Бахтизин Наил Таһир улы

Бахтизин Наил Таһир улы (1944) — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1978—1981).

Бахтизин Наил Таһир улы
Тыуған көнө 1944
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Бахтизин Наил Таһир улы 1944 йылдың 4 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1969 йылда Ленинград тимер юлдары транспорты инженерҙары институтын тамамлай, һөнәре буйынса инженер-электромеханик. Иҡтисад фәндәре кандидаты[1].

Коммунистар партияһында — 1973 йылдан. 1969—1970 йылдарҙа — Дим локомотив депоһы электр хәрәкәтле составының ремонт сифаты буйынса приемщигы. 1973 йылда Өфөнөң ВЛКСМ-дың Дим район комитетының икенсе секретары итеп һайлана, шул уҡ йылдан 1975 йылға тиклем ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. 1973—1973 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Дим районы комитетының икенсе секретары, ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Совет район комитетының беренсе секретары 1975—1976 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. 19761978 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары.

1978—1981 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

1982—1989 йылдарҙа — Куйбышев тимер юлдары Башҡортостан бүлексәһендә: бүлек начальнигы, баш инженер; в 1989—1991 йылдарҙа — заместитель туризм буйынса өлкә советы рәйесе; 1991 йылдан — Тимер юлдары Башҡортостан бүлексәһе баш инженерының урынбаҫары. Республиканың нефть эшкәртеү предприятиеларынан нефть продукттарын сығарыу проблемалары буйынса тикшеренеүҙәр үткәрҙе, һөҙөмтәләре тимер юлдарҙың Башҡортостан бүлексәһе предприятиеларында индерелгән һәм тимер юлы транспорты эшендә юғары нәтижәһен күрһәтте. 35 баҫма авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Инженер академияһының мөхбир ағза — корреспонденты. Почетлы тимер юлсыһы. «Халыҡтар дуҫлығы» (1986) һәм «Почет билдәһе» (1981) ордендары менән бүләкләнгән[1]..

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә