Бикбулатов Мостафа Шаһинур улы
Бикбулатов Мостафа Шаһинур улы (1903−?) — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1927—1929).
Бикбулатов Мостафа Шаһинур улы | |
Тыуған көнө | 1903 |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Бикбулатов Мостафа Шаһинур улы 1903 йылда Өфө кантоны Удель-Дыуан улусының (хәҙер Мишкә районы[1]) Янағош ауылында тыуған. Удель-Дыуан улусы 1930 йылға тиклем ғәмәлдә була.
1926 йылдан алып — коммунистар партияһы ағзаһы. 1924−1925 йылдарҙа — Бөрө кантоны Йәш пионерҙар бюроһының инструкторы, артабан — бюро рәйесе, 1925−1926 йылдарҙа Бикбулатов ВЛКСМ-дың Бөрө кантонының ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләй.
1926—1927 йылдарҙа йәш пионерҙар өлкә бюроһының рәйесе. 1927 йылдың май айында ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары итеп һайлана, был вазифаны 1929 йылдың март айына тиклем биләй.
1929—1929 йылдарҙа ВКП(б)-ның Өфө ҡала — район комитетының яуаплы секретары булып эшләй[2].
Ҡулъяҙма хоҡуғында баҫтырылып сығарылған «Командно-начальствующий состав Черноморского флота и массовые репрессии в 1937—1938 г.г.» (авторы Горохов В. В.)[3] исемле китабының 9-сы ҡушымтаһында (246 бит) Бикбулатов Мостафа Шаһинур улы телгә алына — өлкән политрук, СЭЦ (социаль-иҡтисади дисциплиналар) уҡытыусыһы, 1937 йылда сәйәси мотивтар буйынса репрессияланған (эштән сығарылған) тигән мәғлүмәт бар. Бикбулатов М. Ш. ЛКСМУ исемендәге Хәрби-диңгеҙ училищеһында хеҙмәт иткән булып сыға. 1934 йылдың 10 июлендә Хәрби-диңгеҙ артиллерия училищеһына ЛКСМУ (Украина йәштәренең Ленин коммунистик союзы) исеме бирелә)[4]. 1936 йылдың ғинуарында училище атамаһынан артиллерия һүҙе төшөрөлөп ҡалдырыла. СЭЦ уҡытыусылары партаппарат вәкилдәре һәм бер үк ваҡытта рота политруктары булалар.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)
- Военно-морское артиллерийское училище (рус.)
- Горохов В. В. Командно-начальствующий состав Черноморского флота и массовые репрессии в 1937—1938 г.г. 2019 йыл 11 декабрь архивланған. (рус.)