Тәлғәт (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Тәлғәт — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
үҙгәртергәТәлғәт исеме башҡорт теленә ғәрәптәрҙән ингән. Күркәмлек, һөйкөмлөлөк, яғымлылыҡ, матурлыҡ тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәТажетдинов Тәлғәт Сафа улы Тәлғәт Тажетдин (татар. Тәлгать Таҗетдин; 12 октябрь 1948 йыл) — Рәсәй һәм совет дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө.
Рахманов Тәлғәт Лотфулла улы (15 июнь 1920 йыл — 24 август 2010 йыл) — СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1962—1987 йылдарҙа КПСС-тың Илеш районы комитетының беренсе секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (31 июль 1942 йыл) — журналист һәм дәүләт эшмәкәре. 1990—1996 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы (6 май 1959 йыл) — башҡорт журналисы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2007).
Үмәрғәлин Тәлғәт Ғәле улы (24 ғинуар 1948 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991).
Әмиров Тәлғәт Сәбиғйәр улы (27 ноябрь 1920 йыл — 16 март 1993 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1940 йылдан ВКП (б) ағзаһы. 1969—1981 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитете рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.
Шәрипов Тәлғәт Муса улы (1 ғинуар 1928 йыл — 21 март 2013 йыл) — үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978).
Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (13 июль 1925 йыл — 2017 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-нефтсе, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, 1972 йылдан Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. 1982—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1-се (1945) һәм ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улы (рус. Абулкарамов Талгат Абулкарамович) (13 август 1915 йыл — 3 май 1991 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се гвардия кавалерия полкы 2-се эскадроны пулемётсыһы. Кесе сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Хурамшин Тәлғәт Закир улы (1 май 1932 йыл — 3 март 2019 йыл) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, РСФСР Юғары Советының 10-сы саҡырылыш депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976, 1985)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |