Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы

дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы.

Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы (12.11.1948) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1998—2005 йылдарҙа Баҡалы районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының ике саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Иҡтисад фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2003). Райондың почётлы гражданы[2].

Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (76 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Ҡуян, Баҡалы ауыл советы, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәмис Мәхийән улы Дәүләтов 1948 йылдың 12 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Иҫке Ҡуян ауылында тыуған.

1966—1969 йылдарҙа Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡый.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, инженер-механик.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1969—1976 йылдарҙа «Баҡалы» совхозында инженер-механик.

1976—1977 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытыу мастеры

1977—1978 йылдарҙа «Башмелиоводстрой» тресының производство мөдире, Баҡалы ауылында ПМК-20 предприятиеһының начальнигы урынбаҫары.

1978—1979 йылдарҙа Иҫке Ҡуян ауыл ауыл Советының башҡарма комитеты рәйесе.

1979—1981 йылдарҙа «Баҡалы» совхозының бүлексә идарасыһы (управляющий), баш инженеры.

1982—1998 йылдарҙа Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе.

1998 йылдан Баҡалы район хакимиәте башлығы.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә