Бикбулат Арҡаев (Әликәшев) (? — 1755) — башҡорт старшинаһы. 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.

Бикбулат Арҡаев (Әликәшев)
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Бөрйән улусы

Вафат булған көнө

1755({{padleft:1755|4|0}})

Вафат булған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур

Атаһы

Әликәш Һөйөндөков

Биографияһы

үҙгәртергә

Бикбулат Арҡаев (Әликәшев) сығышы менән Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Бөрйән улусы старшинаһы Әликәш Һөйөндөковтың улы. XVIII быуат уртаһынан Бөрйән улусы старшинаһы вазифаһын биләй[1].

1755 йылдың мартында атаһы Әликәш Һөйөндөков менән бергә Батырша ахунға ихтилалды әҙерләү эшендә ҡатнашырға саҡырып мөрәжәғәт итеп хат яҙа.

1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусында Ялан Этҡол, мулла Хоҙайбирҙе һәм Сураш етәкселегендә ихтилал тоҡана: Талҡаҫ күле буйында башҡорт халҡын йәберләгән өсөн тау‑эҙләнеү эштәре начальнигы Е. Е. Брагинды һәм уның ярҙамсыларын язалана. 18 майҙа баш күтәреүселәр Иҫәт трактының Сапсал ямын һәм Брагиндың ихатаһын талай. Ихтилал барышында старшина Бикбулат Арҡаев (Әликәшев) үҙенең улдары Ишембәт һәм Байморатты ярҙам һорау мөрәжәғәте менән ҡаҙаҡтарға ебәрә[1]. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур губернаһы губернаторы Неплюев Иван Иванович баш күтәреүселәргә ҡаршы подполковник Исаков етәкселегендәге команданы, ә һуңыраҡ бригадир Бахметев командалығындағы 1300 регуляр һалдаттарҙы һәм казактарҙы ебәрә. Карателдәр бөтә халыҡты талай һәм эҙәрлекләй башлай, ҡайһыларын язаға тарттыра[2].

1755 йылдың май аҙағында Бикбулат Арҡаев (Әликәшев) ғәйебен танып властар ҡулына бирелә, ҡулға алына һәм Ырымбур төрмәһенә ябыла. Күп язалауҙарға дусар ителә («разложен и несколько раз был сечен кошками») һәм шунда яраларҙан үлә[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — XVIII вв. — феномен в истории народов Евразии. — Уфа: Китап, 2016. — 376 с. — ISBN 978-5-295-06448-7.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  • Чулошников А. П. Восстание 1755 г. в Башкирии. М.; Л., 1940.

Һылтанмалар

үҙгәртергә