Төп менюны асырға

Идеоло́гия (грек. ιδεολογία, ιδεα — оҡшаш ҡыйәфәт, идея; һәм λογος — һүҙ, аҡыл, тәғлимәт) — төрлө социаль класс һәм төркөмдәрҙең мәнфәғәтен яҡлап яйға һалынған ҡарашы, уның нигеҙендә кешеләрҙең һәм йәмғиәттең мөнәсәбәте, шулай уҡ өҫтөнлөк итеүсе власть талабы буйынса тыйыуҙар (консерватив идеалогия) йәки үҙгәртеп ҡороуҙар (радикаль һәм революцион идеалогия)[1].

Идеалогия фәнни белемгә нигеҙләнһә лә, фән түгел.

Төшөнсә тарихыҮҙгәртергә

Де Траси һәм КондильякҮҙгәртергә

«Идеология» термины XVIII быуат аҙағында Францияла А. Дестют де Траси тарафынан кертелә. Ул Этьен де Кондильяк менән берлектә кешелек белеме нигеҙендә идея формалашыуы тураһында фән булдырырға ниәтләй. Был тәғлимәт фәндә һәм социаль өлкәлә әйҙәүсе принцип булырға тейеш булған. Шуға күрә Дестют де Траси идеалогияны әхлаҡ, сәйәсәт, хоҡуҡтың тәүге нигеҙҙәре итеп күргән.

Был термин менән уңай мәғәнәне, айырым алғанда, йәмғиәт өлкәһендәге уй-фекерҙәрҙе күҙҙә тота. Ләкин Дестют иҫән ваҡытта уҡ был терминға тиҫкәре, кәмһетеүле мәғәнә бирә башлайҙар. Дестют де Траси һәм Кондильяк ул ваҡытта власта булған Наполеон сәйәсәтенә йоғонто яһарға була. Әммә тарихи шәхес ишараты менән «идеология» кәмһетелеү мәғәнәһен ала, идеология төшөнсәһе онотола.

Маркс һәм Маркс традицияларыҮҙгәртергә

Был ҡараш XIX быуат уртаһында ла хакимлек итә әле. Мәҫәлән, K. Маркс менән Ф. Энгельс үҙҙәренең «Немец идеологияһы» (1846) тигән хеҙмәттәрендә «идеология» терминын «иллюзия» мәғәнәһендә ҡулланалар. Ләкин XX быуатта «идеология» үҙенең тәүге мәғәнәһенә ҡайта, һәм ул айырып ҡарауға (дифференцацияға) дусар була.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Идеология / Г. Ю. Семигин // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Степин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-244-01115-9.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Н. Бобровников. Идеология // Большая советская энциклопедия: В 65 томах / гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1933. — Т. 27 (Зерновые — Империализм). — С. 452—463. — 960 с. — 45 500 экз.