Ғәлин Ғүмәр Хәлил улы
Ғәлин Ғүмәр Хәлил улы (1902−1938 — Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының яуаплы секретары (1925—1927). Сәйәси золом ҡорбаны (1937).
Ғәлин Ғүмәр Хәлил улы | |
Тыуған көнө | 1905 |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ғәлин Ғүмәр Хәлил улы Өфө ҡалаһында тыуған. 1920 йылдан алып коммунистар партияһы ағзаһы. 1920−1922 йылдарҙа — РКСМ-дың Көҙәй кантоны комитетының яуаплы секретары, 1922 йылда — ВКП(б)-ның Көҙәй кантон комитетының яуаплы секретары; ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының секретары урынбаҫары, 1925—1927 йылдарҙа — яуаплы секретары[1].
1927—1930 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында Комвузда уҡый.
1930—1937 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, ойоштороу-инструктор бүлеге мөдире, етәксе партия органдары бүлеге мөдире булып эшләй[1].
1937 йылдың 4 октябрендә, 1937 йылдың октябрендәге Башҡорт өлкә комитеты Пленумы үткән көндәрҙә, ҡулға алына. 58-7, 58-8, 58-11 статьялар буйынса ғәйепләнеп, 1938 йылдың 13 июлендә (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1938 йылдың 3 февралендә[2]) атып үлтерелә. 1956 йылдың октябрендә реабилитациялана[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 .ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)
- ↑ Сталинские списки 2018 йыл 25 март архивланған.
- ↑ Гумер Халилович Галин
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)