Белорус диаспораһы

Белорус диаспораһы (белор. Беларуская дыяспара) — Белоруссиянан ситтә йәшәгән белорус сығышлы кешеләр берләшмәһе.

Белорус диаспораһы
Дәүләт  Беларусь
 Белорус диаспораһы Викимилектә
Донъяла белорус диаспораһы иҫәбе.



     Белоруссия      100 000 кешенән күп      0 000 кешенән күп      1 000 кешенән күп
Донъя белорустарының 5-се ҡоролтайы. Минск ҡалаһы, 2009

Төрлө тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, белорус диаспораһы 2,5 — 3,5 миллион кеше тәшкил итә. Был иҫәпкә XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Белоруссия территорияһынан эмиграцияға китеүселәрҙең вариҫтары, шулай уҡ икенсе донъя һуғышы осоро һәм 1990-сы йылдарҙағы эмигранттар инә. Белорус диаспораһының икенсе төркөмө — СССР эсендә күсенгән, ул тарҡалғандан һуң башҡа советтан һуңғы дәүләттәрҙә йәшәгән кешеләр. Айырым төркөмдө белорус диаспораһы менән бәйле ерле белорус аҙсылығы тәшкил итә. Улар Беларусь Республикаһының Польша, Литва һәм Рәсәй менән сигендә йәшәй.

Белоруссиянан күсеп килеүселәрҙең айырым төркөмөн белорус йәһүдтәре барлыҡҡа килтерә, улар АҠШ-та һәм Израилдә общиналар ойошторған.

Рәсми халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, үҙҙәрен белорус тип иҫәпләүсе кешеләр һанының кәмеүе күҙәтелә. Иң ҙур һәм ойошҡан белорус диаспоралары Рәсәйҙә, Украинала, Польшала, АҠШ-та, Канада>ла, Бөйөк Британияла, Литвала, Латвияла һәм Эстонияла бар.

Минскиҙа «Ватан» донъя белорустары ассоциацияһы (Ассоциация белорусов мира «Бацькаўшчына») — бөтә донъялағы белорус сығышлы кешеләрҙе берләштергән халыҡ-ара ойошма булып тора. Ойошма 1990 йылда булдырылған. Әлеге ваҡытта «Бацькаўшчына» ағзалары булып 28 илдән 135 белорус диаспораһы ойошмаһы тора.

1919 йылдан беларусь Халыҡ Республикаһының ҡыуылған хөкүмәте сит илдәрҙә, бигерәк тә Төньяҡ Америкала һәм Көнбайыш Европала күп кенә белорустарҙы берләштереүсе үҙәк булып тора.

БМО мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

БМО мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда донъяла белорус эмигранттарының һаны донъяның 55 илендә 1,5 миллион самаһы кеше тәшкил итә[1].

БМО-ның 2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса донъяла белорус эмигранттарының һаны[2][3]
Ил Кеше иҫәбе
  Рәсәй Федерацияһы 764 819
  Украина 247 989
  Польша 79 534
  Ҡаҙағстан 70 858
  АҠШ 59 517
  Латвия 44 485
  Италия 32 952
  Литва 32 093
  Үзбәкстан 26 266
  Германия 25 617
  Израиль 22 548
  Канада 12 131
  Эстония 11 331
  Ҡырғыҙстан 9 748
  Чехия 4 187
  Испания 3 922
  Бөйөк Британия 3 881
  Төркмәнстан 3 841
  Франция 3 451
  Молдова 3 259
  Швеция 2 865
  Австралия 2 156
  Австрия 1 835
  Бельгия 1 597
  Греция 1 430
  Швейцария 1 239
  Грузия 1 087
  Норвегия 1 072
  Болгария 1 064
  Португалия 962
  Дания 815
  Ливия 778
  Тажикстан 698
  Ирландия 657
  Әзербайжан 450
  КАР 395
  Финляндия 391
  Нидерланд 368
  Кипр Республикаһы 362
  Төркиә 354
  Әрмәнстан 327
  Аргентина 315
  Мысыр 262
  Словакия 223
  Венгрия 216
  Словения 156
  Сербия 133
  Хорватия 91
  Исландия 45
  Люксембург 43
  Мальта 35
  Бразилия 10
  Коста-Рика 5
  Боливия 5
  Чили 5
Донъяла 1 484 875

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. International migrant stock: The 2017 revision (ингл.). un.org. Дата обращения: 25 апрель 2022. Архивировано 10 апрель 2019 года.
  2. International migrant stock: The 2017 revision (ингл.). un.org. Дата обращения: 25 апрель 2022. Архивировано 10 апрель 2019 года.
  3. Белорусы зарубежья. mfa.gov.by. Дата обращения: 24 март 2021. Архивировано 3 март 2021 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә