Гәрәев Айҙар Риф улы
Гәрәев Айҙар Риф улы (1962) — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе (1994—1999).
Гәрәев Айҙар Риф улы | |
Тыуған көнө | 1962 |
---|---|
Тыуған урыны | Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәГәрәев Айҙар Риф улы 1962 йылда БАССР-ҙың Саҡмағош районы Ҡалмашбаш ауылында тыуған.
1987 йылдан — Коммунистар партияһы ағзаһы.
1986—1987 йылдарҙа Өфө районы ауыл хужалығы идаралығының инженер-зоотехнигы, Өфө район агросәнәғәт берекмәһенең өлкән инспекторы, өлкән зоотехнигы булып эшләй.
1987—1988 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Өфө район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, артабан — икенсе секретары.
1988 йылда ВЛКСМ-дың Өфө район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.
1993—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Демократик ауыл йәштәре союзының республика комитеты рәйесе.
1994 йылда — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзының республика комитетыэштәре менән идара итеүсеһе, Башҡортостан Республикаһы йәштәренең аграр союзы республика комитетының рәйесе.
1994 йылдың октябрь айынан 1999 йылдың октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе. Философия фәндәре кандидаты. «Истинность моделирования и моделей в познании» темаһы буйынса диссертация яҡлай (2002)[1]/
Артабанғы эш урындары: «АйТи» региональ бизнес-компания идаралығының директоры[2], «Корпорация развития Республики Башкортостан» ААЙ-нең генераль директоры (2011)[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гареев Айдар Рифович (рус.)
- ↑ не дань моде(недоступная ссылка)
- ↑ ОАО «КОРПОРАЦИЯ РАЗВИТИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)
- не дань моде(недоступная ссылка) (рус.)
- Гареев Айдар Рифович (рус.)
- ОАО «КОРПОРАЦИЯ РАЗВИТИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»(недоступная ссылка) (рус.)