Насыров Юнер Ярулла улы

Насыров Юнер Ярулла улы (26 август 1935 йыл13 октябрь 2002 йыл) — рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).

Насыров Юнер Ярулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 август 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Уҫылы, Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 октябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Насыров Юнер Ярулла улы 1935 йылдың 26 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Уҫылы ауылында тыуған.

1962 йылда Тажик ССР-ының Дүшәмбе ҡалаһында М. Олимов исемендәге республика сәнғәт училищеһын тамамлай.

1962 йылдан Нефтекама ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.

1992—1993 йылдарҙа рәссамдың тырышлығы менән Нефтекама ҡалаһында «Мираҫ» галереяһы музей коллекцияларына нигеҙ һалына, 1994—2002 йылдарҙа уның директоры булып эшләй.

2002 йылдың 13 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһында вафат булып ҡала.

Юнер Ярулла улы Насыров — 200-гә яҡын һынлы сәнғәт һәм графика эштәре авторы.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Өфө картиналар галереяһында, «Академия» (Өфө ҡалаһы) һәм «Мираҫ» галереяларында һаҡлана.

Күргәҙмәләре үҙгәртергә

  • 1974 йылдан республика һәм Бөтә Союз художество күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Юнер Насыров /Каталог. Уфа, 1989;
  • Нефтекама Рәссамы. /Буклет. Өфө, 1992;
  • Юнер Насыров /Живопись. Графика, Уфа, 2000.

Һылтанмалар үҙгәртергә