Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны пулемётсыһы. Кесе сержант

Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улы (рус. Абулкарамов Талгат Абулкарамович) (13 август 1915 йыл — 3 май 1991 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се гвардия кавалерия полкы 2-се эскадроны пулемётсыһы. Кесе сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 13 август 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Упҡанкүл, Яубүләк ауыл Советы, Асҡын районы, СССР
Вафат булған көнө 3 май 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш)
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Берлинды алған өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәлғәт Абулкарам улы Абулкарамов 1915 йылдың 13 авгусында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы) Упҡанкүл ауылында тыуған.

1941 йылда Асҡын районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында пулемётсы була.

Дивизияның Көньяҡ-Көнбайыш фронты составындағы һөжүмендә немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы өсөн

  Абулкарамов Тәлғәт пулемёт уты менән дошмандың взводҡа яҡын һалдатын юҡ итте. 15.12.1942, 280-се бойороҡ[2].  

кесе сержант Тәлғәт Абулкарам улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Наградалары

үҙгәртергә

Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Асҡын районы Упҡанкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 4305.
  • ЦАМО. Картотека награждений, шкаф 1, ящик 14.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә