Насир — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Насир (Насыр)— «ярҙамсы», «яҡлаусы» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Насир Абдуллин — хәрби эшмәкәр. Есаул. 14-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Насир Рафиҡ улы Ураҙбаев (3 апрель 1902 йыл — 31 ғинуар 1981 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1941—1946 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1946—1951 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы Рәисе. СССР урман сәнәғәте министры урынбаҫары, СССР Урман сәнәғәте министрлығының ағас сеймалы базаһы Идаралығы башлығы (1951—1955). Ике Ленин (1944, 1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1948) ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962).

Насир Харис улы Садиҡов (рус. Садыков Насыр Харисович) (1913 йыл — 19 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Насир әд-Дин Туси (18 февраль 1201 йыл — 26 июнь 1274 йыл) — XIII быуатта фарсы математигы, механигы һәм астрономы, Камал әд-Дин ибн Юныстың уҡыусыһы, төрлө яҡлы ғалим, философия, география, музыка, оптика, медицина, минералогия буйынса әҫәрҙәр авторы. Грек фәндәре белгесе, Евклид, Архимед, Автолик, Феодосий, Менелая, Аполлоний, Аристарх, Гипсикл, Птолемей хеҙмәттәрен аңлатма биргән. Насыр әд-дин ат-Тусиҙың 150-гә яҡын трактаты һәм хаттары булыуы билдәле, шуларҙың егерме бише фарсы телендә, ә ҡалғандары — ғәрәп телендә яҙылған.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Насиров Рәүеф Хәй улы (11 ноябрь 1935 — 6 июнь 2014 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы, 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1978) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.

Насиров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы(5 ғинуар 1929 йыл — 11 июнь 1980 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, 1941—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Карл Маркс исемендәге колхоздың звено етәксеһе, 1958—1961 йылдарҙа рәйес урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Насыров Илшат Рәшит улы(30 сентябрь 1960 йыл) — Рәсәй философы. Фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһының Философия институтының ғилми хеҙмәткәре.

Насиров Шакир Ғиниәт улы (6 март 1913 йыл — 3 октябрь 1968 йыл) — яҙыусы, журналист, тәржемәсе. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).

Насиров Имаметдин Низаметдин улы (Имай Насыри) (30 сентябрь 1898 йыл — 29 март 1942 йыл) — башҡорт яҙыусыһы дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.

Насыров Морат Исмаил улы (1969 йылдың 13 декабре, Алматы — 2007 йылдың 19 ғинуары, Мәскәү) — совет, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, йырҙар авторы. Милләте буйынса — «Мальчик хочет в Тамбов», Алёна Апина менән «Эти лунные ночи» дуэтын, «Я — это ты», «Обманула» хиттарын, шулай уҡ Дисней йәнһүрәттәре «Черный Плащ» (1992—1994 йылдарҙа) һәм «Утиные истории» (1994 һәм 2004 йылдарҙа) йырҙарының рус версияһын башҡарыусы.

Насыров Зәки Ильяс улы (29 март 1956 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, шағир. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе һәм Хакимиәт етәксеһе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006), Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2010).

Насыров Юнер Ярулла улы (26 август 1935 йыл — 13 октябрь 2002 йыл) — рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).

Насырова Зөһрә Камалетдин ҡыҙы (1892 йыл — 1938 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ҡатыны, алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ, уҡытыусы, тегенсе.

Архитектурала

үҙгәртергә

Насир әл-Мүлк мәсете (фарс. مسجد ناصر الملک) — Шираздағы иң боронғо мәсеттәрҙең береһе. Шираздың тарихи үҙәгендәге Лотф Али-шаһ урамында, Шаһ-Черах мавзолейына яҡын урынлашҡан, Насир әл — Мүлк мәсете Ирандың иң матур мәсеттәренең береһе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ