Әбү Дауыт Сөләймән ибн әл-Әшғәс әс-Сиджистани (ғәр. أبو داود السجستاني‎; Әбү Дауыт булараҡ билдәле; Систан — 888, Бәсра) — танылған мөхәддис, «Әбү Дауыт Сүнәне» хәҙистәр йыйынтығы авторы.

Әбү Дауыт
ғәр. أبو داود
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Сөләймән ибн әл-Әшғәс әс-Сиджистани

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Мөхәддис, Фаҡиһ

Тыуған көнө:

817[1]

Тыуған ере:

Систан[d], Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Үлем көнө:

888[1]

Үлгән ере:

Бәсра, Ираҡ, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Ил:

 Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

әл-Әшғәс әл-Ғәзди

Балалары:

Ибн Абу Дауд[d]

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Хәҙис ғилеме һәм Фиҡһ

Остаздары:

Әхмәт ибн Хәнбәл, Ар-Рияши[d], Абу Зура ад-Димашки[d] һәм Абу Мухаммад Абдуллах ад-Дарими[d]

Шәкерттәре:

Имам әт-Тирмизи һәм Ән-Нәсәйи

Хеҙмәттәре:

Әбү Дауыт cүнәне һәм аль-Марасиль[d]

 Әбү Дауыт Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Дауыт һижри 202 йылда Ирандың көньяҡ-көнсығышында, Афғанстандың көньяҡ-көнбайышындағы Систан ҡалаһында тыуған[2].

Бәсрала йәшәгән һәм хәҙистәр йыйыу өсөн Хөрәсән, Ираҡ, Мысыр, Сирия, Хижәз һәм Хәлифәлектең башҡа урындары ла булып сыҡҡан. Беренсе сәйәхәтен ҡылғанда уға егерме йәш тә тулмаған була[3]. Хәҙистәрҙе 300-ҙән ашыу мөхәддистән өйрәнә, улар араһында Әбү Сәләмә, Әхмәт ибн Хәнбәл, Ибн Әбү Шәйбә , Яхъя ибн Мәғин[3] кеүек билдәле мөхәддистәр һәм башҡалар була[2].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Әбү Дауыт 21-гә яҡын китап авторы булып тора, уларҙың иң билдәлеләре:

  • Әбү Дауыт Сүнәне — йыйынтыҡта 4800-гә яҡын хәҙис бар.
  • Китаб әл-Мәрасил — 600 хәҙис-мөрсәл ингән хәҙис йыйынтығы.
  • Рисәләт Әбү Дауд илә әһли Мәккә — Мәккә халҡына үҙенең "Сүнән"е тасуирламаһы менән яҙылған хат.

Әбү Дауыт Сүнәне

үҙгәртергә

Әбү Дауд Сүнәне сөнни ғөләмәләр таныған алты хәҙис йыйынтығынан һуң өсөнсө урынды биләй. Йыш ҡына Сүнәндә Әл-Бохари һәм Мөслим ибн әл-Хажаж йыйынтыҡтарында булмаған хәҙистәрҙе осратырға мөмкин. Күп ғалимдар Әбү Дауыттың хеҙмәтен юғары баһалай, сөнки ул хәҙистәрҙе бик ентекле һайлап ала һәм йыйынтығына үҙе тикшергән 500 000 хәҙистән 4800-өн индерә[2]. Күп хәҙистәр ышаныслы дәрәжәһенә етә[3].

"Сүнән"дең бер нисә исемлеге бар, уларҙың текстарында бер аҙ айырмалар осрай[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. [27 Абу Давуд] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Abū Dāʾūd al-Sid̲j̲istānī / Robson, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Һылтанмалар

үҙгәртергә