Чиглинцев Александр Петрович

Чиглинцев Александр Петрович (19021938) — Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының беренсе секретары (19231925). Сәйәси золом ҡорбаны (1938).

Чиглинцев Александр Петрович
Тыуған көнө 1902
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Чиглинцев Александр Петрович 1902 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында тыуған.

1919 йылдан — коммунистар партияһы ағзаһы. 1919−1920 йылдарҙа — РКСМ-дың Бөрө өйәҙе комитетының рәйесе. Граждандар һуғышы осоронда 58-се дивизияһының рота политругы (май−ноябрь, 1920), артабан РКСМ-дың Бөрө өйәҙе комитетының (1920−1921), Өфө өлкә комитетының яуаплы секретары, РКСМ-дың Өфө өйәҙ комитетының яуаплы секретары булып эшләй.

1921−1923 йылдарҙа — Башҡортостандың профессиональ советында ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының вәкиле, 1923−1925 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары, 1925−1927 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының II дәрәжә 1-се мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1928−1931 йылдарҙа — Сәнәғәт-иҡтисади техникумының (Башҡорт кооператив техникумының) беренсе директоры[1]. 1935−1936 йылдарҙа — кадрҙар бүлеге мөдире, 1932−1935 йылдарҙа — Белорет ҡалаһының ВКП(б)-ның район комитетының инструкторы, 1936−1937 йылдарҙа — Һыу транспортының Ағиҙел өлкә контораһының парторгы (Кама йылға пароходлығының сәйәси бүлеге), ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының сәнәғәт бүлегенең инструкторы[2].

1938 йылда репрессиялана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә