Бикбулат (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Бикбулат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла был исем осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәБикбулат исеме фарсы теленән бик һәм булат һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән."Булат ҡылысы һымаҡ ныҡ" һәм (бәк) «түрә» тигәнде аңлата.[1][2]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәБикбулат Арҡаев (Әликәшев) (? — 1755) — башҡорт старшинаһы. 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Фамилияла
үҙгәртергәБикбулатов Фәрит Хәйбулла улы (8 август 1936 йыл — 26 ноябрь 2016 йыл) — башҡорт йырсыһы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1986) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
Бикбулатов Наил Вәли улы (14 февраль 1931 йыл — 18 апрель 1996 йыл) — башҡорт ғалимы, этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1965).
Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы (28 май 1908 йыл — 23 февраль 1992 йыл) — башҡорт театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1928—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. СССР‑ҙың (1973) һәм РСФСР‑ҙың (1955) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР‑ының (1944) атҡаҙанған артисы. РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге (1967), БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге (1976) дәүләт премиялары лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958), «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры.
Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы (4 ноябрь 1953 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).
Бикбулатова Гөлнара Фәрит ҡыҙы (14 май 1964 йыл) — хоҡуҡ белгесе. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы (20 ғинуар 1947 йыл — 26 апрель 2009 йыл) — ғалим-зоотехник, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999). 1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты секретары, халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1986) кавалеры.
Бикбулатов Мостафа Шаһинур улы (1903−?) — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1927—1929).
Ауылдар
үҙгәртергәБикбулат (Күгәрсен районы) (рус. Бикбулатово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.
Бикбулат (Салауат районы) (рус. Бикбулат) — Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы менән Силәбе өлкәһенең Әшә районы сиге) нигеҙләнгән ауыл. 1775 йылда яндырыла.
Бикбулат (Бикбулат) — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуаттың икенсе яртыһынан һуңыраҡ түгел нигеҙләнгән тип иҫәпләнә. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусы Туғыҙ түбәһенә ҡарай. 1959 йылдың 19 ноябренән — Татарстандың Минзәлә районы составында була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәБикбулатбаш — тау. Башҡортостандың Ишембай районы Хажы ауылынан 4,5 км алыҫлыҡта төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан .
Тауҙың атамаһы Бикбулат (кеше исеме) һәм баш (түбәһе, башы) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |