Сәхих әл-Бохари
«Сәхих әл-Бохари», әл-Бохари Сәхихе (ғәр. صحيح البخاري) — сөнниҙәрҙең алты төп хәҙистәр йыйынтығының береһе (Күтүб әс-ситтә). Хәҙистәр урта быуат ислам дине белгесе Мөхәммәт әл-Бохари тарафынан, ике быуат дауамында был хәҙистәр телдән-телгә тапшырылып килгәндән һуң, йыйылған. Сөнниҙәр өсөн "Сәхих әл-Бохари " хәҙистәрҙең иң ышаныслы өс йыйынтығының береһе булып тора[1]. Ҡайһы бер дин белгестәре «Сахих әл-Бохари» ҙы Ҡөрьәндән ҡала иң ышаныслы ислам китабы тип иҫәпләй[2]. Ғәрәп һүҙе сахих ул хаҡ, дөрөҫ тип тәржемә ителә[3].
Сәхих әл-Бохари | |
Нигеҙләү датаһы | IX быуат |
---|---|
Атамаһы | صحيح البخاري |
Производная работа | al-Tajrīd al-ṣarīḥ li-aḥādīth al-Jāmiʻ al-ṣaḥīḥ[d] |
Төп тема | Хәҙистәр |
Баҫма йәки тәржемә | Sahih Al-Bukhari: The Early Years of Islam[d], Q115544772?, Ṣaḥīḥ al-Bukhārī (Dār Ibn Kathīr, 2002)[d], Q124370879? һәм Ṣaḥīḥ al-Bukhārī[d] |
Автор | Мөхәммәт әл-Бохари |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
Сәхих әл-Бохари Викимилектә |
2021 йылдың декабрендә Татарстандың Лайыш суды «Сәхих әл-Бохари»ҙы экстремистик баҫма тип таный, ә 2022 йылдың 5 июлендә Татарстандың Юғары Суды тәҡдим ителгән ҡарарҙы раҫлай һәм 29 августа ошо нигеҙҙә РФ Юстиция Министрлығы «Сахих әл-Бохари» йыйынтығын экстремистик материалдар исемлегенә индерә[4] .
Атамаһы
үҙгәртергәИбн әс-Сәләх хәбәренә ярашлы «Сәхих әл-Бохари»ның дөрөҫ атамаһы шулай: «Әл-жәмиғ әл-мүснәд әс-сәхих әл-мөхтәсәр мин үмүр рәсүли-Ллах үә сүнәни-һи үә ғәйәми-ҙи»[5]. Ибн Һажәр әл-Әсҡәләни шул уҡ исемде телгә ала, бары «үмүр» һүҙен «хәҙис» менән алмаштыра[6].
Хәҙистәр һаны
үҙгәртергәИбн әс-Сәләх «Сәхих әл-Бохари»ҙа, ҡабатланғандарын да индереп, 7275 хәҙис бар, ҡабатланғандарын иҫәпкә алмағанда — 4000 хәҙис тип әйткән[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Mabadi Tadabbur-i-Hadith, Amin Ahsan Islahi
- ↑ 2,0 2,1 Muqaddimah Ibn al-Salah, pg. 160-9 Dar al-Ma’aarif edition
- ↑ Meaning of sahih (недоступная ссылка — история). Islamic-Dictionary.com. Дата обращения: 13 май 2010. Архивировано 14 февраль 2013 года.
- ↑ «Сахих аль-Бухари» внесен в список экстремистских книг . www.kommersant.ru (30 август 2022). Дата обращения: 31 август 2022.
- ↑ «Сахих аль-Бухари» 2016 йыл 13 октябрь архивланған. // Энциклопедия хадисов
- ↑ Hadyi al-Sari, pg. 10.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |