Насир Абдуллин — хәрби эшмәкәр. Есаул. 14-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Насир Абдуллин
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

билдәһеҙ

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18121814

Хәрби звание

есаул

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Насир Абдуллин Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы) Исмаҡай ауылында, башҡа мәғлүмәттәр буйынса Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы) Аҡйегет ауылында йәшәгән.

1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, Верхнеурал өйәҙендә 6-сы кантон башҡорттарынан 14-се Башҡорт атлы полкы ойошторола[1]. Был полк составында Насир Абдуллин есаул булып хеҙмәт итә.

1812 йылдың 8 октябрендә 14-се Башҡорт полкы Һаҡмар үҙәненән ҡуҙғала һәм Һамар ҡалаһы аша үтеп Түбәнге Новгородҡа килеп етә. 1813 йылдың ғинуарында Волынь губернаһына йүнәлә, ә шул уҡ йылдың майында Варшава герцоглығына барып етә. 1813 йылдың 26 сентябрендә полк Гисгибень ауылы, 27 сентябрҙә — Дона, 29 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә — Плауден ауылы янындағы алыштарҙа һуғыша[1].

1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендә Лейпциг янындағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнаша. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Насир Абдуллин 3-сө дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә[2][3].

1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнашҡан 1-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 14-се һәм 4-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[4].

1813 йылдың ноябрендә 14-се Башҡорт полкы Магдебургты блокадалауҙа ҡатнаша, ә шул уҡ йылдың декабрендә Кёльн ҡалаһына барып етә[5].

1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 14-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

Бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Сулейманов Ф. М. Абдулла Сурагулов: к изучению биографии командира 14-го Башкирского полка // Вестник Челябинского государственного университета. — 2013. — № 18 (309). История. Вып. 56. — С. 79-83.
  2. Гатиятуллин З. Башкиры 6-го кантона в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2012. — № 11. — ISSN 1683-3554.
  3. Асфатуллин С. Г., 2000, с. 138-139
  4. Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
  5. Асфатуллин С. Г., 2000, с. 142
  6. Хабибуллин И. З. История формирования Башкирского казачьего войска // Вестник Челябинского государственного университета. — 2010. — № 10. — С. 17.