Марака́йбо — Венесуэлалағы ҙур күл. Көньяҡ Американың иң ҙур күле.

Озеро
Маракайбо
исп. Lago de Maracaibo
Йыһандан күренеш
Йыһандан күренеш
Морфометрия
Абсолют бейеклеге0 м
Үлсәме159 × 108 км
Майҙаны13 512 км²
Күләме280[1] км³
Иң тәрән урыны250 м
Впадающие рекиКататумбо, Пальмар, Анон
Урынлашыуы
9°48′23″ с. ш. 71°31′57″ з. д.HGЯO
Ил
Венесуэла
Точка
Маракайбо
 Маракайбо Викимилектә

География

үҙгәртергә
 

Көнбайышта Сьерра-де-Периха һәм көнсығышта менән көньяҡта Кордильера-де-Мерида һырттары араһындағы уйпатта урынлашҡан. Майҙаны 13 210 км²[1].

Төньяҡ өлөшө — һай, көньяҡ өлөшөндә тәрәнлеге 250 метрға барып етә[2] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 50 м йәғни 35 м[3]). Яр буйы уйһыулы, һаҙлыҡлы. Төньяҡта күл Венесуэла ҡултығы менән һай ғына (тәрәнлеге 2—4 м) боғаҙ аша тоташа. Күл бихисап шишмә һәм йылға һыуҙары менән туйына, улар араһынан иң ҙурыһы — Кататумбо йылғаһы. Күл буйында Венесуэла халҡының ¼ тиерлек йәшәй.

Күлдең атамаһы төбәктәге ҡәбилә юлбашсыһы исеме Мара һәм кайбо («ер») һүҙенән тора һәм «Мара ере» тип аңлатыла.


Маракайбо күленең бассейнында ғәйәт ҙур нефть ятҡылыҡтары бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Маракайбо на LakeNet
  2. Латинская Америка. Энциклопедический справочник, 2 том, «Советская энциклопедия», Москва, 1982. − 656 с.
  3. Encyclopædia Britannica. Researcher’s Note

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Маракайбо (күл) — Хәҙерге заман географик атамалар һүҙлеге / Акад. В. М. Котляков редакцияһы. — Электрон баҫма. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006  (рус.)
  • [ Маракайбо (күл)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Lake Maracaibo — Encyclopædia Britannica