Насир әл-Мүлк мәсете

Насир әл-Мүлк мәсете (фарс. مسجد ناصر الملک) — Шираздағы иң боронғо мәсеттәрҙең береһе. Шираздың тарихи үҙәгендәге Лотф Али-шаһ урамында, Шаһ-Черах мавзолейына яҡын ғына урынлашҡан[1].

Мәсет 1870—1880 йылдарҙа Каджар династияһынан булған Мирза Хәсән Али Насир әл-Мүлк үтенесе буйынса, архитекторҙар Мирза Мөхәммәт Хөсәйен-Мемар һәм Мөхәммәт Риза Каши Пазе Ширази тарафынан төҙөлгән.

Икенсе исеме — Рауза мәсете — ғибәҙәтхана бинаһының эске һәм тышҡы биҙәү элементының төп биҙәге булып раузалар торғанлыҡтан бирелгән. Был мәсет төҙөүҙең дөйөм ҡанундарына тап килмәй, шуға күрә Насир әл-Мүлк мәсете башҡа мәсеттәр араһында берҙән-бер иҫәпләнә — биҙәлештәге күп һанлы раузалар ҡулланылыуы раузаларҙың 300-ҙән ашыу төрө үҫтерелгән Шираз ҡалаһын символлаштыра[2].

Мәсет төҙөү 12 йылға (1877—1889 йылдар) тиклем һуҙыла[3]. Төҙөкләндереү һәм техник хеҙмәтләндереү тарихи мираҫ булған һәйкәлдәрҙе тергеҙеүҙең халыҡ-ара стандарттарына ярашлы алып барыла; мәсетте хеҙмәтләндереү өсөн сығымдарҙы Насир әл Мүлк фонды бүлә.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Бинаның эске майҙаны 2890 кв. м. тәшкил итә. Мәсет биләмәһендә ҙур ғына тура мөйөшлө хоуз (һыу өсөн бассейн) урынлашҡан, ихатаның төньяҡ яртыһында — Ҡөрьән шиғырҙары менән һырланған Ынйы аркаһы, көнсығышта — таштан эшләнгән ете бағаналы неф, көньяҡ өлөшөндә — ике манара, ә көнбайышында мәсеттең витражлы көҙгөләр менән биҙәлгән төп залы урын алған. Мәсеттең эске биҙәлешендә ете — ҡара, аҡ, күк, зәңгәр, ҡыҙыл, һары һәм ҡыҙылһыу-көрән төҫтәге плиткалар ҡулланылған[4]. Был төҫтәр Шираз архитектураһы өсөн типик күренеш һанала[5].

Мәсеттең эске залында витражлы бер нисә тәҙрә бар, уларҙың һәр береһе төрлө стилдә биҙәлгән — беренсе витраж тәҙрәлә күп һанлы тура мөйөшлө элементтар һәм ромбтар ҡулланылған, икенсеһендә күпләп сәскә элементтары урын алһа, өсөнсөһөнөкө иһә колейдоскоп фигураларын хәтерләтә һ. б. Әлеге витраждарҙың үҙенсәлеге шунда: ҙур төҫтәр күләмен булдырыу өсөн, һалҡын һәм йылы төҫмөрҙәр бер үк ваҡытта ҡулланыла. Төп залдың тәҙрәләре көнсығышҡа ҡаратып эшләнелгән, тап шуның өсөн дә витраж буяуҙарының иң ҡыҙыҡлы сағылышы бында иртән — ҡояш ҡалҡҡанда күҙәтелә.

Төп залдың иҙәненә Шираз келәме түшәлгән.

Мәсет 1979 йылғы Ислам ихтилалынан һуң

үҙгәртергә

Мәсет биҙәлешендәге Европа мәҙәниәтенә хас булған декоратив элементтарҙың күплеге, шулай уҡ мосолман архитектураһы өсөн ят булған сәскәләр төшөрөлөүе 1979 йылда Иран властарын ғибәҙәтхананы музейҙар рәтенә күсерергә мәжбүр итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә