Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы

Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы (28 май 1908 йыл23 февраль 1992 йыл) — башҡорт театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1928—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. СССР‑ҙың (1973) һәм РСФСР‑ҙың (1955) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР‑ының (1944) атҡаҙанған артисы. РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге (1967), БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге (1976) дәүләт премиялары лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958), «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры.

Зәйтүнә Бикбулатова
Исеме:

Бикбулатова Зәйтүнә
Ислам ҡыҙы

Тыуған ваҡыты:

28 май 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе,[1]Сафар ауылы

Вафат ваҡыты:

23 февраль 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны:

Рәсәй, Башҡортостан,
Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1928—1992

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1958 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1968
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1973 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1955РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1947РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты — 1967
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова 1908 йылдың 28 майында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1]Сафар ауылында тыуған.

Өфө сәнғәт техникумының театр бүлеген тамамлай. Зәйтүнә Бикбулатова 1928 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.

Үҫмер сағынан уҡ баш ҡаланың Карл Маркс урамында, ул саҡтарҙа «Ким» тигән комсомол клубында драма, хор, әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләнгән Зәйтүнәне, Өфөлә сәнғәт техникумы асылғас, тәүгеләрҙән булып ошо уҡыу йортона ҡабул итәләр. Техникумда уҡыған ваҡытында уҡ ул Башҡорт драма театры сәхнәһендә барған спектаклдәрҙә ҡатнашыу бәхетенә ирешә. Сөнки ҡыҙ үҙен ысын мәғәнәһендә сәхнә өсөн генә яратылған илаһи йән итеп таныта. Янып торған зәңгәр күҙҙәр, ҡыйыулыҡ, һылыу йөҙ, һомғол буй-һын, ярһыу йөрәк, бай күңел — Зәйтүнәнең асылы.

Ролдәре үҙгәртергә

Дездемона (У. Шекспир, «Отелло»), Лауренсия (Лопе де Вега, «Һарыҡ шишмәһе»), Анна Каренина (Л. Толстой, «Анна Каренина»), Тәңкәбикә (М. Кәрим, «Ай тотолған төндә») ролдәре тотош ил театр сәнғәтенең сағыу ваҡиғалары була. Зәйтүнә Ислам ҡыҙы бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә арнау менән бергә үҙен әүҙем йәмәғәтсе итеп тә таныта. Ул күп йылдар Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын үтәй, СССР театр эшмәкәрҙәре союзының Үҙәк советы президиумы ағзаһы була, хәҙерге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон төҙөүҙө ойоштороуға ғәйәт ҙур өлөш индерә. Ауыр яҙмыш һынауҙары кисергән йылдарында ла, үҙ театрына тоғро ҡалып, халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы ғүмеренең һуңғы көндәренәсә уға хеҙмәт итә.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы

Һылтанмалар үҙгәртергә