Сәхих Мөслим
Hadith.png
Автор(ҙар) Мөслим ибн әл-Хажаж
Яҙыу ваҡыты VIII быуат
Оригиналь теле ғәрәпсә
Һүрәтләндерә исламдың иртә тарихы
Темаһы биография
Жанры тарихи хроника
Күләме 7190 хадиса
Эстәлеге Мөхәммәт пәйғәмбәртормошонан эпизодтар
Персонаждар Мөхәммәт пәйғәмбәр, сәхәбәләр, хаҡ хәлифәләр, Пәйғәмбәр ҡатындары һ.б..
Тәүсығанаҡ замандаштары телдән тапшырған
Иҫбатлана Ҡөрьән,Сәхих әл-Бохари
Төп нөсхә неизвестен
Текст произведения в Викитеке Wikisource-logo.svg

КүҙәтеүҮҙгәртергә

Мөслим ибн әл-Хажаж 817 йылда Нишапурҙа тыуған һәм 874 йылда шунда уҡ вафат булған. Ираҡ, Ғәрәп ярымутрауы, Сүриә һәм Мысыр буйлап сәйәхәте ваҡытында Мөслим 300 мең хәҙис йыйған, шуларҙың бәләкәй өлөшө генә дөрөҫлөк критерийҙарына яуап биргән. Мөслимдең сәхихе 43 китапҡа бүленгән, унда дөйөм алғанда 7190 хәҙис бар, шуларҙан 2200 хәҙис ҡабатланмай. 1400 самаһы дөрөҫ хәҙисе хәҙистәрҙең башҡа йыйынтыҡтарында ла бирелгән[1].

Сөнни мосолмандар Мөслимдең Сәхихен теүәллек буйынса Әл-Бохариҙан ҡала икенсе тип иҫәпләй[2]. Ғәҙәттә был ике йыйынтыҡты «Сәхихтәр» йәки «Сәхихейн» («ике дөрөҫ йыйынтыҡ») тип атайҙар.

ҮҙенсәлектәреҮҙгәртергә

Әмин Әҡсән Ислаһи Сәхих Мөслимдең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен билдәләгән[3]:

  1. Мөслим сәхәбәләр араһынан ышаныслы ике тапшырыусы хәбәр иткән, һуңынан ул ике бойондороҡһоҙ өҙлөкһөҙ сылбыр (иснәд) буйынса барған риүәйәттәрҙе генә яҙып ала.
  2. Тема һәм бүлектәрҙең урынлашыуы. Мөслим башта хәҙисте килтерә, уның янында бөтә версияларын ҡуя (риүәйәт).
  3. Хәҙистәрҙең риүәйәттәре башҡа хәҙистәр кеүек үк иснәд (тапшырыусылар сылбыры) менән бергә килтерелгән.

КомментарийҙарҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. The number of authentic hadiths (Arabic) 2018 йылдың 21 май көнөндә архивланған., Muhammad Amin, retrieved May 22, 2006
  2. Various Issues About Hadiths (недоступная ссылка). Дата обращения: 12 февраль 2013. Архивировано 16 октябрь 2012 года.
  3. Mabadi Tadabbur-i-Hadith, Amin Ahsan Islahi, 1989

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Мөслим Сәхих. Имам Мөслим хәҙистәренең ышаныслы йыйынтығы xadis.wordpress.com