Насиров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы

Насиров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы (5 ғинуар 1929 йыл — 11 июнь 1980 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, 1941—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Карл Маркс исемендәге колхоздың звено етәксеһе, 1958—1961 йылдарҙа рәйес урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Насиров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 5 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Мырҙаҡай (Баймаҡ районы), Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 июнь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (51 йәш)
Вафат булған урыны Матрай ауылы, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Насыров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы 1929 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантонының Мырҙаҡай ауылында тыуған[1].

Белеме — урта махсус, 1954 йылда Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай.

1941 йылда Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Карл Маркс исемендәге колхозында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Шул уҡ йылда уны комсомол-йәштәр звеноһының бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр.

Г. Г. Насыров етәкселегендәге звено, тәүге йылда уҡ (1941) беркетелгән участканан яҡшы уңыш алыуға өлгәшә. Киләһе йыл ерҙең уңышын күпкә арттырырға хәл ителә. Шулай, яҙ ике тапҡыр арҡыры-буй тырматыу үткәрелә, баҫыу сүп үләненән таҙартыла, серетмә етерлек күләмдә сығарыла, тырматыу менән культивация үткәрелә. 1943 йылда звено был майҙанда арҡыры-буй ысулы менән, сығышы 98 процент булған, сортҡа айырылған орлоҡ сәсә. Уңыш йыйыу үткәрелгән агротехниканың һөҙөмтәлелеген күрһәтә — 11 гектарҙан 30,7-шәр центнер, ә ҡалған майҙандан — 24-әр центнер уңыш йыйып алына.

1947 йылда, иген культураларынан рекордлы уңыш — гектарынан 30,7 центнер алғаны өсөн, 1948 йылдың 2 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы Насыровҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1948—1949 йылдарҙа Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Талбазы ауылында ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый. 1949—1952 йылдарҙа — Баймаҡ машина-трактор станцияһының участка агрономы. 1952 йылда Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1954—1961 йылдарҙа — Баймаҡ районы Карл Маркс исемендәге колхозда агроном, баҫыу эштәре белгесе, 1961—1980 йылдарҙа — Йылайыр районы «Башҡортостан» игенселек совхозында агроном-орлоҡсолоҡ белгесе, баш агроном, бүлексә агрономы булып эшләй.

1980 йылдың 11 июнендә Насыров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Матрай ауылында, Баймаҡ ҡалаһында һәм Баймаҡ районының Ярат ауылында урам Г Г. Насыров исеме менән аталған.

Баймаҡ районы Ярат ауылында ауыл мәҙәниәт йорто бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Башҡортосатн Республикаһы Баймаҡ районы
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сергей Каргапольцев. Насыров Гиният Галиакберович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 12 июль 2016.