Насир әд-Дин Әбү Джафар Мөхәммәт ибн Мөхәммәт Туси (перс. محمد بن محمد بن الحسن الطوسی, Тус, 18 февралдә 1201 — Марага, 26 июнь 1274) — XIII быуатта фарсы[6][7][8][9][10][11][12] математик, механигы һәм астрономы[13], Камал әд-Дин ибн Юныстың уҡыусыһы, төрлө яҡлы ғалим, философия, география, музыка, оптика, медицина, минералогия буйынса әҫәрҙәр авторы. Грек фәндәре белгесе, Евклид, Архимед, Автолик, Феодосий, Менелая, Аполлоний, Аристарх, Гипсикл, Птолемей хеҙмәттәрен аңлатма биргән.

Насир әд-Дин Туси
фарс. نصيرالدین طوسی
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Хорезмшаһтар дәүләте
 Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
 Низаритское исмаилитское государство[d]
 Хулагуиды[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме ғәр. مُحمد بن مُحمد بن الحسن الطُوسي
Тыуған көнө 18 февраль 1201[3]
Тыуған урыны Тус[d], Иран[4][3]
Вафат булған көнө 26 июнь 1274[3] (73 йәш)
Вафат булған урыны Кадимия[d], Бағдад[3]
Ерләнгән урыны аль-Казимия[d]
Туған тел фарсы теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Ғәрәп теле
Һөнәр төрө астроном, математик, фәлсәфәсе, астролог, универсаль шәхес, архитектор, табип, дин белгесе, Мәржә-и тәҡлид, яҙыусы, шағир, тәржемәсе, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө астрономия, Кәләм, Ислам фәлсәфәһе, математика, химия, биология, Физика, медицина, этика, фәлсәфә, тарих, Хоҡуҡ, теология, география, музыка, оптика[d], Минералогия, оккультизм[d] һәм фән
Эш урыны Alamut Library[d]
Марагинская обсерватория[d][4]
Биләгән вазифаһы Вәзир
Аспиранттар Аш-Ширази[d], Ал-Казвини[d] һәм Алламе Хилли[d]
Уҡыусылар Абд аль-Карим ибн Тавус[d], Ал-Казвини[d], Аш-Ширази[d], Алламе Хилли[d], Ibn al-Fuwati[d], Шамс ад-Дин аль-Бухари[d][5] һәм Q5727970?
Кемдә уҡыған Ибн Юнис, Камал ад-Дин[d][5]
Спонсор Nasir al-Din Abu al-Fath Abd al-Rahim ibn Abi Mansur[d], Ала ад-Дин Мухаммад[d], Рукн ад-Дин Хуршах[d] һәм Хүләгү
Һуғыш/алыш Монгольская кампания против низаритского исмаилитского государства[d] һәм Битва за Багдад[d]
Сәнғәт йүнәлеше авиценнизм[d]
Йоғонто яһаусы Әбүғәлисина, Фахруддин ар-Рази[d] һәм Ал-Урди, Муаййад ад-Дин[d]
Эра Исламдың алтын быуаты
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Кунья Abu Jaafar[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Nasir al-Din al-Tusi
 Насир әд-Дин Туси Викимилектә

Насыр әд-дин ат-Тусиҙың 150-гә яҡын трактаты һәм хаттары булыуы билдәле, шуларҙың егерме бише фарсы телендә, ә ҡалғандары — ғәрәп телендә яҙылған. Хатта геомантия буйынса трактаты бар, уларҙы Туси, ғәрәп, фарсы һәм төрки телдәрен яҡшы белеүен күрһәтеү маҡсатында, ошо өс телдә яҙа. Тусиҙың грек[14] телен дә белеүе билдәләнә.

Биографияһы үҙгәртергә

Насир әд-Дин Туси Ирандың төньяҡ-көнсығышында 1201 йылда Хөрәсән өлкәһенең Тус ҡалаһында тыуа[13]. Бик йәшләй генә шунда уҡ уҡый башлай, Ҡөрьәнде, хәҙистәр, шиғый юриспруденцияһын, логика, философия, математика, медицинаны һәм астрономияны өйрәнә[15]. Һуңғараҡ Мосулда булып Камал әд-Дин ибн Юныста математика һәм астрономия буйынса уҡыуын дауам итә .

Тәүге осорҙа әт-Тусиҙың эшмәкәрлеге Куһистан менән бәйле була, унда уға хәлиф идараһы башлығы ярҙам итә. Аҙаҡ уға ярҙам килмәй башлай һәм 1235 йылдан исмәғилсе-низараттар дәүләте башлығы резиденцияһы Аламут ҡәлғәһендә йәшәй. Әт-Туси монголдар яҡлы партияға етәкселек итә һәм 1256 йылда Аламутты монголдарға тапшырыуҙа ҡатнаша. Һуңынан илхан булған Хүләгү рәхмәт йөҙөнән әт-Тусиҙы бүләктәр менән күмә һәм үҙенең һарайы астрологы итеп тәғәйенләй. 1258 йылда әт-Туси Хүләгүның Бағдадҡа яһаған хәрби походында ҡатнаша һәм хәлиф менән баш һалыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Күп йылдар дауамында әт-Туси Хүләгүның финанс мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе була; илхан вариҫтарының береһе тормошҡа ашырған һалым реформаһы проекттарын да ул төҙөй.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Математика үҙгәртергә

Тусиҙың математика буйынса хеҙмәттәре араһында «дүрт яклылыҡ тураһында трактат» (башҡа тәржемәһе — «дүрт ҡырлылыҡ тураһында трактат»). Трактат әт-Туси Аламутта йәшәгән сағында ғәрәпсә, Марағала (1260) бер аҙ ҡыҫҡартылып яҙыла. Әт-Туси әл-Бируниҙың «Астрономия фәне китабын…» был тема буйынса унан ал эшләгән ғилми хеҙмәт тип таный. Ғилми трактатта ас-Саларҙың ошо уҡ һорауы буйынса трактаты ла тәнҡитләп иҫкә алына. Әт-Тусиҙың ғилми хеҙмәте Региомонтанға (1436—1476) артабан ғилми эшмәкәрлек алып барыу өсөн нигеҙ булып тора, сөнки тригонометрия тарихында яңы этаптың башланыуы тап Региомонтан исеме менән бәйле.

Әт-Тусиҙың трактаты биш китаптан тора. Беренсе китапта составлы мөнәсәбәттәр теорияһы яҙылған. Сабит ибн Корраның һәм Ғүмәр Хәйямдың идеяларын үҫтерә барып, Әт-Туси рациональ һәм иррациональ һандар төшөнсәһен индерә. Икенсе китапта Менелай теоремаһының дурт яҡлылыҡты иҫбат итеү юлдарын күрһәтә. Өсөнсө китабында, синус һәм косинус төшөнсәләрен индереп, яҫы тригонометрияның бер нисә теоремаһын иҫбатлай, шулай уҡ синустар теоремаһын иҫбатлап күрһәтә. Дүртенсе китап Менелай теоремаһының төрлө осраҡтары тураһында һөйләнелә. Бишенсе китапта, тангенстар һәм синустар теоремалары ярҙамында сферик тригонометрия мәсьәләләрен сисеү ысулдары тикшерелә. Бишенсе китаптың һуңғы бүлегендә сферик өсмөйөштәр мәсьәләләрен сисеү ҡағиҙәләре тәҡдим ителә, шулай уҡ поляр өсмөйөш төшөнсәһе индерелә.

Ғәмәлдә әт-Тусиҙың ғилми ҡаҙаныштары ярҙамында тригонометрия, астрономиянан айырылып, айырым фән булып ҡала[13].

Әт-Туси параллель һыҙыҡтар тураһындағы тәғлимәт буйынса ла бер нисә хеҙмәт яҙа. Беренсенән, был теория әт-Тусиҙың «Евклид иншалары» тигән хеҙмәтенә тикшерелә. Әт-Тусиҙың "Параллель һыҙыҡтар буйынса шикте бөтөрөүсе трактат"ында унан алда параллель һыҙыҡтар буйынса Ибн әл-Хайсам, Ғүмәр Хәйям һәм Әл-Джаухари тарафынан тәҡдим ителгән теориялар тәнҡитләнә.

Әт-Туси, Архимедҡа эйәреп, үҙенең хеҙмәттәрендә шар һәм түңәрәк цилиндр һәм конус кеүек фигураларҙы билдәләгәндә хәрәкәт ҡуллана.

Әт-Туси шулай уҡ Архимедтың «Шар һәм цилиндр тураһында»ғы хеҙмәтенә аңлатма бирә.

Әт-Тусиҙың леммаһын аш-Ширази, Ибн аш-Шатир һәм башҡа ғалимдар, шулай уҡ Коперник та ҡуллана .

«Таҡта һәм туҙан ярҙамы менән арифметика буйынса йыйынтыҡ» (1265) тигән хеҙмәтендә әт-Туси  миҫалында теләһә ниндәй дәрәжәләге тамырҙы сығарыу ысулын ентекле тасуирлап яҙа.

Механикала Насир әд-дин әт-Тусиҙың ғилми ҡаҙаныштары иң тәүҙә кинематикаға ҡарай. Әт-Туси механиканың был бүлегенә индергән төп ҡаҙанышы: Туси леммаһы тип аталған теоремаһы[16].

Механика үҙгәртергә

 
«Пара Туси»: Vat. 319 ms Arabic
 
Туси леммаһының хәҙерге моделе. Әммә Европа ғалимдары өсөн әт-Туси теоремаһы тик XVI быуатта ғына Николай Коперник тарафынан асыла..

Насир әд-Дин әт-Тусиҙың механикалағы ғилми ҡаҙаныштары иң тәүге сиратта кинематикаға бәйле. Механиканың был бүлегенә әт-Туси үҙенең Туси леммаһы тип аталған эше менән инеп ҡала[17].

Әт-Тусиҙың леммаһы аш-Ширази, Ибн аш-Шатир һ. б., ә һуңынан Коперник кеүек ғиалимдар тарафынан ҡулланыла

Астрономия үҙгәртергә

1259 йылда әт-Туси Тебриз (Ереван) эргәһендә ул ваҡытта донъялағы иң ҙур Марагин обсерваторияһына[18] нигеҙ һала. Әт-Туси Хуләгү алдына обсерватория төҙөү тураһындағы мәсьәләне ҡуйғас, Хуләгү, был сығымдарҙы үтә ҙур булыуына һылтанып, баш тартырға ниәтләй. Шул саҡта әт-Туси төнөн тау түбәһенән еҙ тасты шыуҙырып төшөрөп ебәрергә тәҡдим итә. Тас, әлбиттә, даһыр-доһор итеп, шау-шыу менән аҫҡа төшә, хатта ғәскәрҙә паника тыуа. Бына шул саҡ әт-Туси: «Беҙ был ғауғаның сәбәбен беләбеҙ, ә башҡалар белмәй, шуға ла улар тулҡынлана. Әгәр беҙ күктәге күренештәрҙең сәбәптәрен белһәк, ерҙә тыныс йәшәйәсәкбеҙ», — тип аңлата. Ошо һүҙҙәрҙән һуң Хуләгү әт-Тусиға обсерватория төҙөүгә 20 мең динар бирергә ҡуша. Әт-Туси үтенесе буйынса Хуләгү үҙҙәренең ғәскәренә әсир булып төшкән бер ғалимды ла үлтермәйенсә, Марагуға килтерергә ҡуша. Бынан тыш монгол яугирҙәре һуғыштар барышында ҡулдарына килеп эләккән ғилми ҡулъяҙмаларҙы һәм астрономия приборҙарын да Марагулағы обсерватерияға килтереп тапшырыр була.

Марагу астрономдары 1259 йылдан 1271 йылға тиклем, йәғни 12 йыл эсендә, «Ильхан таблицаларын» («Зидж Ильхани») төҙөй. Был зиждә Ҡояш һәм планеталар торошон иҫәпләп сығарыу өсөн таблицалар бирелә, йәғни йондоҙҙар каталогы барлыҡҡа килә. Бынан тыш 1' интервалы менән тәүге синустар һәм тангенстарҙың алты урынлы таблицалары ла төҙөлә. Йондоҙҙарҙы күҙәтеү нигеҙендә әт-Туси көн менән төндөң тигеҙләнеш дәүмәлен дә (51,4") аныҡ иҫәпләп сығара.

Башҡа ғилми эштәре үҙгәртергә

Әт-туси — фәндең башҡа өлкәләрендәге байтаҡ трактаттар авторы. Физикаға ҡағылышлы "Евклид "Оптик"аһын эшкәртеү", «Йәйғор тураһында», «Эҫе һәм һыуыҡ тураһында»ғы трактаттары билдәле. Минерология буйынска Әл-Бируни һәм башҡа ғалимдар хеҙмәттәренә нигеҙләнгән хеҙмәттәре лә бар.. Әт-Туси медицина буйынса Ибн Синаның "Ҡанундар"ына аңлатма ла яҙған. Трактаттар серияһы логикаға, философия һәм этикаға арнала. Ул шулай уҡ дингә, финанстарға ҡағылышлы трактаттар ҙа яҙған.

Биологияла әт-Туси беренселәрҙән булып эволюция идеяларын әйтә. Уның тәғлимәтенә ярашлы, донъяла тәүҙә бары тик башланғыс элемент ҡына булған. Артабан уларҙан минералдар, үҫемлектәр, хайуандар һәм кешеләрбарлыҡҡа килгән.

Хәтер үҙгәртергә

Насир әд-Дин әт-Туси исеме менән атала:

  • Баҡы урамы;
  • Әзербайжан дәүләт педагогия университеты;
  • 1935 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы исеме бирелгән Насир әд-Дин әт-Тусиҙың исеме менән Айҙың күренгән яғындағы кратерҙы атай.
  • 1981 йылда Шемаха астрофизик обсерваторияһына Мөхәммәт Насирәддин Тусиҙың исеме бирелә;
  • Баҡы ҡалаһынның Зердаби урамында Насирәддин Туси исемендәге клиника урынлашҡан;
  • 1989 йылдаТаһранда Технология университетына Хужа Насир әд-Дин Туси исеме бирелә.
  • 1981 йылда Әзербайжан рәссамы Наджафгулу Исмаилов Насир әд-Дин Тусиҙың портретын яҙа.

Филателияла үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #12392936 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  4. 4,0 4,1 Berry A. A Short History of Astronomy (билдәһеҙ)London: John Murray, 1898.
  5. 5,0 5,1 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  6. «Tusi, Nasir al-Din al» Encyclopædia Britannica. 2007. Encyclopædia Britannica Online. 27 Dec. 2007 <http://www.britannica.com/eb/article-9073899>.
  7. Seyyed H. Badakhchani. Contemplation and Action: The Spiritual Autobiography of a Muslim Scholar: Nasir al-Din Tusi (In Association With the Institute of Ismaili Studies. I. B. Tauris (December 3, 1999). ISBN 1-86064-523-2. Стр.1: «„Nasir al-Din Abu Ja`far Muhammad b. Muhammad b. Hasan al-Tusi:, the renowned Persian astronomer, philosopher and theologia“»
  8. Arthur Goldschmidt, Lawrence Davidson. «A Concise History of the Middle East», Westview Press, 2005. Eighth edition, pg 136
  9. Rodney Collomb. «The rise and fall of the Arab Empire and the founding of Western pre-eminence», Published by Spellmount, 2006. pg 127: "..Nasr ed-Din Tusi, the Persian, Khorasani, former chief scholar and scientist of "
  10. Nanne Pieter George Joosse, Bar Hebraeus. «A Syriac encyclopaedia of Aristotelian philosophy: Barhebraeus (13th c.), Butyrum sapientiae, books of ethics, economy, and politics : a critical edition, with introduction, translation, commentary, and glossaries», Published by Brill, 2004. excerpt: " the famous Persian scholar Naslr al-Dln al-Tusi "
  11. James Winston Morris. «An Arab Machiavelli? Rhetoric, Philosophy and Politics in Ibn Khaldun’s Critique of Sufism», Harvard Middle Eastern and Islamic Review 8 (2009), pp 242—291. excerpt from page 286 (footnote 39): «Ibn Khaldun’s own personal opinion is no doubt summarized in his pointed remark (Q 3: 274) that Tusi was better than any other later Iranian scholar». Original Arabic: Muqaddimat Ibn Khaldūn : dirāsah usūlīyah tārīkhīyah / li-Aḥmad Ṣubḥī Manṣūr-al-Qāhirah : Markaz Ibn Khaldūn : Dār al-Amīn, 1998. ISBN 977-19-6070-9.

    Excerpt from Ibn Khaldun is found in the section:

    الفصل الثالث و الأربعون: في أن حملة العلم في الإسلام أكثرهم العجم (On how the majority who carried knowledge forward in Islam were Persians)

    In this section, see the sentence sentence where he mentions Tusi as more knowledgeable than other later Persian ('Ajam) scholars:

  12. Seyyed H. Badakhchani. Contemplation and Action: The Spiritual Autobiography of a Muslim Scholar: Nasir al-Din Tusi (In Association With the Institute of Ismaili Studies. I. B. Tauris (December 3, 1999). ISBN 1-86064-523-2. page.1: "«Nasir al-Din Abu Ja`far Muhammad b. Muhammad b. Hasan al-Tusi:, the renowned Persian astronomer, philosopher and theologian»
  13. 13,0 13,1 13,2 Боголюбов, 1983
  14. Seyyed Hossein Nasr. The Islamic Intellectual Tradition in Persia / Edited by Mehdi Amin Razavi. — Psychology Press, 1996. — С. 208. — 375 с. — ISBN 0700703144.
  15. Dabashi, Hamid. «Khwajah Nasir al-Din al-Tusi: The philosopher/vizier and the intellectual climate of his times». Routledge History of World Philosophies. Vol I. History of Islamic Philosophy. Seyyed Hossein Nasr and Oliver Leaman (eds.) London: Routledge. 1996. — P. 529/
  16. Рожанская, 1976
  17. Рожанская, 1976, с. 268
  18. Боголюбов, 1983, с. 341

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Әт-Тусиҙың ғилми эштәре = үҙгәртергә

  • Туси Насирэддин. Трактат о полном четырёхстороннике. Баку, Изд. АН АзССР, 1952.
  • Ат-Туси Насир ад-Дин. Трактат, исцеляющий сомнение по поводу параллельных линий. Прим. Б. А. Розенфельда и А. П. Юшкевича. Историко-математические исследования, 13, 1960, с. 483—532.
  • Ат-Туси Насир ад-Дин. Сборник по арифметике с помощью доски и пыли. Историко-математические исследования, 15, 1963, с. 431—444.
  • Ат-Туси Насир ад-Дин. Трактат о государственных финансах. Пер. С. Хатиби. Персидские документальные источники по социально-экономической истории Хорасана XIII—XIV вв. (недоступная ссылка с 11-05-2013 (3984

 дней)) Ашхабад: Ылым, 1986.

Уның тураһында үҙгәртергә

  • Алекперли Ф.  Эволюционные взгляды Насиреддина Туси. — Баку: Орнак, 2000.
  • Бабаев А.А. Насиреддин Туси (1201–1274) Семинар по истории математики, 4 июня 2015 года 18:00, г. Санкт-Петербург, ПОМИ, Фонтанка 27, аудитория 106.
  • Боголюбов А. Н.  Математики. Механики. Биографический справочник. — Киев: Наукова думка, 1983. — 639 с.
  • Гасанова Х. Э.  Этические взгляды Насиреддина Туси // Вопросы гуманитарных наук. — 2009. — № 2. — С. 94—97.
  • Диноршоев М.  Философия Насиреддина Туси. — Душанбе, 1987.
  • Идибеков Н.  Этика Насириддина Туси в свете его теории свободы воли. — Душанбе, 1987.
  • Касмуханов Ф. А.  Теория непрерывных величин и учение о числе в работах Мухаммеда Насирэддина Туси // Труды Ин-та истории естествознания и техники. — 1954. — В. 1.
  • Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
  • Крамар Ф. Д.  Об исследованиях Омара Хайяма и Насирэддина Туси по теории параллельных линий. — Алма-Ата, 1964.
  • Кубесов А.  Инфинитезимальные методы Насирэддина Туси // Изв. АН АзербССР. — 1963. — № 4.
  • Кубесов А.  Комментарии Насир ад-Дина ат-Туси к сочинению Архимеда «О шаре и цилиндре» // Вестник АН КазССР. — 1963. — № 6.
  • Лютер И. О.  Проблема несоизмеримости окружности и диаметра круга в контексте учения Аристотеля: сочинения ат-Туси и аш-Ширази // Историко-математические исследования. — 2002. — С. 243—261.
  • Мамедбейли Г. Д.  Мухаммед Насирэддин Туси о теории параллельных и теории отношений. — Баку, 1959.
  • Мамедбейли Г. Д.  Основатель Марагинской обсерватории Насирэддин Туси. — Баку, 1961.
  • Матвиевская Г. П.  Учение о числе на средневековом Ближнем и Среднем Востоке. — Ташкент: Фан, 1967.
  • Матвиевская Г. П.  Очерки истории тригонометрии. — Ташкент: Фан, 1990.
  • Мусульманкулов Р.  Литературно-эстетические взгляды Насириддина Туси // Актуальные проблемы философской и общественной мысли зарубежного Востока. — Душанбе, 1983. — С. 130—138.
  • Рзаев А. К.  Насиреддин Туси. Политико-правовые воззрения. — Баку: Элм, 1983.
  • Рожанская М. М.  Механика на средневековом Востоке. — М.: Наука, 1976. — 324 с.
  • Рожанская М. М., Матвиевская Г. П., Лютер И. О.  Насир ад-Дин ат-Туси и его труды по математике и астрономии в библиотеках Санкт-Петербурга, Казани, Ташкента и Душанбе. — М.: Восточная литература, 1999.
  • Розенфельд Б. А.  О математических работах Насир-эддина Туси // Историко-математические исследования. — 1951. — В. 4. — С. 489—512.
  • Розенфельд Б. А., Юшкевич А. П.  Теория параллельных линий на средневековом Востоке. — М.: Наука, 1983.
  • Розенфельд Б. А.  Астрономия стран Ислама // Историко-математические исследования. — 1984. — В. 17. — С. 67—122.
  • Шмидт А. Э.  Насирэддин Туси по вопросу о свободе воли. — Спб., 1913.
  • Di Bono M. Copernicus, Amico, Fracastoro and Tusi’s device: Observations on the use and transmission of a model // Journal for the History of Astronomy, 26, 1995. — P. 133—154.
  • Kanas N. From Ptolemy to the Renaissance: How classical astronomy survived the Dark Ages // Sky & Telescope, 105, 2003. — P. 50—58.
  • Kennedy E. S. Late Medieval planetary theory // Isis, 57, 1966. — P. 365—378.
  • Kren C. The rolling device of Nasir al-Din al-Tusi in the «De spera» of Nicole Oresme // Isis, 62, 1971. — P. 490—498.
  • Zeller M. C. The Development of Trigonometry from Regiomontanus to Pitiscus. — Edwards brothers, 1946.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Saliba G. Ţusi, Nașir-al-Din (неопр.). Encyclopædia Iranica (20 июля 2009). Дата обращения: 5 апреля 2011. Архивировано 21 марта 2012 года.

Төрлө анимация «Туси парҙары» үҙгәртергә

 дней))