Әхмәров Йосоп Ғәле улы
Әхмәров Йосоп Ғәле улы(1905−1938) — Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының беренсе секретары (июнь 1936 − октябрь 1937). Сәйәси золом ҡорбаны (1938).
Әхмәров Йосоп Ғәле улы | |
Тыуған көнө | 1905 |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәров Йосоп Ғәле улы 1905 йылдың 20 октябрендә Рәсәй империяһының Ырымбур өлкәһе Силәбе өйәҙе «Андрлы» приискыһында тыуған. Милләте буйынса башҡорт. Күп балалы, ярлы ғаиләлә үҫә. Бала саҡтан уға нужа һурпаһын эсергә тура килә: аслыҡ-яланғаслыҡ, әсе йәтимлек, батраҡлыҡ. Шуға күрә Йосоп Октябрь революцияһын ысын күңелдән, ҡыуанып ҡаршы ала, ярлы һәм мохтаждар өсөн яңы тормош башланыуына ышана. Ул башланғыс мәктәбен генә тамамлай ала, әммә белемгә ынтылышы бик көслө була.
Тыңғыһыҙ, эшлекле йәш егетте бик тиҙ күреп ҡалалар. Тиҙҙән Йосоп комсомолға инә. 1925 йылда уны Таналыҡ улусы (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) комсомол комитеты секретары итеп һайлайҙар. Аҙналар буйы ул ауылдар буйлап йөрөй, яңы ячейкалар ойоштора, халыҡ менән осраша, йәштәр араһында бик күп аңлатыу эшен алып бара[1].
1926—1929 йылдарҙа социаль-иҡтисади яҡтан бик ҡатмарлы булған Йылайыр кантоны комитетына инструктор, артабан комитет секретары булып тәғәйенләнә. 1928 йылда коммунистар партияһына инә.
1929 йылда Йосоп Әхмәровты Өфөгә эшкә саҡыралар — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт һәм пропаганда бүлеге мөдире вазифаһына. Был эшендә лә ул ҙур тырышлыҡ күрһәтә. 1930—1933 йылдарҙа уны Мәскәүгә И. В. Сталин исемендәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең Коммунистик университетына уҡырға ебәрәләр. 1933—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының игенселек халыҡ комиссариаты МТС-ның комсомол буйынса начальниктың ярҙамсыһы бурыстарын башҡара. 1935 йылда уны ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетынына эшкә саҡыралар, бында ул башта эшсе йәштәре бүлеген, һуңынан етәксе комсомол органдары бүлеге мөдире булып эшләй.
1936 йылдың июнь айында Әхмәровты ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары итеп һайлайҙар. Был поста ул ВЛКСМ-дың Үҙәк комитетына эшкә алынған Шәрифә Тимерғәлина урынына килә. Ғәҙәттәгесә, Йосоп Ғәле улы яңы эшкә бөтә көсөн һалып эшләй. Бик йыш райондарҙа һәм ҡалаларҙа була, уны эшселәр коллективтарында, колхоздарҙа һәм төҙөлөштәрҙә һәйбәт беләләр[1].
1937 йылдың октябрь айында республикаға ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 3-сө ғәҙәттән тыш пленумына Үҙәк Комитеттың секретары Андрей Жданов килә. Пленум барған саҡта һәм пленумдан һуң партия һәм дәүләт етәкселәрен ҡулға ала башлайҙар. Әхмәров Й. Ғ. 1937 йылдың 16 ноябрендә ҡулға алына.
1938 йылдың 10 июлендә Өфөлә СССР-ҙың Юғары суды Хәрби коллегияһының күсмә сессияһы үткәрелә. Был көн республика тарихына «ҡанлы йәкшәмбе» булып инә. Хәрби коллегия 43 кешене үлем язаһына хөкөм итә[1].
Йосоп Әхмәров 58-2, 58-8, 58-11 иң ауыр статьялар буйынса хөкөм ителә[2]. 1938 йылдың 10 июлендә, Хәрби коллегия хөкөм сығарған көндө үк, атып үлтерелә. Атыу хәҙерге Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәйҙең Наркоконтроль идаралығы бинаһының подвалында башҡарыла (Коммунистик урамы, 29-сы йорт). Үлтерелгәндәрҙе Сергиев зыяратына алып баралар һәм алдан әҙерләп ҡуйған соҡорҙа күмәләр[1].
Әхмәров Йосоп Ғәле улы тураһында айырым мәғлүмәттәрҙе Хәтер китабында, Башҡортостан Республикаһының сәйәси репрессиялар ҡорбандары Хәтер китабында, «Сталин исемлектәре» сайтында, Үҙәк дәүләт архивында табып була.
1957 йылдың июлендә реабилитациялана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)
- База данных жертв политических репрессий в СССР. Ахмеров Юсуп Галеевич (1905) (рус.)