Заликин Александр Тарасович

Заликин Александр Тарасович (18931953, Серпухов ҡалаһы) — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1937—1939), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе (1938—1939).

Заликин Александр Тарасович
Заликин Александр Тарасович
1938 йыл
Флаг
Флаг
ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары
октябрь 1937 йыл — ғинуар 1939 йыл
Алдан килеүсе: Быкин Яков Борисович
Дауамсы: Растёгин Григорий Сергеевич
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе
1938 — 1939
 
Тыуған: 1893({{padleft:1893|4|0}})
Серпухов ҡалаһы
Үлгән: 1953({{padleft:1953|4|0}})
Партия: КПСС
Белеме: М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Заликин Александр Тарасович 1893 йылда Мәскәү губернаһының Серпухов ҡалаһында тыуған.

1912 йылдан — РСДРП(б) ағзаһы. Флотта (1914—1918) һәм армияла (1020—1921) хеҙмәт иткән.

1921—1924 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында, ә 1926—1927 йылдарҙа — ЦК ВКП(б) эргәһендәге марксизм-ленинизм курсында уҡый.

Эш урыны:1918 — 1919 йылдарҙа — Елизаветградта (Херсон губернаһы) урындағы власты ойоштороу буйынса инструктор, 1920—1921 йылдарҙа — Серпухов өйәҙенең халыҡ мәғариф бүлеге мөдире (Мәскәү губернаһы), 1924—1926 йылдарҙа — ЦК РКП(б) — ВКП(б)-ның сит ил ячейкаһы Бюроһы яуаплы сәркәтибе, 1927—1930 йылдарҙа ЦК ВКП(б)-ның Пропаганда эше төркөмө етәксеһе (Һамар, Кемерово), 1930 — мәҙәниәт һәм ЦК ВКП(б)-ның ленинизмды пропагандалау Бүлеге мөдиренең ярҙамсыһы, 1933 — ЦК ВКП(б)-ның мәҙәниәт-пропаганда Секторы мөдире, 1933—1934 — СССР-ҙың игенселек һәм малсылыҡ совхоздарының Халыҡ комиссариаты Сәйәси идаралығы башлығы урынбаҫары, 10.2.1934 — ЦК ВКП(б) эргәһендәге партия контроле Комиссияһы ағзаһы, 1934—1936 йылдарҙа — ЦК ВКП(б) эргәһендәге партия контроле Комиссияһының Ауыл хужалығы төркөмө етәксеһе урынбаҫары, 1936—1937 йылдарҙа — ЦК ВКП(б)-ның Силәбе өлкәһе буйынса партия контроле Комиссияһы вәкиле, 6.10.1937 — 12.6. 1938 йылдар — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты 1-се сәркәтибе бурысын башҡарыусы, 17.6.1938 — 1.1939 йылдар — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты 1-се сәркәтибе, 25.7.1938 — 1939 йыл — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы рәйесе, 1939—1940 йылдарҙа — СССР-ҙың ит һәм һөт сәнәғәте Халыҡ комиссариатының Баш сусҡасылыҡ башлығы, 1940 йылдан — «Пятилетка» совхозы (Мәскәү өлкәһе) директоры, 1942 йылдан — Сусҡасылыҡ тресты (Мәскәү) идара итеүсеһе.

Һылтанмалар үҙгәртергә