Каракас

Венесуэланың баш ҡалаһы

Кара́кас (исп. Caracas) — Венесуэланың баш ҡалаһы. Ҡала сиктәш территориялар менән бергә 1900 км² майҙан биләгән федераль баш ҡала округына бүленгән.

Ҡала
Каракас
исп. Caracas
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Венесуэла

Координаталар

10°30′ с. ш. 66°56′ з. д.HGЯO

Мэр
хөкүмәт башлығы

Эрика Фариас[es]
Хосе Бенавидес Торрес

Майҙаны

440 тирәһе км²

Бейеклеге

920 м

Климат тибы

тропик, бейек тау

Халҡы

1 945 901 кеше (2017)

Тығыҙлығы

4 212,9 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC-4

Телефон коды

(+58) 212

Почта индексы

1010-A

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

caracas.gob.ve  (исп.)

Каракас (Көньяҡ Америка)
Каракас (Венесуэла)
Точка
Каракас
Каракас, Венесуэла

Венесуэланың сервис, банк һәм сауҙа үҙәге тип һанала: ҡалала Каракас фонд биржаһы һәм PDVSA (илдең иң эре компанияһы) штаб-квартиралары урынлашҡан. Бик күп ресторан, театр, музей, сауҙа үҙәктәре булған Каракас шулай уҡ Венесуэланың мәҙәни баш ҡалаһы. Каракас тағы ла Латин Америкаһының мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе; Латин Америкаһының ҡайһы бер иң бейек йорттары Каракаста урынлашҡан[1].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡалаға испан конкистадорҙары 1567 йылдың 25 июлендә каракас ҡәбиләһенең индеецтары ауылы урынында нигеҙ һала. Был көндө католик сиркәүе Изге Яков Леонский иҫтәлеген билдәләй, шуға күрә ҡала Сантьяго-де-Леон-де-Каракас («Изге Яков Леонский һәм Каракас ҡалаһы») тип атала, был осраҡта Леон — Испаниялағы ҡала һәм тарихи төбәктең атамаһы. Ваҡыт үтеү менән был өс компонентлы атаманың һуңғы өлөшө генә һаҡланып ҡала[2].

Тәбиғи шарттары

үҙгәртергә
 
Анд тауҙары янында Каракас

Венесуэланың баш ҡалаһы, диңгеҙ кимәленән 900—1000 м бейеклектә, Кариб Анд тауҙарының матур тау үҙәнендә урынлашҡан. Ҡала Кариб диңгеҙе ярынан (Атлантик океан бассейны) уртаса 13-14 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Кёппен классификацияһы буйынса Каракас климаты ҡоро ҡышлы һәм ямғырлы йәйле тропик (Aw) һәм субтропик бейек тау климаты (Cwb) араһында ята. Ғинуар айының уртаса температураһы +20,2 °C тәшкил итә, ә июлдә — 22,2 °C. Ҡалала климатты билдәләүсе төп фактор булып диңгеҙ йоғонтоһо түгел, ә бейек тауҙарҙа урынлашыуы тора. Яуым-төшөм йылына 900 мм-ҙан алып 1300 мм-ға тиклем етә. Апрелдән ноябргә тиклем ямғырҙар миҙгеле дауам итә. Декабрҙән мартҡа тиклем Каракас территорияһында антициклондар өҫтөнлөк итә, шуға күрә ҡоро һауа торошо күҙәтелә.

Каракас (Ла-Карлота) климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 26,6 27,6 28,6 29 28,8 27,8 27,4 27,7 28,3 28,1 27,6 26,6 27,8
Уртаса температура, °C 20,2 20,8 21,7 22,7 23,2 22,6 22,2 22,3 22,7 22,4 22 20,7 21,9
Уртаса минимум, °C 16 16,3 17,2 18,6 19,6 19,4 18,9 18,7 18,7 18,5 18,1 16,8 18
Яуым-төшөм нормаһы, мм 16 13 12 59 80 139 121 124 114 123 73 42 916
Сығанаҡ: World Climate

Ҡала көслө сейсмик әүҙемлек зонаһында урынлашҡан. Иң көслө ер тетрәүҙәр Каракаста 1812 һәм 1900 йылдарҙа була, ҡасан ҡала тулыһынса тиерлек емерелә.

Флора һәм фауна

Баш ҡала тирәһендә үҙгәрешле-дымлы тропик бейек тау урмандарҙың үҫемлектәре өҫтөнлөк итә. Кариб Анд тауҙары битләүҙәрендә хайуандар донъяһынан ягуар, пума, оцелот, ҡыуаҡ эте йәшәй, тайпа, һыуһар, маймыл тапир һәм башҡалар йәшәй.

 
губернатор Хуан де Пиментель төшөргән Каракастың планы, 1578
 
Богоматерь Каракасская, ҡаланың художестволы образы
 
Каракас һүрәте, 1812
 
1810 йылдың 19 апрелендә булған инҡилап ваҡиғалары
 
Франсиско Миранда, Революционер, милли герой, Венесуэланың билдәле кешеһе
 
Эль Кальварионан Каракасҡа күренеш (1839), Джозеф Томас эше. Милли художество галереяһы

Каракасҡа 1567 йылдың 25 июлендә Изге Яков көнөндә Сантьяго-де-Леон-де-Каракас исеме аҫтында испан конкистадоры Диего де Лосада нигеҙ һала. Ҡала каракас ҡәбиләһенә ҡараған һәм баҫҡынсылар тарафынан яндырған индеецтарҙың тораҡ пункты урынында төҙөлә башлай. Нигеҙ һалынғандан һуң күп тә үтмәй ҡала провинцияның үҙәгенә әүерелә, башлыса климаты һәм корсарҙар һәм пираттарҙан һаҡланыу өсөн һөҙөмтәле тау оборонаһы арҡаһында.

Лосаданың бер туғанының улы Гонсало де Осоррио һәм Франсиско Инфанте ҡаланың тәүге алькальдтары итеп һайлана. Муниципалитет китаптарында ла, архивтарҙа ла испандарҙың ҡалала идара итеүенең тәүге йылдары тураһында мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалмаған. XVI—XVII быуаттарҙа Каракас бер нисә тапҡыр пираттарҙың һөжүменә дусар була.

Колониаль осор

үҙгәртергә

Яҡынса 1576 йылда Венесуэла провинцияһы губернаторы Хуан де Пиментель, алдан илдең көнбайыш яры буйындағы Коро ҡалаһында булған, һуңынан 1545 йылдан Эль-Токуйола урынлашҡан провинцияның административ баш ҡалаһының урынлашыуын өсөнсө тапҡырға үҙгәртеп, Каракаста төпләнә. Шул ваҡыттан алып ҡала Венесуэла провинцияһының баш ҡалаһы булып ҡала һәм, XVIII быуат аҙағында, Испания империяһы тарафынан индерелгән административ үҙгәрештәр менән, Венесуэла Генерал-Капитанлығына инә.

1577 йылда Каракас Испания губернаторы резиденцияһына әүерелә, 1680 йылда Франция тарафынан булған оҙайлы ҡамауҙы кисерә. 1777 йылда Каракас Венесуэла генерал-капитанлығының баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

1577 йылда Пиментель үҙе Филипп II ҡарарҙарына ярашлы ҡаланың тәүге планын төшөрә. 1578 йылғы Пиментель планы — 1760 йылдан алдараҡ билдәләнгән берҙән-бер һаҡланған карта.

1595 йылда инглиздәр тарафынан берҙән-бер һәм уңышһыҙ баҫып инергә маташыу була: инглиз корсары Эмиас Престон 500-ләп кеше менән һөжүм итеп, уны яндырып китә.

Яҡынса 1600 йылдан алып Изге Франциск Ассизский сиркәүе ҡаланың ландшафтынан өҫтөнлөк итә башлай.

1641 йылда Сан-Бернабтағы көслө ер тетрәү ҡаланы тулыһынса емерә. Реконструкция яй һәм күп көс талап итә, эре биналарҙың күбеһе бер нисә тиҫтә йылдан һуң ғына тергеҙелә.

1678 йылда ҡаланы бер нисә тапҡыр баҫып алырға маташҡан француз корсарҙарынан һаҡланыу өсөн уның тирәләй стена төҙөлә башлай. Әммә был оборона проекты тормошҡа ашмай.

1783 йылдың 24 июлендә Каракаста, ҡала үҙәгенең Сан-Хасинто һәм Трапос мөйөшөндәге йортта, Венесуэланы Азат итеүсе Симон Боливар тыуа. Әлеге ваҡытта Боливар йорто ҡаланың тарихи ҡаҙанышы һәм милли ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә, әлеге ваҡытта музей булараҡ файҙаланыла, унда бик күп үҙенсәлекле көнкүреш әйберҙәре һәм азат итеүсенең ҡайһы бер шәхси әйберҙәре һаҡлана.

XIX быуат башында ҡалала 30 меңгә яҡын кеше йәшәгән. 1799 йылда Каракаста натуралистар Александр фон Гумбольдт һәм Эме Бонплан булып китә, улар ҡалала һәм Кордильера-де-ла-Костала (яр буйы тауҙар теҙмәһе) мөһим тикшеренеүҙәр үткәрәләр.

1810 йылда Венесуэлала илһөйәрҙәр һәм баҫҡынсылар араһында тәүге хәл иткес бәрелештәр башлана. Ҡала советы составына ингән креолдар (Көньяҡ Америкала тыуған испандар һәм итальяндар) ихтилал ойошторалар, уның һөҙөмтәһендә испан генерал-капитаны властан ситләтелә һәм Юғары хөкүмәт хунтаһы ойошторола. Каракастағы ихтилал артынан испания илбаҫарҙарына ҡаршы сығыштар тулҡыны башҡа Испания колонияларына ла тарала. Тәүҙә Юғары хөкүмәт хунтаһы Испания короле Фердинанд VII Бурбон исеменән идара итә. Шуға ҡарамаҫтан, тиҙҙән баш күтәреүселәрҙе боласылар тип иғлан итәләр, ә Венесуэла блокадаға дусар була.

1811 йылдың 5 июлендә Каракаста Милли конгресс үткәрелә, ул Венесуэланың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. Әммә 1812 йылда Испания вәкилдәре Венесуэлала үҙ хакимлығын кире тергеҙә башлайҙар, быға башлыса испан ғәскәрҙәренең үтеп инеүе алдынан булған көслө ер тетрәүе булышлыҡ итә. Бойондороҡһоҙлоҡ идеяларына ҡаршы сыҡҡан католик руханиҙары илгә ябырылған тәбиғәт афәтен законлы властарға буйһонмаған өсөн хоҙайҙың ҡаты ҡәһәрле тиҙәр.

Инҡилап армияһының баш командующийы Франсиско Миранда (Каракаста тыуып үҫкән) испандар менән конфликтты тыныс юл менән хәл итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға маташа, ләкин ҡулға алына һәм Испанияға оҙатыла, ҡайҙа ул төрмәлә вафат була. Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн хәрәкәт менән уның көрәштәше Симон Боливар етәкселек итә башлай. Ул 1813 йылдың авгусында Каракасты баҫып ала. Каракас муниципалитеты тантаналы рәүештә Боливарҙы — «Венесуэланы азат итеүсе» тип иғлан итә. Әммә 1814 йылдың 6 июлендә Испания ғәскәрҙәре менән ҡыҫылған Симон Боливар армияһы баш ҡаланан китергә мәжбүр була.

1815 йылда Венесуэлала Испания хакимлығы тулыһынса тергеҙелә, әммә ул оҙаҡҡа бармай. 1818 йылда Венесуэланы республика тип иғлан иткән Милли конгресс саҡырыла. Киләһе йылда ул Бөйөк Колумбия составына инә һәм 1830 йылда унан кире айырыла. Ошо йылдан башлап Каракас Венесуэла Республикаһының баш ҡалаһына әүерелә.

 
Каракастың Лас Мерседес районы

Каракас — халыҡ тығыҙ ултырған ҡала; унда Венесуэла халҡының алтынан бер өлөшө йәшәй.

Каракас халҡының һаны федераль округтан ситтә лә урынлашҡан биҫтәләре менән бергә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 3,3 миллион кеше тәшкил итә; ысынында иһә баш ҡалала һәм ҡала янында 4,5 миллион кеше йәшәй.

Баш ҡалала йәшәүселәр араһында испан-индеец метистары өҫтөнлөк итә. Яҡынса 20 % испандар, итальяндар, португалдар һәм башҡа Европа милләттәре вәкилдәренең тура тоҡомдары тәшкил итә. Бынан тыш, Каракаста күрше Колумбиянан күп күскенселәр йәшәй.

Негроид расаһы халыҡтың дөйөм составынан яҡынса 10 %, ә индеецтар 2 проценттан артмай.

Дәүләт теле — испан теле. Индеецтар 40 төрлө төркөм телдәрендә һөйләшә.

Венесуэлаларҙың күбеһе Рим-католик сиркәүенә ҡарай. Илдә дин һайлауҙа иреклек хуплана, шуға күрә легаль рәүештә төрлө конфессияларҙың миссиялары эшләй.

Архитектура

үҙгәртергә
 
Ҡаланың транспорт сиселешеһенең береһе, сәскә сәғәте күренә
 
Сабана Гранде районы тирәһендә архитектура

Испандар тарафынан колонияға әйләндереү ваҡытында уҡ Каракастың урамдар һәм майҙандар дөрөҫ селтәре булған. Хәҙер ҡаланың архитектура ҡиәфәтендә заманса биналар өҫтөнлөк итә. Плас Боливар үҙәк майҙанында 1664-1674 йылдарҙа төҙөлгән кафедраль собор урынлашҡан. Башҡа тарихи биналар араһында архитектура яғынан ҡарағанда бигерәк тә йәлеп итеүсәндәре: 1811 йылдың 5 июлендә Венесуэланың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгән Изге Роза часовняһы; Изге Франциск сиркәүе; Милли пантеон, уның көмбәҙҙәрен 1830-сы йылдарҙа билдәле Венесуэла рәссамы Тито Саластың, Симон Боливар тормошоноң ваҡиғаларын күрһәткән һүрәттәре биҙәй.

XIX быуат аҙағында Каракас үҙәгендә Мирафлорес һарайы — Венесуэла президентының рәсми резиденцияһы төҙөлә.


XX быуат башында президент һарайы өҫтөндә Хәрби академияның штаб-фатиры төҙөлә, хәҙерге көндә ул Революция музейы булараҡ билдәле.

Венесуэла архитекторы Карлос Рауль Вильянуэва проекты буйынса төҙөлгән Каракастағы университет ҡаласығы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[3].

Көньяҡ Америкалағы иң бейек йорттарҙың икәүһе Каракаста урынлашҡан: «Parque Central» башнялары. «Parque Central» башнялары төбәктә иң бейеге булмаһалар ҙа инде, һаман да Латин Америкаһында иң бейек игеҙәк башнялар исеме менән маҡтана ала.

Каракаста иң бейек йорттар булып һанала: «Parque Central» башнялары, Banco Mercantil бинаһы, «Torre BBVA» йәки «Torre Banco Provincial» һәм «El Recreo» сауҙа үҙәгенең [4]. Был биналарҙың күпселеге ҡала үҙәгендә урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Caracas. Caracas.eluniversal.com. Дата обращения: 30 апрель 2010. Архивировано из оригинала 3 сентябрь 2008 года.
  2. Поспелов, 2002, с. 188
  3. Тысячи знаковых зданий по всей Венесуэле медленно превращаются в руины 2019 йыл 12 октябрь архивланған. // Лента. Ру, 9 октября 2019
  4. Caracas The Skyscraper Center. www.skyscrapercenter.com. Дата обращения: 1 май 2018. Архивировано 2 май 2018 года.
рус телендә
башҡа телдәрҙә

Һылтанмалар

үҙгәртергә