Клюкин Виктор Иванович

Клюкин Виктор Иванович (1914-?) — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1944).

Клюкин Виктор Иванович
Тыуған көнө 1914
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Клюкин Виктор Иванович 1914 йылда Приморье крайының Владивосток ҡалаһында тыуған.

1940 йылдан — коммунистар партияһы ағзаһы.

Виктор Клюкиндың ғүмере комсомол эшенә бәйле була. 1930—1932 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Камчатка округы йәш пионерҙар бюроһы рәйесе булып эшләй.

1932—1933 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Усть-Большеруслый район комитетының секретары урынбаҫары.

1933—1934 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Петропавловск ҡала комитетының секретары урынбаҫары була.

1934—1937 йылдарҙа — хәрбиләштерелгән диңгеҙ флоты һәм порты АКО-ының комсомол буйынса сәйәси бүлеге инструкторы.

1937—1938 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Петропавловск ҡала комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире.

1938—1940 йылдарҙа — Ағиҙел пароходлығы йылғасылар берлегенең бассейн комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, Башҡортостан Республика ОСВОД-ының («Общество спасания на водах») рәйесе урынбаҫары.

1940—1941 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының кадрҙар бүлеге инструкторы (июнь − сентябрь 1940).

1941—1942 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының хәрби--физкультура бүлеге мөдире, хәрби эштәр буйынса секретары, 1942−1944 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары, артабан, 1944 йылдың июль айынан декабргә тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары).

1945—1948 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты янындағы партия ойоштороусылары юғары мәктәбе тыңлаусыһы, ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты янындағы Юғары партия мәктәбендә уҡый.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Һылтанмалар үҙгәртергә