Өсөнсө рейх

1933 йылдың 24 мартынан 1945 йылдың 23 майына тиклемге осорҙа Германия империяһының рәсми булмаған исеме
(Третий рейх битенән йүнәлтелде)

Өсөнсө рейх (нем. Drittes Reich, Өсөнсө империя, Өсөнсө держава; рус. Тре́тий рейх, Третья империя, Третья держава) — 1933 йылдың 24 мартынан 1945 йылдың 23 майына тиклемге осорҙа Германия империяһының рәсми булмаған исеме[7][8].

Германия империяһы
Бөйөк Германия империяһы
нем. Deutsches Reich (1933—1943)
нем. Großdeutsches Reich (1943—1945)
Өсөнсө рейх Флагы Өсөнсө рейх Гербы
Өсөнсө рейх Флагы Өсөнсө рейх Гербы

Девиз: «нем. Ein Volk, ein Reich, ein Führer
(«Бер халыҡ, бер империя, бер башлыҡ»)»

Гимн: Песнь немцев[d] һәм Песня Хорста Весселя[d]

     Германия[1]      Рейхскомиссариаттар      Хәрби администрациялар

     Германия[1]      Рейхскомиссариаттар

     Хәрби администрациялар
1933 йылдың 24 марты — 1945 йылдың 23 майы
Баш ҡала

Берлин

Эре ҡалалары

Берлин, Вена, Һамбург, Мюнхен

Телдәр

нимес теле

Дин

донъяуи дәүләт[2]

Аҡса берәмеге

рейхсмарка

Майҙаны

633.786 км² (1938 й.)
696.265 км² (1941 й.)

Халҡы

90 млн. (1941 йылға Ер халҡының 4 проценты)

Идара итеү формаһы

де-юре: президент-парламент республикаһы[3] де-факто: автократия[4][5]

Гимн

«Немецтар йыры»

Дәүләт башлыҡтары
Фюрер
 • 1934—1945

Адольф Һитлер

Рейхспрезидент
 • 1925—1934

Пауль фон Һинденбург

 • 1945

Карл Дёниц

Рейхсканцлер
 • 1933—1945

Адольф Һитлер

 • 1945

Йозеф Һеббельс

 • 1945

Иоганн фон Крозиг

Предшественники и преемники
Элек булған һәм баҫып алынған дәүләттәр[6] Преемники
 Өсөнсө рейх Викимилектә

Немец дәүләтенең 1871 йылдың 18 ғинуарынан 1943 йылдың 26 июненә тиклемге рәсми атамаһы — Германия империяһы (Deutsches Reich), ә 1943 йылдың 26 июненән 1945 йылдың 23 майына тиклем — Бөйөк Германия империяһы (Großdeutsches Reich). Немец телендә бер власҡа буйһонған ерҙәрҙе аңлатҡан «рейх» һүҙе ғәҙәттә «империя» тип, ә ҡайһы саҡта, текстағы мәғәнәнән сығып, батшалыҡ («царство») йәки «держава» тип тә тәржемә ителә. Әҙәбиәттә һәм тарихнамәлә йыш ҡына националь-социалистик Германия һәм фашист Германияһы (фашистик Германия) тигән һүҙ бәйләнештәр ҙә ҡулланыла.

Германия был осорҙа бер партиялы система һәм милли социализм идеологияһы өҫтөнлөк иткән тоталитар[9] дәүләт була. Йәмғиәттең бөтә яҡтары ла контролдә тотола.

Өсөнсө рейх Милли-социалистик немец эшселәр партияһын етәкләгән һәм үҙенең 1945 йылдың 30 апрелендәге үлеменә ҡәҙәр алмашһыҙ дәүләт башлығы булған (рәсми титулы — «фюрер һәм рейхсканцлер») Адольф Гитлерҙың власы менән туранан-тура бәйле.

Үҙенең аяуһыҙлығы йәһәтенән Гитлер режимы бөтә тоталитар режимдарҙы, шул иҫәптән Португалиялағы Антониу ди Оливейр Салазарҙың һәм Испаниялағы Франциско Франконың уң диктатураларын да, СССР-ҙағы Сталиндың һул диктатор режимын да уҙып китә.

1938 йылдан Өсөнсө рейхтың тышҡы сәйәсәте территориаль-сәйәси экспанцияға ынтылыш менән билдәләнә: 1938 йылдың мартында Беренсе Австрия Республикаһы баҫып алына[10], 1938 йылдың сентябре — 1939 йылдың мартында Германия Чехияны һәм Клайпеда крайын үҙенә ҡуша[11], вермахтың 1939 йылғы Польшаға хәрби кампанияһы нәтижәһендә Ирекле Данциг ҡалаһы һәм Польша биләмәләренең бер өлөшө Германияға ҡушылдырыла[12], 1941 йылда Люксембург Германия тарафынан көсләп үҙенә ҡушылдырыуға (аннексия)ға дусар ителә. Төрлө сит биләмәләрҙе көсләп берләштереү аҙаҡтан да дауам итә.

Икенсе донъя һуғышының тәүге йылдары Германия өсөн үтә уңышлы була. 1942 йылға ул континенталь Европаның күп өлөшөндә (Испания, Португалия, Швейцария һәм Швециянан башҡа) контроль урынлаштыра: биләмәләрҙең бер өлөшө баҫып алынған булһа, ҡайһылары де-факто бойондороҡло дәүләт берәмектәренә әйләнә (мәҫәлән, быға тиклем үҙ аллы булған Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте). Хатта Германияның союздаштары һаналған Болгария менән Финляндия ла бары тик өлөшләтә генә үҙ аллы сәйәсәт алып бара[13]. Әммә 1943 йылда һуғыш барышында Гитлерға ҡаршы коалиция файҙаһына һынылыш була, ә 1945 йылдың ғинуарынан хәрби хәрәкәттәр Германияның һуғышҡа тиклемге биләмәләренә күсә. 1945 йылдың 23 майында союзниктар тарафынан рейхспрезидент Карл Дёниц етәкләгән Фленсбург хөкүмәте таратылғандан һуң Өсөнсө рейх йәшәүҙән тулыһынса туҡтай.

Килеп сығышы

үҙгәртергә
 
СССР-ҙа 1940 йылда сығарылған Донъя атласында нацистик Германия картаһы. Өсөнсө рейх (Генерал-губернаторство) «Германияның дәүләт мәнфәғәттәре өлкәһе» («Область государственных интересов Германии») тип билдәләнгән.

Немец телендәге «рейх» һүҙен (нем. Das Reich) «дәүләт» йәки «империя» (урыҫса «государство» йәки «империя») тип тәржемә итеп була, әммә мәғәнә яғынан ул «держава» атамаһына күпкә яҡыныраҡ. немецсә ул шулай уҡ мистик ерлектә «батшалыҡ» (урыҫса «царство») аңлатмаһын да бирә: «Dein Reich komme» — «Pater noster» (рус. Да придет Царствие Твое)[14]. Тәү башта германдар (алмандар) тарафынан был атама Рим Империяһына бирелгән булһа, аҙаҡтан ул "Герман милләтенең Изге Рим империяһы"на (урыҫса «Священная Римская Империя германской нации]]» тағыла. Артабан «рейх» һүҙе немец ерҙәрен берләштергән дөйөм герман дәүләте атамаһы булараҡ ҡулланыла башлай ҙа инде (нәҡ шул сәбәптән Веймар Республикаһы ла рәсми рәүештә «Рейх» тип исемләнә. Ҡасандыр бары тик мистик юҫыҡта ғына ҡулланылған «Өсөнсө рейх» («Третье царство») һүҙ бәйләнешенә сәйәсәтсәйәси мәғәнәне тәүге тапҡыр милләтселек ҡараштарында торған немец яҙыусыһы һәм тәржемәсеһе Артур Мёллер ван ден Брук һала: 1923 йылда нәшер ителгән китабын ул шулай атай. Уның раҫлауҙарынса, 962—1806 йылдарҙа йәшәгән «Герман милләтенең Изге Рим империяһы» — Беренсе рейх, ә 1871 йылда иғлан ителеп, 1918 йылда ҡолатылған Германия империяһы — Икенсе рейх була. Мёллер ван ден Брук фекеренсә, Өсөнсө рейх — идеаль пангерман дәүләте, һәм ул көсһөҙ Веймар республикаһына алмашҡа килергә тейеш. Һитлер нәҡ ошо идеяны үҙенә ҡулланыуға ала ла инде. Уның авторы, әлбиттә Һитлер хаҡында әллә ни юғары ҡараш-фекерҙә булмай һәм 1925 йылда үҙ-үҙенә ҡул һала[15].

1929—1930 йылдарҙағы донъя иҡтисади кризисы Веймар республикаһы аҙағының башы була. 1932 йәйенә үк эшһеҙҙәр һаны 6 миллионға етә. Илдәге сәйәси хәл-торош киҫкен радикаллаша. Германия Коммунистар партияһы яҡлылар һаны үҫә — 1932 йылғы һайлауҙарҙа компартия үҙ тарихында тәүге тапҡыр иң ҙур һөҙөмтәгә (1919 й. — 1933 й.) — 16,9 % тауыш — өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта компартияның роле күтәрелеү эре капиталдың мәнфәғәттәренә ҡаршы килә. Әммә Национал-социалистик немец эшселәр партияһының да популярлығы арта. 1932 йылдың июлендә национал-социалистар күберәк — 37 % тауыш йыя. Ләкин хөкүмәт төҙөү өсөн был да етмәй. Шуның өсөн 1932 йылдың ноябренә яңы һайлауҙар тәғәйенләнә, һәм унда НСДАП тағы ла кәмерәк — 34 % тауыш ала. 1932 йыл дауамында президент Пауль фон һинденбург Һитлерға бер нисә тапҡыр хөкүмәт составына инеүҙе, шул иҫәптән вице-канцлер посын тәҡдим итә. Ләкин ул фәҡәт рейхсканцлер вазифаһына ғына ризалаша, шулай уҡ бер НСДАП ағзаһына эске эштәр рейхсминистры һәм үҙенә хөкүмәт башлығы булараҡ ғәҙәттән тыш вәкәләттәр талап итә. Фәҡәт 1933 йылдың ғинуар аҙағында ғына Һинденбург Һитлерҙың шарттарына ризалаша.

1933 йылдың 30 ғинуарында Адольф Һитлер рейхсканцлер була.

Федератив ҡоролошто юҡҡа сығарыу

үҙгәртергә

Веймар конституцияһы Германияла федератив ҡоролош урынлаштырған, ил территорияһы үҙҙәренең конституциялары һәм власть органдары булған ике өлкәгә (ергә) бүленгән. 1933 йылдың 7 апрелендә үк «Ерҙәрҙе рейх менән унификациялау» (нем. Zweites Gesetz zur Gleichschaltung der Länder mit dem Reich) тигән Икенсе закон ҡабул ителгән, уның буйынса Германия ерҙәрендә империя наместниктары" — (рейхсштатгальтер, Reichsstatthalter) институты индерелгән. Наместниктарҙың бурысы булып, ғәҙәттән тыш вәкәләттәр (шуның иҫәбендә ландтагты, министр-президент етәкләгән ер хөкүмәтен таратыу һәм формалаштырыу хоҡуғы ла) биреп, урындағы власть органдарында етәкселек итеү торған. 1934 йылдың 30 ғинуарында ҡабул итегән «Рейхтың яңынан ҡоролошо тураһында» Законы буйынса (Gesetz über den Neuaufbau des Reichs) ерҙәрҙең суверенитеты юҡҡа сығарылған, бөтөн ерҙәрҙә лә ландтагтар таратылған. Германия унитар дәүләткә әйләнгән. 1935 йылдың ғинуарында империя наместниктары илдең ерҙәрендә хөкүмәттең даими вәкилдәре булып торған. 1937 йылдың 1 апрелендә Любек ирекле ҡала статусын юғалтҡан һәм Шлезвиг-Гольштейн составына индерелгән.

Рейхсраттар (герман парламентының юғары палатаһы, Веймар конституцияһы буйынса ерҙәрҙең вәкилдәр органы) тәүҙәрәк тулыһынса тиерлек вәкәләтһеҙ тороп ҡалған, 1934 йылдың февралендә юҡҡа сыҡҡан«. Ошо уҡ йылда крейстагтар һәм гемайндераттар юҡҡа сығарылған.

Германия коммунистар партияһын һәм Германия социал-демократик партияһын тыйыу

үҙгәртергә

1933 йылдың февралендә компартия тыйылған (1933 йылдың 27 февлалендә рейхстагты яндырыуҙа коммунистарҙы ғәйепләгәндәр), ә уның активистарына ҡаршы репрессиялар башланған. 1933 йылдың 3 мартында ГКП председателе Эрнст Тельман ҡулға алынған. 300 мең ГКП ағзаһының (1933 йыл башына) яртыһы тиерлеге эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән, зиндандарға һәм концлагерҙарға ябылған, унар меңләгәне үлтерелгән.

Коммунистар социал-демократтар менән подпольела эшләгәндә, антинацистик Ҡаршы тороу хәрәкәте» сиктәрендә нацистик хөкүмәткә көрәш алып барғандар. 1943 йылдың июлендә Германия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты инициативаһы буйынса СССР территорияһында «Азат Германия» милли комитеты барлыҡҡа килгән.

1933 йылдың 1 февралендә Веймар республикаһы рейхстагы таратылған. 1933 йылдың 4 февралендә ҡабул ителгән «Немец халҡын яҡлау тураһында» рейхспрезидент Декреты оппозицион гәзиттәрҙе һәм күмәк халыҡ алдында асыҡ сығыштарҙы тыйыуға нигеҙ булып торған. Сәбәп сифатында 27 февралдә Рейхстагты яндырыуҙы файҙаланып, Һитлер күмәк халыҡты ҡулға алыуҙы ойошторған. Төрмәләрҙә урын етмәгәнлектән, концентрацион лагерҙар ойошторолған. Яңынан һайлауҙар тәғәйенләнгән.

1933 йылдың 5 мартында рейхстагҡа һайлауҙарҙа НСДАП еңеү яулаған. Коммунистар өсөн бирелгән тауыштар ғәмәлдән сығарылған. Яңы рейхстаг үҙенең 23 марттағы беренсе ултырышында үткән число менән Һитлерҙың ғәҙәттән тыш вәкәләттәрен хуплаған.

Нацификация

үҙгәртергә

Интеллигенцияның бер өлөшө сит илдәргә ҡасҡан. 1933 йылдың 14 июлендә ҡабул ителгән закон буйынса[16] нацист партияһынан тыш, ҡалған бөтөн партиялар тыйылған. Әммә, уң партиялар активистары ҡулға алыныу түгел, хатта НСДАП составына ингәндәр. Профсоюздар таратылған һәм тыйылған. Улар урынына Һитлерҙың бер көрәштәше рейхсляйтер Роберт Лей башында торған Герман хеҙмәт фронты барлыҡҡа килгән. Забастовкалар тыйылған.

1934 йылдың июнь аҙағында Һитлер социалистик рухлы «икенсе революция» һәм «халыҡ армияһы» төҙөүҙе талап иткән башында штаб начальнигы Эрнст Рём торған СА Штурм отрядтарының юғары етәкселеген юҡҡа сығарған. Һитлер СА етәкселеген тыуған илгә хыянатта ғәйепләгән һәм уларҙы дәүләт дошманы тип иғлан иткән. «Оҙон бысаҡтар төнө» тип аталған ошо ваҡиғаларҙа СА-ға һәм уның етәкселегенә бер мөнәсәбәте лә булмаған нацистарға ярамаған бик күп кешеләр юҡ ителгән. Шулай итеп элекке рейхсканцлер Курт фон Шлейхер һәм Һитлерҙың партия буйынса элекке урынбаҫары Грегор Штрассер үлтерелгән.

Бөйөк депрессия тамамланғанлыҡтан, барлыҡ оппозицияны һәм критиканы юҡҡа сығарғанлыҡтан, эшһеҙлекте бөтөргәнлектән, милли тойғоларҙа уйнаусы пропаганда арҡаһында, ә һуңғараҡ — территориялар яулағанлыҡтан, Һитлер үҙенең популярлығын арттырған. Бынан тыш, ул иҡтисадта ҙур уңыштарға өлгәшкән. Айырым алғанда, Һитлер осоронда Германия ҡорос һәм алюминий етештереү буйынса донъяла беренсе урынға сыҡҡан.

1936 йылда Германия һәм Япон империяһы араһында Антикоминтерн пакты төҙөлгән. 1937 йылда уға Италия, 1939 йылда — Венгрия һәм Испания ҡушылған.

1938 йылдың 9 ноябрендә «Гәлсәр төн» тигән атама менән билдәле Йәһүдтәрҙе ҡырыу ойошторолған. Был ваҡыттан бирле йәһүдтәрҙе күпләп әсир итеү һәм юҡ итеү башланған[17].

1938 йылда рейх составына Австрия (ҡара: Аншлюс), 1938 йылдың октябендә — Судет, ә 1939 йылдың мартында — Чехословакия (ҡара: 1938 йылғы Мюнхен килешеүе) ингән.

1939 йылда Германия һәм Советтар Союзы араһында бер-береһенә һөжүм итмәү тураһында килешеү совет-герман һәм Дуҫлыҡ һәм сиктәр буйынса герман-совет килешеүе төҙөлгән. Молотов — Риббентроп Пакты йоғонтоһо йылдарындағы Совет-герман сәйәси мөнәсәбәттәре шулай уҡ 1939 йылғы Герман-совет сауҙа һәм хәрби-техник сферала килешеүе менән үҫтерелгән.

1940 йылдың сентябрендә Германия Япония һәм Италия менән 1940 йылда килешеп төҙөгән Берлин пактына, «Үҙәк» илдәре һәм уларҙың союздаш ағзалары сифатында, яңы илдәр һәм марионетка дәүләттәре ҡушылған. 1940 йылдың ноябрендә Германия Советтар Союзына «Үҙәк» державалар араһына инергә тәҡдим яһаған. Совет хөкүмәте, СССР мәнфәғәттәре сфераһына Румыния, Болгария һәм Төркиәне индереү шарты менән, ризалыҡ биргән[18], әммә бындай талаптар германдар яғынан кире ҡағылған.

Һуғышҡа саҡлы һәм һуғыш ваҡытында Өсөнсө рейх иҡтисады

үҙгәртергә

Идара итеүҙең тәүге йылдарында нацистарҙың уңышы Адольф Һитлерҙың тышҡы сәйәсәттәге ҡаҙанышына, артыҡ ҡан ҡоймай яулап алыуҙарына ғына түгел, Германияның иҡтисади яңынан үҫешенә, таянған. Партия әйләнәһендә лә һәм ҡайһы бер сит ил иҡтисадсылары яғынан да был уңыштар мөғжизә кеүек баһаланған. Эшһеҙлек, һуғыштан һуңғы Германияны ҡәһәрләү 1932 йылдағы 6 миллион кешенән дүрт йыл үтеүгә тулы булмаған миллионға саҡлы аҙайған. 1932 йылдан 1937 йылға саҡлы сәнәғәт етештереүе 102 %-ҡа үҫкән, табыш ике тапҡырға артҡан. Сәнәғәт һаман шәберәк үҫешкән. Нацистар идара итеүҙең тәүге йылы дауамында иҡтисади сәйәсәтте билдәләүҙә Ялмар Шахт мөһим роль уйнаған (Адольф Һитлер ғәмәлдә бөтөнләй ҡыҫылмаған), ул бөтөн йәмәғәт эштәре фронтын киҫкен арттырыу һәм хосуси эшҡыуарлыҡты ҡыҙыҡһындырыу юлы менән эшһеҙҙәрҙе эшле иткән. Эшһеҙҙәргә махсус вексель ярҙамында дәүләт кредиты бирелгән. Компанияларҙың һалымдар шаҡтай кәмегәнлектән, уларҙың капитал һалыуҙарҙары киңәйгән һәм мәшғүллектең стабиль үҫеше тәьмин ителгән.

Германияның яңынан үҫешенең ысын нигеҙе булып, 1934 йылдан нацист режимының, эшҡыуарҙар һәм эшселәрҙең тырышлығын хәрбиҙәрҙең көсөргәнешенә тура килтереп, өр-яңынан ҡоралландырылыуы торған. Нацистар «хәрби иҡтисад» тип атаған Германия иҡтисады маҡсатлы рәүештә һуғыш ваҡытында ла һәм тыныс тормошта ла һуғышҡа йүнәлтелеп ҡоролған булған. Ялмар Шахттың финанс эштәрен ҡора белеү оҫталығы Германияны һуғышҡа әҙерләүҙе аҡсалата тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Банкноталар баҫтырыу уның хәйләһенең бер төрө генә булған. Шахт валюта менән шундай махинациялар бороп ебәргән, сит ил иҡтисадсылары иҫәпләп сығарғанса, немец маркаһы бер ваҡытта 237 төрлө курсҡа эйә булған. Ул Өсөнсө рейх өсөн иҫ китмәле отошло булған унлаған ил менән тауар әйләнеше буйынса килешеү төҙөй алған, һәм, хатта ортодоксаль иҡтисадсылар ғәжәпләнерлек нимәне: ниндәйҙер илгә ни тиклем күп бурыслыһың, шул тиклем уның менән бизнес йәйелдерергә мөмкин тигәнде, уңышлы күһәткән. 1935 йылдан 1938 йылға саҡлы Шахт яңынан тыуҙырған иҡтисад бары тик яңынан ҡоралландырыуҙы финанслау маҡсатында файҙаланылған һәм 12 миллиард марка менән баһаланған.

1936 йылда дүртйыллыҡ планды эшләүҙе һәм тапшырыуҙы Шахт урынына иҡтисад «диктаторы» булып киткән, был өлкәлә Һитлер нисек бер нимә лә аңламаған, шул дәрәжәлә наҙан булған Вильгельм Герман Герингтың ҡәтғи контроленә биреү айҡанлы, Германия тоталь хәрби иҡтисад системаһына күскән. Дүртйыллыҡ пландың маҡсаты булып 4 йыл дауамында Германияны, һуғыш була ҡалһа, үҙен тулыһынса тәьмин итә алған һәм хәрби блокада быуа алмаған илгә әйләндереү торған. Импорт минимумға саҡлы ҡыҫҡартылған, хаҡтарға һәм эш хаҡына ҡаты контроль урынлаштырылған, дивидендтар йыллыҡ 6 %-ҡа саҡлы сикләнгән, үҙ сеймалынан синтетик каучук, туҡыма, яғыулыҡ һәм башҡа продукция етештереү буйынса ҙур заводтар төҙөлгән. Герман Герингтың фәҡәт үҙ мәғдәненән генә ҡорос эшләп сығарған гигант заводтары ҡалҡып сыҡҡан. Немец иҡтисады тулыһынса һуғыш мәнфәғәттәренә мобилизацияланған, ә килемдәре ҡапыл юғары күтәрелгән сәнәғәтселәр хәрби машина механизмына әүерелгәндәр. Шахттың эшмәкәрлеге сикләүҙәр һәм ҙур отчёттар төҙөү менән тотҡарланған.

1937 йылда Ялмар Шахтты, башта иҡтисад министры, ә 1939 йылда Рейхсбанк президенты постарында Вальтер Функ алмаштырған. Дөйөм һәм тулайым алғанда, Икенсе бөтөн донъя һуғышында Германия үҙ иҡтисадын тулы пар менән ҡыуған, шуға ҡарамаҫтан Өсөнсө рейх оҙаҡҡа һуҙылған хәрби хәрәкәттәр алып барырға әҙер булмаған. Сеймал менән тәьмин итеү бик ныҡ сикләнгән булған. Хәрби етештереү дәүмәле лә бик бәләкәй булған. Эшсе көстәр яғынан хәле лә бөтөн һуғыш дауамында һан яғынан да, сифат яғынан да ҡәнәғәтләнерлек булмаған. Ләкин барса проблемаларға ҡарамай, немец ойошҡанлығы һәм дәүләт аппаратының тоталь контроле аҫтында, иҡтисадты кәрәк рельсҡа ҡуя алғандар. Һуғыштың бөтөн йылдары дауамында, 1945 йылға саҡлы, хәрби етештереү өҙлөкһөҙ үҫкән. Шулай уҡ йылдар үтеү менән хәрби сәнәғәт өлөшө лә үҫкән, 1940 йылда валовый продукцияның 15 % кәмерәге, 1941 йылда — 19 %, 1942 йылда — 26 %, 1943 йылда — 38 %, 1944 йылда — 50 %[19].

Техник яҡтан ҡоралланыуҙы финанслау Германияла бик юғары кимәлгә еткерелгән. Иҡтисад менән идара итеүгә һәм ойоштороуға, һәм шулай уҡ валюта сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҡағылғанда, бик күп хата ебәрелгән булған. Беренсе донъя һуғышына ҡарағанда дөйөм хәрби сығымдарҙы ҡаплау һалымдарының өлөшө ҙурыраҡ булһа ла, артыҡ дәрәжәлә һатып алыу һәләте проблемаһын хәл итеп булмаған. Вклад яһаусыны 90%-лыҡ дәүләт кредиторына әйләндергән кредитҡа биреү методы ҡыҫҡа сроклы бурыстың системалы рәүештә артыҡ үҫешенә, инфляция үҫешенә һәм финанслауҙың был системаһы нигеҙҙәренең емерелеүенә килтергән. Өсөнсө рейхтың иҡтисад системаһы эшмәкәрлеген йомғаҡлағанда, ҡыйыу рәүештә былай тип әйтергә мөмкин, 30-сы йылдарҙағы беренсе донъя һуғышынан һуңғы Германияның бындай иҡтисади үҫеше нигеҙҙә немец халҡы тормошоноң бөтөн аспекттарын тоталь контролгә алыу, аяуһыҙ закондар сығарыу һәм мәжбүри хеҙмәт арҡаһында ғына булыуы мөмкин булған[20][21], ләкин «локомотивты тиҙләтеп, конструкторҙар тормозға баҫыу мөмкинлеген иҫәпкә алмаған».

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға саҡлы Германия менән СССР 1939 йылда төҙөлгән етди герман-совет сауҙа, иҡтисади һәм хәрби-техник хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүенә ҡул ҡуйған булған.

Икенсе донъя һуғышы

үҙгәртергә

1939 йылдың 1 сентябрендә немец ғәскәрҙәре Польшаға баҫып ингән. Бөйөк Британия һәм Франция Германияға һуғыш иғлан иткән. 1939—1941 йылдар дауамында Германия Польшаны, Данияны, Норвегияны, Люксембургты, Нидерландыны, Бельгияны, Францияны, Грецияны, Югославияны тар-мар иткән. 1941 йылдың 22 июнендә Германия Советтар Союзы территорияһына баҫып ингән һәм уның күпмелер өлөшөн яулаған.

Германияға эшселәр көсө етмәгән. Бөтөн оккупацияланған территорияларҙа ялланған эшсе көстәрен вербовкалау башланған. Славян территорияларында эшкә яраҡлы күмәк халыҡты мәжбүри тейәп алып китеү ойошторолған. Францияла ла шулай уҡ эшселәрҙе мәжбүри алып китеү тормошҡа ашырылған, һәм уларҙың Германиялағы хәле ирекле ялланған һәм тотҡон аралығында торған.

Шуға ҡарамаҫтан, немец ҡатын-ҡыҙҙары хеҙмәтен производствола файҙаланмау тураһындағы күрһәтмә ғәмәлдә ҡалған, һәм бик һирәк осраҡта ғына уларҙың иғтибары йорт хужалығынан ситкә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта көсөргәнешле рәүештә ситтән килтерелгән эшселәр көсө файҙаланылған. 1944 йылдың авгусында уҡ Германияла хужалыҡтың төрлө өлкәләрендә 8 миллионға яҡын сит ил кешеһе хеҙмәт иткән. Сәнәғәттә улар дөйөм иҫәптең сиреген тәшкил иткән. Күпселеге (өсөнсө өлөшө)- 2,5 миллионы СССР гражданы булған, 1,7 миллионы — поляктар, 1,3 миллионы — француздар, 600 000 — итальяндар. эшселәрҙең 2 миллионы хәрби тотҡон һәм 650 000 — заключенными концентрацион лагерҙар тотҡоно, күпселектә — хәрби сәнәғәттә хеҙмәт иткән йәһүд булған. Советтар Союзынан һәм Польшанан килтерелгән эшселәрҙең яртыһына яҡыны уртаса йәше 20 йәш булған ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған[22].

Германия еңелгәндән һуң эшселәрҙең байтағы союзниктар администрацияһы тарафынан тыуған илдәренә, шул иҫәптән Советтар Союзына ҡайтарылған. Репатриацияны ойоштороуҙа, һуңынан Нюрнберг процесында ғәйепләүсе булып сығыш яһаған һәм Көнсығыш Европаның миллионлаған халҡын[23] Советтар Союзына ҡайтарып ебәреүгә ярҙам иткән, инглиз юрисы Дин (Dean) ҙур роль уйнаған[24].

Оккупацияланған территорияларҙа ҡурҡытыу режимы урынлаштырылған. Кисектермәҫтән йәһүдтәрҙе, ә ҡайһы бер райондарҙа (башлыса, СССР территорияһында) — партизан хәрәкәтен булдырмау маҡсатында урындағы йәһүд булмаған халыҡты ла күпләп ҡырыу башланған. Германия һәм башҡа оккупацияланған территорияларҙа концентрацион лагерҙар, үлем лагерҙары һәм хәрби тотҡондар лагерҙары һаны артҡан.

Оккупацияланған территорияларҙа немец администрацияһы ҡулланған террор методы урындағы халыҡ менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген бирмәгән, Польшала, Белоруссияла һәм Югославияла партизан хәрәкәте үҫеүенә килтергән. Яйлап партизан һуғышы СССР территорияһының һәм и славян илдәренең яуланған ерҙәрендә, һәм шулай уҡ Грецияла һәм Францияла киң йәйелдерелгән. Данияла, Норвегияла, Нидерландыла, Бельгияла, Люксембургта оккупацион режим йомшағыраҡ булған, шуның өсөндөр ҙә нацистарға ҡаршы сығыштар аҙыраҡ булған. Германияла һәм Австрияла шулай уҡ айырым йәшерен ойошмалар эш алып барған.

1944 йылдың 20 июлендә вермахтың бер төркөм генералдары тарафынан Һитлерҙы үлтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған уңышһыҙ нацизмға ҡаршы түңкәрелеш ойоштороуға тырышыуы йәки йәшерен һүҙ ҡуйышыуы билдәле. Был йәшерен һүҙ ҡуйышыу һуңғараҡ «Генералдар һүҙ ҡуйышыуы» тип аталған. Күп офицерҙарҙы, хатта йәшерен һүҙ ҡуйышыуға туранан-тура мөнәсәбәте булмағандарын да, язалап үлтергәндәр.

1944 йылда сеймал етешмәүҙе немецтар ҙа тоя башлаған. Һитлерға ҡаршы коалиция илдәре авиацияһы ҡалаларҙы бомбаға тотҡан. Англия һәм АҠШ авиацияһы Гамбург һәм Дрезденды тулыһынса тиерлек емергән. Армияһының шәхсән составын күп юғалтыу арҡаһында 1944 йылдың октябрендә урындағы халыҡты, шул иҫәптән ҡарттарҙы һәм үҫмерҙәрҙе, мобилизациялау юлы менән фольксштурм отрядтары ойошторолған. Киләсәктә партизан-диверсия эшен йәйелдереү маҡсатына «Вервольф» ополчениеһы отрядтары булдырылған.

1945 йылдың 7 майында Реймста, икенсе көндө совет яғы Берлинда (Карлсһорст) ҡабатлап хәбәр иткән Германияның бер һүҙһеҙ капитуляцияһы хаҡында актҡа ҡул ҡуйылған. 9 май хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатҡан көн тип иғлан ителгән[22]. Артабан, 23 майҙа Фленсбургта, Өсөнсө рейх хөкүмәте ҡулға алынған.

Өсөнсө рейхтың административ-территориаль ҡоролошо

үҙгәртергә
 
Рейхтың һәм бойондороҡло территорияларҙың 1944 йылғы административ бүленеше.

Өсөнсө Рейх территорияһы 17 ергә (Land) (1937 й. — 16), ерҙәр райондарға (Landkreis) һәм ерҙәргә буйһонған ҡалаларға (Stadtkreis), райондар общиналарға (Landgemeinde) һәм ҡалаларға (Stadtgemeinde) бүленгән.

Ерҙәр башында империя наместниктары (Reichsstatthalter) торған, ерҙәрҙең башҡарма органдары булып империя наместнигы тәғәйенләгән премьер-министрҙан (Ministerpräsident) һәм ер министрҙарынан (Landesminister) торған ер хөкүмәттәре (Landesregierung) торған, ауыл райондары менән империя наместниктары тәғәйенләгән ландраттар (Landrat) идара иткән, ҡала райондары һәм ҡала общиналары менән — ландраттар тәғәйенләгән бургомистрҙар (Buergermeister), ауыл общиналары менән — старосталар (Gemeindevorsteher) идара иткән. 1934 йылдың 30 ғинуарына саҡлы ерҙәрҙең закон сығарыу органдары — ер сеймдары (Landtag), 1935 йылдың 30 ғинуарына тиклем райондарҙың вәкәләтле органдары — район сеймдары (Kreistag), ҡалаларҙа — депутаттарҙың ҡала йыйылыштары (Stadtverordnetenversammlung), общиналарҙа — община вәкиллектәре (Gemeindevertretung) булған.

Рейх составына Өсөнсө рейхтың территориаль-сәйәси экспансияһы барышында индерелгән һәм башлыса этник немецтар йәшәгән территориялар рейх составына рейхсгау — империя округтары статусында ингән. Австрия ете рейхсгауға бүленгән булған, Судет өлкәһе, Көнбайыш Пруссиялағы Данциг өлкәһе һәм Вартеланд (үҙәге Познанда булған польша өлкәһе) айырым рейхсгау булып торған. Чехия территорияһының ҙур өлөшөндә Богемия һәм Моравия протектораты (1939 йылдан) бойондороҡло дәүләт ҡоролошо булған. Протекторат башында Адольф Һитлер үҙе тәғәйенләгән рейхспротектор торған. Польшаны оккупациялағандан һуң, уның территорияһында рейх составына инмәгән Өсөнсө рейхтың генерал-губернаторлығы барлыҡҡа килгән.

Оккупацияланған территорияларҙың икенсе өлөшөндә башҡа типтағы бойондороҡло административ-территориаль ойоштормалар — рейхскомиссариаттар барлыҡҡа килгән. Барлығы 5 рейхскомиссариат булдрылған, тағы ла 4 булдырыу планлаштырылған. Ысынында барлыҡҡа килтерелгән рейхскомиссариаттар:

  • Нидерланды рейхскомиссариаты (1940—1945)
  • Норвегия рейхскомиссариаты (1940—1945)
  • Украина рейхскомиссариаты (1941—1944)
  • Остланд рейхскомиссариаты (1941—1944)
  • Бельгия-Төньяҡ Франция рейхскомиссариаты (1944)

Планлаштырылған рейхскомиссариаттар:

  • Московия рейхскомиссариаты
  • Дон-Волга рейхскомиссариаты
  • Кавказ рейхскомиссариаты
  • Төркөстан рейхскомиссариаты

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә

Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы — герман халҡының Фюреры һәм рейхсканцлеры (Führer und Reichskanzler des deutschen Volkes), 1934 йылдың 2 авгусына саҡлы халыҡ һайлаған рейхспрезидент (Reichspräsident) вазифаһы булған, рейхсканцлер тәғәйенләгән башҡарма органы — рейхсканцлер һәм министрҙарҙан (Reichsminister) торған империя хөкүмәте (Reichsregierung) закондар сығара алған, закондар сығарыусы орган — Рейхстаг (Reichstag) һәм 1934 йылдың 14 февраленә саҡлы ер хөкүмәттәре тарафынан тәғәйенләнгән Рейхсрат (Reichsrat) альтернативаһыҙ һайлауҙарҙа (1933 йылда альтернативалы һайлауҙарҙа) халыҡ тарафынан һайланған.

Берҙән-бер легаль партия — Национал-социалистик немец эшселәр партияһы (НСДАП), 1933 йылдың 14 июленә саҡлы шулай уҡ консерватив монархия — Германия милли халыҡ партияһы, либераль реваншист — Германия халыҡ партияһы, консерватив демократик — Германия үҙәк партияһы, либераль демократик — Радикаль-демократик партиялары булған.

Хоҡуҡ системаһы

үҙгәртергә

Иң юғары суд инстанцияһы — Империя суды (Reichsgericht), апелляцион инстанция судтары — юғары ер судтары (Oberlandesgericht), беренсе инстанция судтары — ер судтары (Landgericht), низшее звено суд системаһының түбәнге быуыны — участка судтары (Amtsgericht), административ юстицияһы юғары суд инстанцияһы — Империя административ суды (Reichsverwaltungsgericht), административ юстицияһы апелляция инстанцияһы суды — юғары ер административ судтары (Oberlandesverwaltungsgericht), административ юстицияһы беренсе инстанция суды — ер административ судтары (Landesverwaltungsgericht), хәрби юстицияһы юғары суд инстанцияһы — Империя хәрби суды (Reichskriegsgericht), административ юстицияһы апелляция инстанцияһы суды — юғары хәрби судтары (Oberkriegsgericht), административ юстицияһы беренсе инстанцияһы судтары — хәрби судтар (Kriegsgericht), сәйәси юстиция суды — халыҡ суды (Volksgericht).

Ҡораллы көстәре

үҙгәртергә
  • Ҡоро ер ғәскәри көстәре — «Оборона көстәре» (нем. Heer)
  • Хәрби-диңгеҙ көстәре — «Кригсмарине» (нем. Kriegsmarine)
  • Хәрби-һауа көстәре — «Люфтваффе» (нем. Luftwaffe)

Дөйөм хәрби бурыс нигеҙендә комплектланғандар.

Символикаһы

үҙгәртергә

Свастикалы империя бөркөттәре нацист власы символдары булған.

  • Өсөнсө рейх флагы
  • Өсөнсө рейх гербы
  • Өсөнсө рейх гимны
  • Нацист сәләмләүе
  • Свастика

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Вермахт символикаһы. Ҡалып:TODO

Нацист идеологияһы

үҙгәртергә
  • Расизм, антисемитизм, реваншизм, аҡтыҡҡы милләтселек, нордицизм, раса гигиенаһы (евгеника);
  • Антимарксизм, антикоммунизм, антибольшевизм, мистицизм, неприятие демократияны танымау;
  • Тоталитаризм, Милитаризм, юлбашсылыҡ принцибы;
  • Башлыса хәрби экспансия иҫәбенә «Йәшәү биләмәләрен» киңәйтеү идеяһы һәм сәйәсәте («Көнсығышта йәшәү биләмәләре»);

Нацист пропагандаһы

үҙгәртергә
 
Германияла күргәҙмә пропаганда, 1938 й. (Нюрнберг, стеналағы фреска). 2010 йылғы фото.

НСДАП, власть өсөн көрәшендә халыҡ яғынан таяныс табыу маҡсатында, пропаганданың мөһим ролен файҙаланған, әммә Өсөнсө рейх, 12 йыл йәшәү дәүерендә, фәҡәт пропагандаға ғына таянған тип әйтеп булмай. Нацист Германияһында, йыш ҡына шулай тиһәләр ҙә, ул ғына режимдың берҙән-бер таянысы булмаған. Нацист режимы пропагандаһы үҙен бағышлаған төп революцион дәғүәле бурысы булып, «халыҡ берләшмәһе» (Volksgemeinschaft) һәм синыфтарҙың ысын гармонияһын булдырыу торған. Шуға ҡарамаҫан, пропаганданың уңышын уның фәҡәт йәмғиәттең ҡарашын һәм мөнәсәбәтен радикаль рәүештә үҙгәртә алыу һәләте менән генә үлсәргә кәрәкмәй. Ул ҡайһы берҙә ҡараштарҙы трансформациялап ҡына ҡалмаған, әлегә саҡлы булғандарын нығытҡан. Һәм пропаганданың эффективлығы күберәк булһын өсөн ул, кемдең ҡараштары өлөшләтә боҙолған булған, шуларҙы бик һаҡ ҡына итеп үҙенә кәрәк ағымға йүнәлтеүҙә ҡулланған[25]. Синфи составы буйынса НСДАП хеҙмәтсәндәр партияһы булғанлыҡтан, ул шәхестең хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм был шәхестең йәмғиәт вәкиле булараҡ танылыуы менән бәйләнгән бөгөнгө көндә лә дөйөм кешелек баһалаған ҡиммәттәргә таянған. Һәм шуны үҙенең пропаганда эшмәкәрлегендә файҙаланған. Был идеологияны төп таратыусылар интеллигенция (уҡытыусылар) булған.

Нацист пропагандаһының йоғонтоһо тураһында түбәндәге мәғлүмәт һөйләй: бөтөн хеҙмәтсән халыҡ 46,3 % булһа, шулар араһынан эшсе НСДАП ағзалары — 5,1 %. Хеҙмәткәрҙәр — (Angestellte) тейешенсә 12 % һәм 12,5 %; уҡытыусылар (Lehrer) — 29,4 % һәм 0,9 %; чиновниктар (Beamte) — 18,7 % һәм 3,7 %; эшҡыуарҙар (Selbständige) — 14,9 % һәм 9,8 %; крәҫтиәндәр — 12 % һәм 6,6 %; башҡалар — 1,2 % һәм 20,2 %. Һөҙәмтәлә НСДАП ағзалары бөтөн хеҙмәтсәндәрҙән 7,3 %, ә бөтөн халыҡтан − 3,8 % тәшкил иткән.

Партияның үҙенең ижтимағи составы бындай булған: унда эшселәр 30,3 % тәшкил иткән, йәғни, партияның атамаһына — Национал-Социалистик Немец Эшсе Партияһы — тап килгән иң вәкәләтле ижтимағи төркөм булған. Хеҙмәткәрҙәр проценты 19,4 % тәшкил иткән; уҡытыусылар — 3,4 %; чиновниктар партия составының 9 % тәшкил иткән; эшҡыуарҙар — 19 %; крәҫтиәндәр — 10,2 %; башҡалар — 3,2 %. Бөтөн партия ағзаларының дөйөм һанынан төрлө һөнәр хеҙмәтсәндәре 94,5 % тәшкил иткән, һәм 1935 йылдың 1 ғинуарына улар 2 495 000 кеше булған. НСДАП йәшәгән бөтөн ваҡыт эсендә бүтән шуға оҡшаған статистика баҫылмаған[26].

Нацизм осоронда фән һәм техника

үҙгәртергә

Германияла университеттар һәм юғары техник уҡыу йорттары системаһын үҙ эсенә алған бик ҙур фәнни сектор булған. Шулай уҡ "Кайзер Вильгельм йәмғиәте"нең фәнни-тикшеренеү институттары ла уға ҡараған. Бөтә был учреждениелар ойоштороу яғынан Фән, тәрбиә һәм мәғариф министрлығына ингән. Меңләгән ғалимды йәлеп иткән был селтәрҙә фәндең төрлө өлкәләре (физика, химия, тау һәм ҡорос-суйын ҡойоу эше, медицина һ. б.) вәкилдәрен үҙ эсенә алған фәнни-тикшеренеү советы булған. Фәнни советтың һәр бер ағзаһы берҙәм профилле ғалимдар төркөмөнә етәкселек иткән һәм үҙ төркөмөнөң эштәрен планлаштырырға һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирергә тейеш булған. Шундай уҡыу ғилми-тикшеренеү ойошмаһы менән бер рәттән абсолют бойондороҡһоҙ сәнәғәт фәнни-тикшеренеү ойошмаһы, йәки «сектор» булған. Союздаш ғәскәрҙәр, 1945 йылда был фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен үҙләштергәндән һуң ғына, уның оло әһәмиәтен асыҡлаған. Бында бик күп аҡсаға, үҙ заманындағы техник талаптарға яуап бирерлек юғары квалификациялы белгестәргә һәм аппаратураға эйә булған, йыш ҡына, фәнни эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырырлыҡ кәрәкле шарттары булмаған институт лабораторияларына ҡарағанда, күберәк етештереүсәнлек менән эшләгән предприятиелар лабораториялары, мәҫәлән IG Farben|«Фарбен», Carl Zeiss|«Цейсс», Siemens|«Сименс», Osram|«Осрам», AEG|«Телефункен» концерндары һәм күп башҡа предприятиелар ҡараған.

Улай ғына ла түгел, нацистар власҡа килгәндән һуң, «донъяға ҡарашты тикшереү» программаһы һөҙөмтәһендә Германияның юғары уҡыу йорттарының 1500-ҙән артыҡ доценты эштән сығарылған. Был, немец ғалимдарының үҙҙәренең фекеренсә, дәүләт масштабында фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеген яйға һалыу эшенә фәҡәт зыян ғына килтергән. Юғары уҡыу йорттары тикшеренеү төркөмдәре менән сағыштырғанда, айырым сәнәғәт лабораториялары ҙур уңышҡа өлгәшһә лә, власҡа килгән нацистар элекке тәртиптәрҙе үҙгәрткән. Сәнәғәт фәнни-тикшеренеү ойошмаһы министрлыҡтар, дәүләт фәнни-тикшеренеү советы йәки контингенттар мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынған берәй төрлө ведомство ярҙамына мохтаж булмаған бойондороҡһоҙ структураға әйләндерелгән. Ойошма, ишектәре ябыҡ килеш, үҙе өсөн эшләгән.

Бының эҙемтәһе булып, ниндәйҙер юғары уҡыу йорто тикшеренеүсе ғалимы сәнәғәт лабораторияларында алып барылған тикшеренеүҙәр, асыштар һәм камиллаштырыуҙар тураһында белеү генә түгел, хатта шундай эш алып барыла, тип уйлап та ҡарамаған. Концерндар, көнәркәшлекте күҙ уңында тотоп, үҙ ғалимдары уйлап табыуҙарын һәм асыштарын йәшерен сер итеп һаҡлау отошло булғанлыҡтан, шулай эшләгән.

Сәнәғәт тикшеренеү төркөмдәренән һәм юғары уҡыу йорттарының ғилми лабораторияларынан тыш, өсөнсө ҙур фәнни ойошма булып ҡораллы көстәрҙең фәнни-тикшеренеү аппараты торған. Ләкин был аппарат та берҙәм түгел, ә ҡораллы көстәрҙең төрлө төрҙәре буйынса тарҡалған булған.

Һуғыш ваҡытында Альберт Шпеер министрлығы ҙур абруйға эйә булған. Һуғыш осоронда институттар һәм лабораторияларҙың сеймал, белгестәр һәм йыһаздар алыу мөмкинлеге ҡаты ҡыҫҡарғанлыҡтан, ил сәнәғәте бик күп ҡорал идаралыҡтары заказдарын көс-хәл менән ҡәнәғәтләндерә алған саҡта, был министрлыҡҡа ашығыс рәүештә, ниндәй кәрәкмәгән тип табылған тикшеренеү эштәрен туҡтатыу, ҡайһыларын «мөһим хәрби әһәмиәткә эйә», тип артабан дауам итеү, ә ҡайһыларына «һуғыш өсөн хәл иткес әһәмиәтле» булғанлыҡтан, өҫтөнлөк бирерлек вәкәләттәр тапшырылған.

"Ҡоһор возмездие ҡоралы"нан һәм башҡа яңы хәрби һәм фәнни асыштарҙан тыш, Өсөнсө рейх, һуғыштан һуң көрсөккә терәлгән ядро ҡоралы булдырыу өҫтөндә эшләгән.

Германия ғалимдарының бындай эш һөҙөмтәһе, ҡайһылыр дәрәжәлә, Һитлерға ҡаршы коалиция илдәренең был өлкәлә фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлек башлауына этәргес биргән.

Диндарҙар — католиктар һәм протестанттар. Иң ҙур протестант деноминацияһы — Немец евангелие сиркәүе (Deutsche Evangelische Kirche). Эргәһендә империя сиркәү комитеты (Reichskirchenausschuss) һәм империя синоды (Reichssynode эшләгән империя епискобы (Reichsbischof) тарафынан идара ителгән. Булдырылған ваҡытҡа ҡарата 30 (1934 йылдың аҙағында — 23-тән) урындағы сиркәүҙән (Landeskirche) торған:

  • Иҫке Пуссия союзы евангелие сиркәүе (Evangelische Kirche der altpreußischen Union) (Пруссия), 1934 йылға саҡлы уға:
    • Ольденбург ярымкантоны Биркенфельд евангелие поместный сиркәүе (Evangelische Landeskirche im oldenburgischen Landesteil Birkenfeld) (Ольденбург, Биркенфельд ярымкантоны) ҡараған.
  • Мекленбург евангелие-лютеран поместный сиркәүе (Evangelisch-Lutherischen Landeskirche Mecklenburgs) (Мекленбург), 1934 йылға саҡлы уға:
    • Мекленбург-Шверин евангелие-лютеран поместный сиркәүе (Evangelisch-lutherische Kirche von Mecklenburg-Schwerin)
    • Мекленбург-Штрелиц евангелие-лютеран поместный сиркәүе (Evangelisch-lutherische Kirche von Mecklenburg-Strelitz) ҡараған.
  • Любек евангелие-лютеран сиркәүе (Evangelisch-Lutherische Kirche in Lübeck) (1937 йылға саҡлы — Любек дәүләтенең евангелие-лютеран сиркәүе (Evangelisch-Lutherische Kirche im Lübeckischen Staate)) (Любек)
  • Һамбург дәүләтенең евангелие-лютеран сиркәүе (Evangelisch-Lutherische Kirche im Hamburgischen Staate) (Һамбург)
  • Бремен евангелие сиркәүе (Bremische Evangelische Kirche) (Бремен)
  • Ольденбург евангелие-лютеран сиркәүе (Evangelisch-Lutherische Kirche in Oldenburg) (Ольденбург)
  • Ольденбург ярымкантоны Любек евангелие-лютеран поместный сиркәүе (Evangelisch-Lutherische Landeskirche des oldenburgischen Landesteils Lübeck) (Ольденбург, Любек ярымкантоны)
  • Анһальт евангелие сиркәүе (Evangelische Landeskirche Anhalts) (Анхальт)
  • Брауншвейг евангелие-лютеран поместный сиркәүе (Braunschweigische evangelisch-lutherische Landeskirche) (Брауншвейг)
  • Липпе поместный сиркәүе (Lippische Landeskirche) (Липпе)
  • Шаумбург-Липпе евангелие-лютеран поместный сиркәүе (Evangelisch-Lutherische Landeskirche Schaumburg-Lippe) (Шаумбург-Липпе)
  • Һессен-Нассау евангелие поместный сиркәүе (Evangelischen Landeskirche Nassau-Hessen) 1933 йылда түбәндәгеләрҙе берләштергән:
    • Һессен евангелие поместный сиркәүе (Evangelische Landeskirche in Hessen) (Һессен)
    • Нассау евангелие поместный сиркәүе (Evangelische Landeskirche in Nassau) (Пруссия, Һессен-Нассау провинцияһы, Висбаден административ округы)
    • Майндағы Франкфурт евангелие поместный сиркәүе (Evangelische Landeskirche Frankfurt am Main) (Пруссия, Һессен-Нассау провинцияһы, Висбаден административ округы, Майндағы Франкфурт ҡала районы)
  • Кургессен-Вальдек евангелие сиркәүе (Evangelischen Kirche von Kurhessen-Waldeck) 1934 йылда түбәндәгеләрҙе берләштергән:
    • Һессен-Кассель евангелие поместный сиркәүе (Evangelische Landeskirche in Hessen-Kassel) (Пруссия, Һессен-Нассау провинцияһы, Кассель административ округы)
    • Вальдек евангелие поместный сиркәүе (Evangelische Landeskirche in Waldeck)
  • Һанновер евангелие-лютеран поместный сиркәүе (Evangelisch-Lutherische Landeskirche Hannovers) (Пруссия, Һанновер провинцияһы)
  • Шлезвиг-Һольштейн евангелие-лютеран поместный сиркәүе (Evangelisch-Lutherische Landeskirche Schleswig-Holstein) (Пруссия, Шлезвиг-Гольщтейн провинцияһы)
  • Тюрингия евангелие сиркәүе (Thüringer evangelische Kirche) (Тюрингия), 1934 йылда уға:
    • Өлкән линиялы Рёйс евангелие-лютеран сиркәүе (Evangelisch-lutherische Kirche in Reuß ältere Linie) ингән.
  • Ирекле Саксония дәүләтенең евангелие-лютеран поместный сиркәүе (Evangelisch-lutherische Landeskirche des Freistaats Sachsen) (Саксония)
  • Баден берләшкән евангелие-протестант поместный сиркәүе (Vereinigte evangelisch-protestantische Landeskirche Badens) (Баден)
  • Вюртемберг евангелие поместный сиркәүе (Evangelische Landeskirche in Württemberg) (Вюртемберг)
  • Рейндың уң яғындағы Баварияла евангелие-лютеран сиркәүе (Evangelisch-lutherische Kirche in Bayern rechts des Rheins) (Бавария)
  • Бавария евангелие-реформат сиркәүе (Evangelisch-reformierte Kirche in Bayern) (Бавария)
  • Пфальц берләшкән протестант-евангелие-христиан сиркәүе (Vereinigte Protestantisch-Evangelisch-Christliche Kirche der Pfalz) (Бавария, Пфальц районы)

Өсөнсө рейхта спорт

үҙгәртергә

XI йәйге Олимпиада

үҙгәртергә

Һитлер һәм нацистар власҡа килгәнсегә тиклем Германия баш ҡалаһы 1936 йылғы XI Олимпия уйындарын үткәреү урыны итеп һайланған булған. 1933 йылда нацист прессаһы, «йәһүдтәр тантана итәсәк фестиваль» тип атап, буласаҡ уйындарға хыянатсыл һөжүм ойошторған. Әммә Һитлер, Олимпия уйындары донъя йәмәғәтселеге аңында режимдың престижын ысынлап күтәререн аңлап ҡалғанлыҡтан, бар төрлө тәнҡит туҡтатылған. Уйындарҙы уҙғарыу әҙерлеге киң йәйелдерелгән. Хөкүмәт, тиҫтәләгән спорт объекттары төҙөү маҡсатында, 25 млн рейхсмарка аҡса бүлгән. Бюджеттың төп өлөшө Берлинда ҙур Олимпия стадионын төҙөүгә тотонолған. Олимпиада алдынан, башҡа илдәр яғынан уйындар үткәреүҙе туҡтатыу булдырмау маҡсатында йәһүдтәргә түҙеп ҡарау мөнәсәбәтен күрһәтергә ҡарар ителгән.[27].

Олимпия уйындарын асыу церемонияһында 110 меңдән артыҡ кеше ҡатнашҡан. Тәүге көндә үк ныҡ ҡыуанған немецтар йәҙрә ташлауҙа беренсе юғары награданы яулаған Һанс Вёлькены сәләмләгәндәр. Был спортсы еңел атлетикала олимпия алтынын яулаған тарихтағы тәүге немец булған. Вёльке һәм өсөнсө урын яулаған Герхард Шток кисектермәйсә, фюрерҙың шәхси ҡотлауҙарын ҡабул итеү өсөн, кисектермәйсә Адольф Һитлер ложаһына саҡыртылған. Шул уҡ көндә һөңгө ырғытыу ярыштатында немка Тилли Флейшер алтын олимпия миҙалына лайыҡ булған. Көндөң икенсе яртыһында өс американлы, Корнелиус Джонсон, Дэйв Ольбриттон һәм Делос Турбер (һуңғы икәүһе ҡара тәнле булған) бейеклеккә һикереү ярыштарында еңгәндән һуң, Һитлер стадиондан киткән: Олимпия комитеты вәкилдәре Һитлерға, үҙенең ложаһында еңеүсе немец спортсыларына ғына түгел, айырмай, бар еңеүселәргә лә бындай хөрмәт күрһәтергә тейешлеген иҫкәрткәндәр. Бынан һуң Һитлер ложаһында еңеүселәрҙе хөрмәтләү бөтөнләй туҡтатылған.

Һитлер шундай мөнәсәбәтен Огайолағы Уэслиан университеты еңел атлеты Джесси Оуэнсҡа ла — был ҡара тәнле американлы яулаған дүрт алтын миҙал уны Олимпиаданың ысын геройына әйләндергән — күрһәткән. Ярыштарҙың өсөнсө көнөнә Оуэнс 100 м (10,3 сек.) араға йүгереүҙә олимпия рекордын ҡуйған, ә икенсе иртәгә оҙонлоҡҡа һикереүҙә, немец атлеты Луц Лонгты еңеп, икенсе юғары наградаға эйә булған. Тағы ла бер көн үтеүгә Оуэнс 200 метрҙы 20,7 секундта үтеп, яңы олимпия рекордын ҡуйған. Олимпия комитеты вәкилдәре Һитлерға һәр бер еңеүсене ҡотларға йә береһен дә ҡотламаҫҡа тигән киҫәтеү эшләгән булғандар: был моментта фюрер, трибунала торһа ла, американлыға өсөнсө алтын миҙалды бирер алдынан стадиондан сығып киткән. Рейхсканцлер береһен дә ҡотламауҙы артығыраҡ күргән[28][29]. Һуңғараҡ Оуэнс Һитлерҙың ҡыланышы түгел, ә президент Рузвельттың ҡотламауы уның күңелен киткәнен таныған: дүрт тапҡыр алтын миҙалға лайыҡ булған спортсыға АҠШ президенты хатта телеграмма ла ебәрмәгән (спортсы һуңғы алтын миҙалын 400 метрлыҡ эстафетала еңгәне өсөн алған); Рузвельт та, Трумен да Олимпиаданан һуң спортсыны Аҡ Йортта ҡабул итмәгән[30].

Оуэнс һәм тиҫтәләгән ҡара тәнле америка спортсыларының уңышы Адольф Һитлерҙы ҡатмарлы хәлгә ҡуйған. Арий раса теорияһы буйынса, икенсе сортлы тип раҫланған кешеләр ярыш еңеүселәре булған. Уларҙың яҡын ата-бабалары джунглиҙарҙа тәүтормош ҡоролошонда йәшәгән тип иҫәпләнгән, әммә «цивилизациялы аҡ спортсылар» менән сағыштырғанда, улар физик яҡтан көслөрәк булып сыҡҡан. Һитлер ярыштар ғәҙел булманы, һәм ҡара тәнле спортсыларҙы артабанғы ярыштарға ҡушырға кәрәкмәҫ тигән рәсми булмаған фекер әйткән. Немец спортсылары уңышҡа өлгәшкән бөтөн ярыштарҙы ла ул ҙур күтәренкелек рухында, илһамланып һәм ләззәтләнеп күҙәткән.

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Нацистар Германияла власҡа килгәндән һуң, 1933 йылдың сентябрендә пропаганда һәм халыҡ мәғарифы министры Пауль Йозеф Һеббельс етәкләгән Империя мәҙәниәт палатаһы булдырылған. Национал-социализм мәнфәғәттәренә Германиялағы тормоштоң бөтөн сфераларын сәйәси буйһондороу концепцияһына ярашлы, был органдың төп бурысы булып «сәнғәт кешеләре» эшмәкәрлеген идеологик контролгә алыу торған.

Палата составына мәҙәниәттең төрлө йүнәлештәре өсөн яуап биргән ете бүлексә (театр, кинематограф, әҙәбиәт, пресса, музыка, һынлы сәнғәт, радио тапшырыуҙары) ингән. Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре был бүлексә ағзалары булып киткән, ағзалыҡ мотлаҡ булған.

Нацист власы ҡолатылғандан һуң, немец сәнғәте идеология һәм цензура бығауҙарынан арына алмай оҙаҡ аҙапланған.

Байрамдары

үҙгәртергә
  • 30 ғинуар — Власҡа эйә булыу көнө;
  • 24 февраль — НСДАП-ҡа нигеҙ һалған көн;
  • 16 март — Батырҙарҙы иҫкә алыу көнө;
  • 20 апрель — Фюрерҙың тыуған көнө;
  • 1 май — Хеҙмәт милли көнө;
  • Майҙың икенсе йәкшәмбеһе — Әсә көнө;
  • 22 июнь — Йәйге ҡояш торошо көнө;
  • Көҙ (уңыш йыйыу тамамланғандан һуң) — Уңыш көнө;
  • 9 ноябрь — Һыра путчы йыллығын байрам итеү;
  • 22 декабрь — Ҡышҡы ҡояш торошо көнө[31].

Тоталитар эстетика

Бөтөн тоталитар дәүләттәрҙең дә сәнғәтенең маҡсаты булып абстракт героиканы һынландырыу, ә әҫәрҙәре йыш ҡына күҙгә бәрелеп тороусы ҙур дәүмәлдәре менән айырылып тора. Гигантизм һәм яланғаслыҡ тоталитар дәүләттең кеше индивидуаллеген баҫа торған ҡөҙрәтен сағылдырыу сараһы булараҡ файҙаланылған[32].

Һынлы һүрәт сәнғәте

үҙгәртергә

Адольф Һитлер, рәссам булараҡ, үҙен һынлы сәнғәтте нескә баһалаусы һәм белеүсе итеп һанағанлыҡтан, был палата һынлы сәнғәткә айырым иғтибар бүлгән. Адольф XX быуат һынлы һүрәт жанрҙарына: импрессионизмға, кубизмға һ.б. кире ҡарашта булған һәм бындай ижадты «дегенератив сәнғәт» тип атаған. Һитлер «Фёлькише» (нем. völkisch — халыҡсан) (Германияның ауыл тормошо ҡоролошон һәм көнкүрешен һүрәтләү, ауыл пасторалдәре) жанрына өҫтөнлөк биргән,ысынбарлыҡ һәм героик жанрҙар, романтизм яҡлы булған. 1936 йылда музейҙарҙан күренекле рәссамдар Винсент Ван Гогтың, Поль Гогендың, Поль Сезанндың, Пабло Пикассоның картиналары алынған, ә Германияла йәшәгән күренекле һәм билдәле рәссамдар Василий Васильевич Кандинский, Оскар Кокошка, Пауль Клее илдән китергә мәжбүр булған.

Скульптураһы

үҙгәртергә
 
Партия. НСДАП рухын һынландырған Арно Брекер статуяһы

Өсөнсө рейх сәнғәтендә ҡатын-ҡыҙҙың яланғас тәнен һынландырыу пропаганда маҡсаттарына хеҙмәт иткән, һәм яланғаслыҡ тамашасыға тәьҫир итеүҙе көсәйтеү һәм дауамлы тәьҫир итеү өсөн ҡулланылған. Нацизм идеологияһы сиктәрендә яланғас ҡатын-ҡыҙ 1920-се йылдарҙағы көрсөктән аҙаҡ нацист диктатураһы урынлаштырған гармония һәм тыныслыҡ кәүҙәләнеше булараҡ ҡабул ителгән. Бынан тыш, бындай һүрәтләүҙәр Еңеү аллегорияһы ролендә файҙаланылған. Әммә, авторҙар артыҡ эксгибиционизмға тартылыуҙа ғәйепләүҙәрҙән ҡурҡҡанғалыр, ахыры, был һүрәтләнештәр анатомик күҙлектән ысынбарлыҡты боҙа[32].

Архитектураһы

үҙгәртергә
 
Берлин. Рейхсканцелярияның яңы бинаһы.

Архитектура сәнғәте лә нацист етәкселегенең өҫтөн күргән әйберҙәре — неоклассицизмдың грандиоз монументаль формалары — тәьҫирен үҙендә һынап ҡараған. Нацист архитекторҙарының идеологик күрһәтмәләренә фёлькише (нем. völkische Traditionen — халыҡ традицияларын һаҡлап) традицион немец материалдарынан (шымартылған таштан, граниттан, ағастан) төҙөргә һәм норд классицизмы традицияларын үҫтерергә — ҡаршы килгәнлектән, нацист необарокко архитектураһында яңынан тыуыу тураһында һөйләү кәрәкмәй. Миҫал сифатында «орден һарайҙары» Фогельзангты һәм Зонтгофенды, Мюнхендағы һәләк булған яугирҙар мемориалын, Берлиндағы Олимпия стадионын, яңы рейхсканцелярия бинаһын, шулай уҡ Альберт Шпеерҙың тормошҡа ашмай ҡалған проектын килтерергә була.

Бөтөн нацист биналарына уртаҡ һыҙаттар хас: улар традицион герман империя төҙөлөш материалдарынан — шымартылған таштан, граниттан, ағастан эшләнгән. Модернист тимер-бетон һәм быяла конструкциялары производство биналарын төҙөгәндә файҙаланылған.

Бөтөн эре нацист биналарына тиерлек бик күп, тура мөйөшлө таш колонналар йәки сығынтылар күҙгә бәрелеп торған вертикаль һыҙыҡтар хас. Тәҙрә уйымдары ғәҙәттә периметр буйынса ҙур булмаған таш сығынты менән ҡаймаланған. Йыш ҡына осраҡтарҙа фасад яғында түшәмде һәм тәҙрәләрҙе ауыр тура мөйөшлө таш аралыҡ айырған.

Дөйөм алғанда, бөтөн рәсми нацист биналары тиерлек бер идея йөрөткән: киң һәм ауыр ҡыйыҡ аҫтында ҡеүәтле таш структурала бик күп кескәй (тәҙрәләр). Был дәүләттең етерлек аңлайышлы идеологияһын үҙ эсенә һыйҙырған: бер кеше ул ваҡ, ләкин ул — бөйөк һәм ҡөҙрәтле дәүләт бинаһының (ә дәүләт үҙенең ауыр ҡыйығы менән иҙә баҫыуы ла бар) бер өлөшө.

Ғәҙәти торлаҡ йорттарының архитектураһы, киреһенсә, ябайлығы һәм тыйнаҡлығы менән айырылып торған. Өсөнсө рейх осоронда төҙөлгән торлаҡ йорттарҙың, ҡағиҙә булараҡ, тәҙрәләре тар (бер тәҙрә йә ике тәҙрә), диуарҙары шыма (ҡайһы берҙә декоратив паннолы), осло башлы ҡыйыҡтары черепица менән ябылған. Бар ерҙә лә арзан фатирлы (мәҫәлән, Лейпциг эргәһендәге Таух ҡаласығының үҙәк өлөшөн төҙөү) яңы торлаҡ райондары төҙөлгән.

Хакимиәт биналары ла, торлаҡ йорттар бар булған нацист власы символдары — тәреле империя ҡарағоштары һәм үҙенсәлекле скульптуралар менән биҙәлгән.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә

Нацист Германияһы осоронда сәнғәттең был йүнәлеше ҙур идеологик баҫым аҫтында булған. По приказу Пауль Йозеф Һеббельстың 1933 йылдың 10 май бойороғо менән герман ҡалалары урамдары һәм майҙандарында сығарып ташлап рәхимһеҙ рәүештә яндырылған сит ил һәм немец классиктарының әҫәрҙәренән усаҡтар дөрләгән. Германияла нацист власы осоронда дүрт әҙәби жанр: фронт проза, партия әҙәбиәте, раса прозаһы һәм патриотик проза йәшәү хоҡуғы алған. Бик ҡаты идеологик сикләүҙәр арҡаһында күренекле әҙәбиәт вәкилдәре, мәҫәлән Томас Манн һәм Һенрих Манндар, Эрих Мария Ремарк, Лион Фейхтвангер, Арнольд Цвейг һ.б. Германиянан сит илдәргә күсеп киткәндәр эмигрировали, ә шулай ҙа тыуған илендә тороп ҡалғандары, мәҫәлән, Һауптман, Һанс Фаллада, Келлерман, барыбер, булған сиктәргә ҡушылып китә алмаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оккупацияланған СССР территорияларында Өсөнсө рейх тарафынан сығарылған матбуғат баҫмалары һәм шуға ярашлы әҙәбиәт, нигеҙҙә, Икенсе донъя һуғышында алып барылған пропагандистик эстәлекле булған.

Сәнғәттең был йүнәлешендә властарҙың иң тәүге саралары булып театрҙарҙан барса йәһүдтәрҙе ҡыуыу булған. Шулай, Берлиндағы Немец театрының етәксеһе режиссёр Рейнхардт Макс Германияла йәшәй алмаған һәм унан күсеп киткән. Шулай уҡ драматургтар Бертольт Брехт, Фридрих Август Вольф, Эрнст Толлер илдән киткән. Театрҙарҙа раса доктринаһы менән һуғарылған пьесалар ҡуйылған.

Кинематографы

үҙгәртергә

Әҙәбиәт һәм театрҙар кеүек, кино етештереү ҙә цензура һәм баҫым аҫтында торған. Немец режиссёры Фриц Ланг, һуңғараҡ Һолливуд йондоҙона әйләнгән немец актрисаһы Марлен Дитрих илдән ҡасып киткән. Был осорҙа Лени Рифеншталь — кинорежиссёр-документалист — Германия (немец) кинематографы тарихына ингән бер нисә кинотаҫма төшөргән:

  • 1935 йыл — «Ихтыяр триумфы»
  • 1938 йыл — «Олимпия» фильмы. Фильм 1936 йылда Берлинда уҙғарылған Йәйге Олимпия уйындарына бағышланған.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында Германияла вермахтың һуғышсан рухын күтәргән фильмдар киң сығарылған. Улар, башҡа бөтөн кинотаҫмалар кеүек үк, ҡаты идеологик тикшереү үткән.

Музыкаһы

үҙгәртергә

Нацистар власҡа килгән ваҡытта Германияла эшһеҙлек 30 %, ә музыканттар араһында 60 % тәшкил иткән. Бөтөн музыканттар араһында йәһүдтәр бары тик 5 % ҡына тәшкил итһә лә, ысынында иһә дирижёрҙар, импресарио араһында йәһүдтәр — немец кенә түгел, поляк, австрия, чех, венгр йәһүдтәре — байтаҡ булған. Тап ошоно яңы хөкүмәт бар яуызлыҡтың тамыры "йәһүд баҫып алыуы"нда тип аңлатҡан. Йәһүд сығышлы музыканттарҙы симфоник оркестрҙар составынан һәм опера труппаларынан ҡыуып сығарыу башланған. Берлин филармонияһы оркестры дирижёры Бруно Вальтер, Берлин операһы оркестры дирижёры һәм етәксеһе Отто Клемперер эмиграцияға китергә мәжбүр булған, Берлин Юғары музыка мәктәбе профессоры композитор Арнольд Шёнберг эштән киткән.

Йәһүд булмаған немец музыканттары араһынан тик бер кеше — дирижёр Вильгельм Фуртвенглер генә ҡаршы тороу белдергән. Ул «Фоссише цайтунг» (1933 йылдың 11 апреле) гәзитендә Йозеф Геббельсҡа асыҡ хатын баҫтырып сығарған. Мэтью Бойден (Рихард Штраустың биографы) «Фуртвенглер үҙенең дирижёр подиумынан тыш әллә ниндәй батыр ҙа түгел һымаҡ, һәм был позицияһы уны тағы ла батырыраҡҡа әйләндерҙе» тип яҙған. Был хатта, атап әйткәндә, түбәндәгеләр яҙылған:

  Музыкала, икмәк менән картуфҡа ҡулланылған кеүек, квоталар мөмкин түгел. Әгәр концерттар бер нисек тә лайыҡ һәм бик шәп булмаһа — тамашасылар унда йөрөүҙән туҡтаясаҡ. Шул сәбәпле музыканың сифаты идеология менән билдәләнмәй. Был сәнғәттең һаҡланып ҡалыу сере.

Әгәр йәһүдтәр менән көрәш тирә-йүндәгеләргә насар тәьҫир иткән тамырҙары булмаған деструктив элементтарға йүнәлгән булһа, — шул саҡта ғына был көрәш ғәҙел. Ләкин әгәр был һөжүм ысын художниктарға ҡаршы йүнәлтелһә — был беҙҙең мәҙәниәт мәнфәғәтендә түгел. Ысын артист — һирәк күренеш, һәм бер ил дә, хәҙер Германияла үҙ профессияһы менән шөғөлләнә алмаған Бруно Вальтер, Отто Клемперер, Райнхард һ.б кеүек артистарҙан, баш тартыуҙы үҙенә рөхсәт итмәйәсәк.

 

Һеббельс, шулай уҡ гәзит аша, кисектермәйсә, Фуртвенглер протесына ҡырҡа яуап биргән.

  Һуңғы 14 йыл дауамында Германия музыканттары үҙҙәренең йәһүд көнәркәштәре тарафынан өндәшмәүгә дусар ителделәр.  

Бының менән параллель рәүештә көтмәгәндә 1933 йылдың 28 майында раса ҡараштары буйынса берҙән-бер ҡабул итерлек донъя кимәлендәге сит ил дирижёры Артуро Тосканини Байройтҡа, йыл һайын ойошторолған шәхсән Адольф Һитлер патронатлыҡ иткән вагнер фестиваленә килеүҙән баш тартҡан. Был нацистар престижына ҡаты һуҡҡан, сөнки нацизмдың юл асыусыһы һаналған Вагнер музыкаһын башҡарыу «яңы германлылар» тәрбиәләү өсөн кәрәкле мөһим дәүләт бурысы тип иғлан ителгән.

Киң йәйелдерелгән бәхәс һәм Германияның эре опера, театр һәм музыка коллективтарында кадрҙарҙы урындарынан күп һанлы алмаштырып ҡуйыу йомғағы булып Империя музыкаль палатаһы (Империя мәҙәниәте палатаһы бүлеге) Президенты посына күренекле композитор Рихард Штраустың (Байройтта Тосканиниҙы һәм Берлинда Вальтерҙы алмаштырған), ә вице-президент посына Вильгельм Фуртвенглерҙың тәғәйенләнелеүе ҡыҙыҡлы булған.
Музыкаль палатаға бөтөн композиторҙар, артистар, концерт агентлыҡтары, һәүәҫкәр музыкаль йәмғиәттәр, нәшриәтселәр, һатыусылар һәм музыка ҡоралдары яһаусылар буйһонған.

1934 йылда, Берлин Шпорт Паласындағы митинг ваҡытында, Һеббельс, үҙе әйтмешләй, «йәһүд интеллектуаль принциптарын йоҡторған» композитор Пауль Һиндемитҡа ябырылған. Һиндемиттың «Матис рәссам» операһы премьераһы тыйылған. Вильгельм Фуртвенглер, быға ҡаршы булғанын күрһәтеп, Империя музыкаль палатаһы вице-президенты һәм Берлин операһының баш дирижёры посынан баш тартҡан.

1935 йылда Дрезденда Рихард Штраустың «Аҙ һүҙле ҡатын» операһы премьераһы алдынан композитор иғланда либреттист — йәһүд сығышлы австрия яҙыусыһы Стефан Цвейгтың исемен күрһәтеүҙе талап иткән. Цвейгҡа яҙған хатында Штраус национал-социалистарҙы тәнҡитләгән һәм уларҙың сәнғәттәге принциптарын ҡабул итмәүен асыҡ әйтеп биргән. Хат гестапоға эләккән. Штраус посынан төшөрөлгән.
1935 йылдан 1945 йылға саҡлы күренекле музыкаль эшмәкәр, тәнҡитсе, теоретик Петер Раабе Империя музыкаль палатаһының президенты булған. Шул саҡтан башлап Империя музыка палатаһы рейхта иң либераль булып һаналған. Петер Раабе, ижади сыҙамлығын хакимлыҡ иткән власҡа тулыһынса лояллеге менән яраштырып, рейхтың музыкаль тормошон етәкләгән. Өсөнсө рейх дәүерендә Адольф Һитлер яратҡан Рихард Вагнер музыкаһы иң популяр һәм рәсми танылған музыка булған. Шуның менән бергә башҡа күп илдәр, шул иҫәптән совет композиторҙарының әҫәрҙәре башҡарылған, замана немец композиторҙарына ла (Карл Орф, Рихард Штраус, Һанс Пфицнер, Һаас, Эгк, Вагнер-Регени һ.б.) етерлек иғтибар бүленгән. Шул уҡ ваҡытта немец йәһүд композиторҙары Джакомо Мейерберҙың һәм Феликс Мендельсондың музыкаль әҫәрҙәрен башҡарыу ҡәтғи тыйылған булған.

Германияның музыкаль тормошон донъя кимәлендәге дирижёрҙарҙың иҫ киткес сәсмәләре биҙәгән. Һис шикһеҙ, иң сағыу һәм күренеклеһе Вильгельм Фуртвенглер (Берлиндағы күп кенә коллективтарҙан тыш, 1937 йылдан Байройт фестивален дә һәм 1930 йылдан 1945 йылға саҡлы Вена симфоник оркестрын да етәкләгән) булған. Унан башҡа тағы ла түбәндәгеләр:

  • Һерберт фон Караян — австрия дирижёры, нацист партияһы ағзаһы, Германияның әһәмиәте буйынса икенсе урында торған симфоник оркестрының — Берлин дәүләт капеллаһының етәксеһе булған.
  • Һанс Кнаппертсбуш — Мюнхендың генеральмузикдиректоры, Фуртвенглерҙың төп ижади көндәше.
  • Һерман Абендрот — Берлиндың генеральмузикдиректоры, национал-социалистар хакимлыҡ иткән бөтөн осорҙа донъяның иң һәйбәт оркестрҙарының береһе — "Гевандһаус Лейпциг оркестры"ның етәксеһе булған.
  • Һанс Шмидт-Иссерштедт — 1935 йылдан 1942 йылға саҡлы — Һамбург дәүләт операһының баш дирижёры, икенсе йылдан — Берлин Немец операһы директоры, артабан — Берлин генеральмузикдиректоры.
  • Ойген Йохум — 1942 йылға саҡлы Һамбург дәүләт операһының икенсе дирижёры, артабан баш дирижёр.
  • шулай уҡ Клеменс Краусс, Метью Шнайдер, Карл Бём, Һанс Росбауд, Һермс Ниль.

Ошо данлыҡлы дирижёрҙар менән йәнәш Германияның опера йырсылары торған. Шулар араһында иң күренеклеләре: Элизабет Шварцкопф, И. Зеефрид, Маргарете Клозе, Анна фон Мильденбург, Марта Мёдль, Рудольф Бокельман, Элизабет Һрюммер, Х. Вильдебрун.

Данлыҡлы инструменталистар ҙа лайыҡлы өлөш индергән: Һеорг Куленкампф (скрипка), Вальтер Гизекинг (фортепиано), Пауль Һрюммер (виолончель), Кристиан Дёберайнер (гамба), В. Штросс (скрипка), Х. Вальха (орган).

Наградалары

үҙгәртергә

Бөтә наградалар дөйөм милләттеке булған (власҡа нацистар килгәнгә саҡлы, бөтә наградалар фәҡәт территориаль характерҙа булған — уларҙы ер хөкүмәттәре тапшырған). Традицион наградалар, яңы атрибутикаға ярашлы, үҙгәрештәргә дусар ителгән һәм яңы наградалар системаһы эшләнгән. Икенсе донъя һуғышы башланғанға саҡлы Һитлер шәхсән бөтөн төр наградаларҙы үҙе тәғәйенләгән һәм тапшырған, артабан был хоҡуҡ ғәскәрҙәргә, команда составтарының төрлө кимәлдәренә тапшырылған. Юғары командирҙар тейеш булғанлыҡтан, Рыцарь тәреһе кеүек награданы фюрер шәхсән үҙе тапшырған.

Радио тапшырыуҙары

үҙгәртергә
  • Оҙон тулҡынлы радиостанция — Deutschlandfunk/Deutschlandsender («Германия радиоһы»)
  • Урта тулҡынлы радиостанция — Reichsprogramm («Имперская программа»), үҙ эсенә региональ өҫтәмәләр ҙә индергән
    • «Кёнигсберг империя радиоһы» Reichssender Königsberg (Көнсығыш Пруссия, Померанияның көнсығыш өлөшө) Калининград (телерадиокомпания)
    • «Бреслау империя радиоһы» Radio Wrocław/Reichssender Breslau (Юғарғы Силезия, Түбәнге Силезия)
    • «Берлин империя радиоһы» Rundfunk Berlin-Brandenburg/Reichssender Berlin (Бранденбург һәм Ҙур Берлин)
    • «Лейпциг империя радиоһы» Mitteldeutscher Rundfunk/Reichssender Leipzig (Саксония, Тюрингия, Саксония провинцияһы, Анһальт)
    • «Һамбург империя радиоһы» Norddeutscher Rundfunk/Reichssender Hamburg (Һанновер, Шлезвиг-Һольштейн, Һамбург, Бремен, Любек, Шаумбург-Липпе, Брауншвейг, Ольденбург, Мекленбург, Померанияның көнбайыш өлөшө)
    • «Кёльн империя радиоһы» Westdeutscher Rundfunk/Reichssender Köln (Вестфалия, Липпе, Рейн провинцияһының төньяҡ өлөшө)
    • «Франкфурт империя радиоһы» hr1/Reichssender Frankfurt (Һессен, Һессен-Нассау)
    • «Мюнхен империя радиоһы» Bayern 1/Reichssender München (Бавария)
    • «Саарбрюккен империя радиоһы» Saarländischer Rundfunk/Reichssender Saarbrücken (Саарланд)
  • Ҡыҫҡа тулҡынлы радиостанция — Deutsche Welle/Überseesender
  • Deutscher Fernsehfunk/Deutscher Fernseh-Rundfunk метрлы тулҡындарҙа телеканалы фәҡәт Берлинда ғына, көнөнә 2-шәр сәғәт күрһәткән

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Өсөнсө рейхтың административ-территориаль ҡоролошо
  • Германия донъя баш ҡалаһы
  • «Үҙәк» илдәре һәм уларҙың союздаштары
  • Фашист символикаһы
  • Өсөнсө рейхтың иҡтисады
    • Остарбайтерҙар
  • Нацист Германияһында тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш
  • Өсөнсө рейхта халыҡ мәғарифы
  • Ҡаршы тороу хәрәкәте (Германия)
  • Һитлер кабинеты
  • Үткәндәрҙең хаталарын еңеп сығыу
  • Дүртенсе рейх
  • Сигнал (журнал, 1940—1945)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. К
  2. формаль эшләгән 1933—1945 йй. Веймар конституцияһының ст. 137 статьяһы
  3. Согласно «Веймарской конституции» Германии, формально действовавшей в стране в период 1933—1945 гг.
  4. Автократия
  5. АВТОКРАТИЯ|Энциклопедия Кругосвет
  6. Чехословакия, Франция, Югославия, Черногория короллеге (1941—1944)), СССР тулыһынса баҫып алынмай
  7. Адольф Гитлергә ғәҙәттән тыш вәкәләттәр һәм бер ни менән сикләнмәгән власть (диктатура) урынлаштырыу өсөн нигеҙ биргән «Ғәҙәттән тыш вәкәләттәр тураһында» (тулыһынса «Халыҡтың һәм дәүләттең ауыр хәлен еңеп сығыу тураһында») Законын (1933) ҡабул итеү 2013 йыл 14 май архивланған.
  8. Дата шартлы алынған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Өсөнсө рейхтың ойошторолоу көнө итеп шулай уҡ 1933 йылдың 30 ғинуары ла күрһәтелә
  9. Национал-социализм
  10. VIVOS VOCO: А. О. Наумов, «АНШЛЮС АВСТРИИ В 1938 ГОДУ КАК КРИЗИС ВЕРСАЛЬСКОЙ СИСТЕМЫ»
  11. 1938 йылғы Мюнхен килешеүе
  12. Piotr Eberhardt. Political Migrations in Poland, 1939–1948. — 2006. — P. 24.
  13. Baryshnikov 2003; Juutilainen 2005, p. 670; Ekman, P-O: Tysk-italiensk gästspel på Ladoga 1942, Tidskrift i Sjöväsendet 1973 Jan.-Feb., pp. 5-46.
  14. В.Клемперер. LTI: язык Третьего Рейха. Записная книжка филолога
  15. Мазарчук Д.В. Консервативные революционеры Веймарской Германии о государственности и праве // Право и политика. — 2005. — № 6.
  16. Gesetz gegen die Neubildung von Parteien 2008 йыл 21 декабрь архивланған.  (нем.) — «In Deutschland besteht als einzige politische Partei die Nationalsozialistische Deutsche Arbeiterpartei»
  17. Euronews: «Хрустальная ночь» длиной в несколько лет 2020 йыл 15 август архивланған.
  18. [1] 2011 йыл 5 ғинуар архивланған. (недоступная ссылка с 23-05-2013 (4203  дней) — историякопия) № 172. Беседа председателя Совнаркома, наркома иностранных дел СССР В. М. Молотова с рейхсканцлером Германии А. Гитлером в Берлине 12 ноября 1940 г.
  19. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; павлов төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  20. Омельченко Всеобщая история государства и права
  21. Имперская трудовая повинность в нацистской Германии (1933—1945) Ерин М. Е., Ермаков А. Е. ISBN 5-230-20568-7
  22. 22,0 22,1 Martin Kitchen . The Cambridge Illustrated History of Germany:-Cambridge University Press 1996 ISBN 0-521-45341-0
  23. Der Nürnberger Hauptkriegsverbrecherprozess 18.Oktober 1945 −1.Oktober 1946 . 2 Auflage- Herausgeber: Stiftung Topographie des Terrors. Druck DMP Digital — & Offsetdruck GmbH. 2006 ISBN 3-9807205-2-7
  24. Reinhard Pözorny(Hg)Deutsches National-Lexikon- DSZ-Verlag. 1992. — ISBN 3-925924-09-4
  25. Полякова А. А. Пропаганда войны в кинематографе Третьего Рейха 2014 йыл 4 март архивланған.. Ирис Групп, М., 2010, с. 12
  26. Heinz Bergschicker. Deutsche Chronik 1933—1945. Ein Zeitbild Faschistischen Diktatur. 3.Auflage. страница 52, Berlin :Verlag der Nation, 1981
  27. Васильченко Андрей. Нордические олимпийцы. Спорт в Третьем рейхе
  28. Hyde Flippo, The 1936 Berlin Olympics: Hitler and Jesse Owens, German Myth 10, german.about.com
  29. Rick Shenkman, Adolf Hitler, Jesse Owens and the Olympics Myth of 1936 February 13, 2002 from History News Network (article excerpted from Rick Shenkman’s Legends, Lies and Cherished Myths of American History, William Morrow & Co, 1988 ISBN 0-688-06580-5)
  30. Schaap Jeremy. Triumph: The Untold Story of Jesse Owens and Hitler's Olympics. — New York: Houghton Mifflin Harcourt, 2007. — ISBN 9780618688227.
  31. Энциклопедия Третьего рейха. М., 1996
  32. 32,0 32,1 Inszenierung der Macht, Neue Gesellschaft für Bildende Kunst, Berlin. ISBN 3 88940 0108

Һылтанмалар һәм әҙәбиәт

үҙгәртергә

Ҡалып:Өсөнсө рейхтың административ-территориаль ҡоролошо Ҡалып:Адольф Һитлер Ҡалып:Германия тарихы

Әҙәбиәт һәм һылтанмалар

үҙгәртергә

5-85233-003-18

Ҡалып:Өсөнсө рейхтың административ-территориаль ҡоролошо Ҡалып:Адольф Һитлер Ҡалып:Германия тарихы