Алышев Николай Фёдорович

Алышев Николай Федорович (19011952) — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1922—1923). Сталин өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма комитетының рәйесе (1947—1949). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы (1941—1942).

Алышев Николай Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1952
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

1901 йылда Түбәнге Новгородта тыуған. 1920 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.

1919 йылдан 1921 йылға тиклем — Ҡыҙыл армияһы яугиры. 1920 йылда ведомство һаҡлау ғәскәре сәйәси курстарын тамамлай. 1921 йылда Башҡортостан губерна комсомол комитеты бүлегенең мөдире, артабан, 1922—1923 йылдарҙа — Башҡортостан өлкә комсомол комитетының яуаплы секретары була.

1924—1933 йылдарында Ҡыҙыл Армияла сәйәси эш менән шөғөлләнә, кавалерия полкы, бригадаһы, дивизияһы комиссары. 1933 йылдан 1941 йылға тиклем Сталин өлкәһенең (хәҙер Донецк өлкәһе) МТС-ында һәм совхоздарында эшләй. Еленово МТС-ы сәйәси бүлеге начальнигы, һуңғараҡ — әлеге МТС-тың директоры була. Ике йыл дауамында өлкә ер бүлеге начальнигы һәм тағы ла ике йыл — Великоновоселковский районындағы 4-се һанлы «Металлург» совхозы директоры вазифаһын биләй.

1941—1942 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында Көньяҡ фронтта уҡсылар полкы комиссары вазифаһында хеҙмәт итә, кавалерия кесе лейтенанттары курстары комиссары була. Сәләмәтлек торошо буйынса Ҡыҙыл Армиянан демобилизациялана.

1942—1943 йылдарҙа Баҡы ҡалаһында махсус сауҙаның ярҙамсы хужалығы мөдире була. 1943 йылда Сталин өлкәһенә кире ҡайта, 4-се һанлы совхозы менән, ә һуңынан— сусҡасылыҡ тресы менән етәкселек итә. 1944 йылдың май айынан — Сталин өлкә советының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1947 йылдың июлелән 1949 июненә тиклем — Сталин өлкә советының башҡарма комитеты рәйесе[1].

1949 йылдың мартынан алып 1952 йылдың декабренә тиклемге осорҙа Әҙерләмәләр (заготовкалар) министрлығы вәкиле посын биләй.

Наградалары

үҙгәртергә

Ленин ордены, Үзбәк ССР-ының Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ (155-се, 33-сө указ)[2] һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Госархив Донецкой области, ф. П-326, оп. 85, спр. 19, арк. 1-28.
  2. Мир наград(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә