Шайтан-Көҙәй улусы
Шайтан-Көҙәй улусы — Рәсәй империяһы Өфө өйәҙенең административ берәмеге, биләмәһе буйынса хәҙерге Салауат районы составына инә. Административ-территориаль реформалар, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) Президиумының 1935 йылдың 31 ғинуарындағы ҡарары нигеҙендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы, Ҡыйғы районынан үҙәге Малаяҙ ауылында булған яңы Малаяҙ районын (1943 йылдан — Салауат районы) төҙөгәндән һуң булған.
Шайтан-Көҙәй улусы | |
Шайтан-Көҙәй улусы | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө өйәҙе |
Шайтан-Көҙәй улусы элек үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылында булған Үрге Ҡыйғы районына (1933 йылдың 20 сентябренән — Ҡыйғы) ингән, (ВЦИК-тың 1930 йылдың 20 авгусындағы ҡарары буйынса, БАССР-ҙың быға тиклем йәшәп килгән 8 кантонға бүленеше бөтөрөлә һәм улар нигеҙендә 48 район барлыҡҡа килә).
Шайтан-Көҙәй улусы түбәндәге ауылдарҙы берләштергән: Иҙрис (Идрисово), Юныс (Юнусово), Әлкә (Алькино)[1]. Элек улус составына Юлай ырыуы ауылдары - Шағынай (Юлаево), Тәкәй (Салауат Юлаевтың тыуған ауылы) ингән була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Национальный состав населенных пунктов северо-восточного региона РБ 2019 йыл 17 февраль архивланған.