Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы

ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы (19 ноябрь 1958 йыл) — ғалим-инженер, техник фәндәр докторы (2005), профессор[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008)[2].

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 19 ноябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

1958 йылдың 19 ноябрендә БАССР-ҙың Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында тыуа[3]. Бөгөлмә индустриаль-педагогика техникумын экстерн булып тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Баҡалы ауылында 2-се һөнәрселек училищеһында производствоға өйрәтеү мастеры булып башлай.

1978—1983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультетында уҡый. 1988 йылда шул уҡыу йортонда аспирантураны тамамлай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ВЛКСМ комитеты секретары, ассистент, өлкән уҡытыусы, 1983-1985 йылдарҙа тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы доценты булып эшләй. 1988 йылдан 1992 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт паграр университетының комсомол комитеты секретары.

1992-1993 йылдарҙа — ректор ярҙамсыһы;

1993-1994 йылдарҙа — теоретик һәм прикладной механика кафедраһы мөдире;

1994-1995 йылдарҙа Германия Федератив республикаһында (Бавария) менеджер сифатында стажировка үтә.

Артабан "Миловка" уҡытыу-тәжрибә хужалығы директоры-проректор вазифаһын башҡара.

1996-2000 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының производство буйынса проректоры;

2000-2001 йылдарҙа — йәшәйеш, тракторҙарҙа һәм автомобилдәрҙә эшләү хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире;

2001-2012 йылдарҙа — БДАУ-ҙың «Ауыл хужалығын механизациялау» факультеты деканы;

2012 йылдан – йылылыҡ техникаһы һәм предприятиеларҙы энергия менән тәьмин итеү кафедраһы мөдире;

1989 йылда техник фәндәр буйынса кандидат диссертацияһын, ә 2004 йылда "Ауыл хужалығы технологиялары һәм техник хеҙмәтләндереү саралары" темаһы буйынса техник фәндәр докторы диссертацияһын яҡлай.

Фәнни тикшеренеүҙәре машина-трактор агрегаттарының дизелле энергетик ҡулайламаларын файҙаланыу проблемаларына арнала. Ғабдрафиҡов етәкселегендә уйлап табылған дизель двигателдәренә яғыулыҡ биреү технологияһы Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре предприятиеларында индерелгән. Ул — 140-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы, монографиялар һәм 6 уйлап табыу авторы һәм авторҙашы. Ике фәндәр кандидатын әҙерләгән. ВЛКСМ Үҙәк Комитеты знагы, Башҡортостан Республикаһы, СССР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығы, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығының, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Респyбликаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Основы теплотехники: учебное пособие / Ф. З. Габдрафиков ;
  • Федеральное госоударственное бюджетное образовательное учреждение высшего образования «Башкирский государственный аграрный университет». — Уфа: Башкирский ГАУ, 2016. — 159 с. : ил.; 20 см; ISBN 978-5-7456-0489-8 : 100 экз.
  • Энергетика — Теплоэнергетика. Теплотехника — Теоретические основы теплотехники — Учебник для высшей школы;
  • Теплотехника — Теоретические основы;
  • Оценка эксплуатационной эффективности топливных систем тракторных и комбайновых дизелей в режимах частичных нагрузок. СПб., 2004;
  • Топливные системы тракторных и комбайновых двигателей. Уфа, 2004; Топливные системы автотракторных дизельных двигателей. Уфа, 2007.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы 2019 йыл 22 ноябрь архивланған.

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы 2017 йыл 4 июль архивланған.

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә