Беренсе Австрия Республикаһы

Беренсе Австрия РеспубликаһыАвстро-Венгрия империяһының емереклектәрендә Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштары арауығында барлыҡҡа килгән  дәүләт.

Беренсе Австрия Республикаһы
нем. Die Erste Republik
Австрия флагы Австрия гербы
Австрия флагы Австрия гербы

Гимн: Германская Австрия, чудесная земля[d]

 
 
Баш ҡала

Вена

Телдәр

немец

Дин

Рим-католик сиркәүе

Австрия де - факто ғына республика булып һаналған, рәсми рәүештә ул Федераль Австрия дәүләте тип атала. Илдең ошо дәүерҙәге тарихы һул һәм уң яҡлы радикаль сәйәси  төркөмдәре араһындағы  даими бәрелештәр менән билдәләнә (мәҫәлән,  1927 йылдағы Июль ихитилалын сағыу миҫал итеп һанап була).  Австрия конституцияһы 1920 йылда ғәмәлгә инә, ә 1929 йылда юҡҡа сығарыла. Беренсе Австрия республикаһы аншлюсҡа бәйле  "нацистик  Германия"һына ҡушылыуы арҡаһында  бөтөрөлә. Ҡайһы бер тарихсылар, республика ҡоролошо  1933-34 йылдарҙа уҡ,  австриялы фашистар власҡа килгәндән һуң,  граждандар һуғышы тамамланыуы менән туҡтатылған, тип һанай.  Фашистар хөкүмәте тарафынан төҙөлгән яңы конституцияға ярашлы  Австрия Федераль дәүләте (нем. Bundesstaat) статусын ала, республика тураһында иҫкә лә алынмай.

Булдырылыуы

үҙгәртергә
Австрия тарихы
 

Тарихҡа тиклем Австрия
Норик һәм Реция
Көнсығыш марка
Австрия герцоглығы
Австрия Эрцгерцоглығы
Изге Рим империяһы
(Габсбург монархияһы)
Австрия империяһы
Австро-Венгрия
Беренсе республика
Альп һәм дунай рейхсгау
Союз оккупацияһы
Икенсе республика

1919 йылда Сен - Жермен солох килешеүе нигеҙендә Немец Австрияһы дәүләте ғәмәлдән сығарыла, бының һөҙөмтәһендә ҡайһы бер күбеһенсә немец халҡы йәшәгән ерҙәр башҡа илдәр юрисдикцияһы аҫтына күсә. Атап әйткәндә, Судеттар өлкәһе (нем. Sudetenland) Чехославакияға бирелә, Тироль — Италияға, көньяҡ территориялар өлөшө — сербтар, хорваттар һәм словенецтар короллегенә (һуңғараҡ Югославия тип атала башлай) күсә. Килешеүҙең һөҙөмтәләре этник немецтарҙың асыуын тыуҙыра.  Улар Америка президенты Вудро Вильсон тәҡдим иткән Европаның һуғыштан һуңғы ҡоролош принциптарын тупаҫ боҙолоуы тураһында асыҡ белдерәләр һәм, тәүге нәүбәттә, милләтәрҙең үҙбилдәләнеше гарантияланған пункты буйынса.Австрияға үҙенең составында тик ике бәхәсле территорияны һаҡлап ҡалырға форсат табыла. Был территорияларҙың береһендә күберәк словенецтар  йәшәгән провинцияның көньяҡ - көнсығыш өлөшө — Каринтия була. Каринтияға үҙҙәренең дәғүәләрен сербтар короллеге, Хорватия һәм Словения  белдерә. 1920 йылдың  20 октябрендә үткән референдумда халыҡтың күпселеге Австрия составында ҡалыуҙы хуп күрә. Австрия дәүләтенән айырымлашыуға дусар булмаған икенсе төбәк шулай уҡ Көнбайыш Венгрия исеме аҫтында билдәле Бургенланд була. Был провинция 1647 йылдан башлап Венгрия короллегенә инә. Бында башлыса немецтар йәшәй, шулай уҡ хорваттар һәм венгрҙар. Сен - Жермен килешеүенә ярашлы был территория 1921 йылда Австрия республикаһы составына инә. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, австриялылар ризаһыҙлыҡ белдергән плебисцит (референдум) һөҙөмтәләре буйынса провинцияның бер ҡалаһы — Шопрон (нем. Ödenburg) Венгрия юрисдикцияһы аҫтында ҡала.  

Һуғыштан һуңғы ваҡытта Австрия менән бер нисә алдынғы социаль - иҡтисади һәм хеҙмәт закондарын сығарған  һул һәм уң көстәрҙең коалицияһы идара итә. 1920 йылда коалицион хөкүмәт Австрия конституцияһын раҫлай. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, илдә иҡтисад яғынан мөһим төбәктәр башҡа яңы ҡоролған дәүләттәр составына инеүе сәбәпле  һиҙелерлек кризис кисерә.    Йәш дәүләттәрҙең күбеһе Вена банкылары кредиторҙары булғанға күрә, ситуация тағы ла ҡатмарлаша төшә.

Хөкүмәт һәм 1920-1932 йылдарҙағы  сәйәсәт  

үҙгәртергә

1920 йылдан һуң хөкүмәттә Рим - католик сиркәүе менән тығыҙ бәйләнештә булған Христиан - социаль партияһы төп көс була.  канцлер посын биләгән партия лидеры Игнац Зейпель үҙенең тырышлығын алдынғы сәнәғәтселәр һәм сиркәү араһында коалиция төҙөүгә йүнәлтә. Бер генә партияның оҙайлы ваҡыт власта тороуына ҡарамаҫтан, Австрия сәйәсәтенә был тотороҡлоҡ өҫтәмәне. Илде ваҡыты - ваҡыты менән һул (Республика шуцбунды, нем.Republikanischer Schutzbund) һәм уң (Ватанды яҡлау союзы, нем.Heimwehr) сәйәси хәрбиләштергән төркөмдәр араһындағы ығы - зығылар ҡуҙғыта. 1927 йылда һулдар күмәк кешелек ризаһыҙлыҡ белдереү акциялары ойоштора, был акцияға хөкөм органдарының бер ир менән баланы үлтереүсе уң радикалдарҙы аҡлауы булышлыҡ итә. Һулдарҙың масштаблы акцияһы тарихта 1927 йылғы Июль ихтилалы исеме аҫтында билдәле. Һөҙөмтәлә боланы бик күп боласыларҙың һәләк булыуына килтергән полицияның радикаль ғәмәлдәре ярҙамында ғына баҫтырыла. Әммә хөкүмәт сараларына ҡарамаҫтан Энгельберт Дольфус канцлер булып 1930 йылдарҙа һайланғанға  тиклем илдә көс ҡулланыу эскалацияһы туҡтамай.

Австрофашизм

үҙгәртергә

Христиан - социаль пратия вәкиле Энгельберт Дольфус 1932 йылда власҡа килә. Ул илдә диктаторлыҡ идаралығын индереүсе, власты үҙәкләштереүе һәм фашизм сәйәсәтенең башлап ебәреүсеһе була. 1933 йылда закон төҙөгән саҡта парламентарийҙарҙың хатаһы менән файҙаланып, Дольфус хөкүмәте Милли Советының тарҡалыуы өсөн һәм парламенттың эшмәкәрлегенең туҡтатылыуы тураһында тауыш бирә.

Хөкүмәт   Австрияны Германияға ҡушыуҙы алдына  маҡсат итеп ҡуйған һәм көс туплай башлаған  Милли - социаль партия менән киҫкен ярышыуҙа була. Дольфустың  австрофашизмы католик сиркәүе менән бәйләнештәрҙе нығытыуға ынтылышлы була һәм протестанттар өҫтөнлөгө булған Германия составына инеү мөмкинселеген кире ҡаға. Нацистарҙы яҡлаусылар (социалистар һәм австрофашистар)  араһындағы конфликт граждан һуғышына әүерелә.

1934 йылда Дольфус бер партия режимы идаралығын индерә, Ватан фронты (нем. Vaterländische Front) партияһына лидерлыҡ роле бирелә. Хөкүмәт етештереү өҫтөнән  тулы контроль булдыра һәм Милли - социалистик партияһы яҡлыларҙы репрессияларға дусар итә. Нацистар яғынан 1934 йылдың 25 июлендә канцлер Дольфусты үлтерелеүе реакция тыуҙыра.

Был ваҡиға башында фашист диктаторы Бенито Муссолини торған  күрше Италияла оло бола ҡуптара. Дуче Германияны Дольфусты үлтереүен ойоштороуҙа шик тота һәм австрофашистик хөкүмәткә немец ғәсҡәрҙәре баҫып инеү шарттарында хәрби ярҙам вәғәҙә итә. Муссолининың борсолоуы башлыса Германия нацистарының этник немецтар  күпләп йәшәгән Италия провинцияһы булған Тиролгә дәғүәләрен белдереүҙәрендә ҡоролған була.  Италияның ярҙамы арҡаһында Австрия дәүләте Германияға көсләп 1934 йылда уҡ ҡушылдырыуынан ҡотола. 

Артабан Австрия канцлеры булып Курт Шушниг тәғәйенләнә. Ул Дольфустың нацистарҙы тотоп тороу  сәйәсәтен дауам итә,ә 1936 йылда икенсе радикаль  Эске оборона ойошмаһының эшмәкәрлеген тыя.

1938 йылда Гитлер Италия тарафынан уның Австрияны аннексиялау буйынса пландарын хуплауға ирешә һәм шунда уҡ күрше дәүләттә власты үҙ ҡулдарына аласағы тураһында асыҡ белдерә. төрлө ысулдар менән һуғыштан ҡотолорға тырышҡан Шушниг Германияға ҡушылыу буйынса референдум тәғәйенләй. Халыҡтың фекере Австрияның суверенитетын һаҡлап ҡалыр тигән һуңғы өмөтө була әле уның. Гитлер өсөн  ваҡиғаларҙын бындай ағышы бер нисек тә ҡулай булмай һәм ул Шушнигтан кисекмәҫтән оставкаға китеүен талап итә. Шушниг буйһонорға мәжбүр була. 11 мартта канцлер австриялы нацистарҙың башлығы Артур Зейсс - Инквартҡа үҙенең хоҡуҡтарын тапшыра, ә иртәгеһенә  илгә немец ғәсҡәрҙәре индерелә. 1938 йылдың 13 мартында Австрия Республикаһы рәсми рәүештә ғәмәлдән сығарыла һәм Альпы һәм Дунай рейхсгауҙары булараҡ Өсөнсө рейх өлөшө булып китә.

Беренсе Республика канцлерҙары исемлеге

үҙгәртергә
 
1938 йылдың 10 апрелендә үткәрелгән референдумдың тауыш биреү өсөн бюллетене .  Бында яҙылған: "Һеҙ Австрияның Немец рейхына   1938 йылдың 13 мартында иғлан ителгән  ҡушылдырыуы менән ризаһығыҙмы һәм һеҙ Беҙҙең лидер Адольф Гитлерҙың партияна тауыш бирәһегеҙме?". Ҙур түңәрәк "Әйе",  бәләкәйе —  "Юҡ" тип исемләнгән.
19181920 Карл Реннер
19201921 Михаэль Майр
19211922 Йохан Шобер
1922 Вальтер Брайски
1922 Йохан Шобер
19221924 Игнац Зейпель
19241926 Рудольф Рамек
19261929 Игнац Зейпель
1929 Эрнст Штреерувиц
19291930 Йохан Шобер
1930 Карл Вогойн
19301931 Отто Эндер
1931—1932 Карл Буреш
1932—1934 Энгельберт Дольфус
1934 Эрнст Рюдигер Штархемберг (б.б.)
19341938 Курт Шушниг
1938 Артур Зейсс-Инкварт
  • Graham, Malbone W. : «Foreign Governments and Politics: The Constitutional Crisis in Austria». The American Political Science Review 24:1 (1930)