Сафуанов Рафаэль Мәхмүт улы

Сафуанов Рафаэль Мәхмүт улы (29 сентябрь 1953 йыл) — иҡтисадсы, ғалим, юғары мәктәп уҡтыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы. Профессор. ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (19871990).

Сафуанов Рафаэль Мәхмүт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 29 сентябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Шишмә эшселәр ҡасабаһы
Һөнәр төрө иҡтисадсы, ғалим, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

БиографияһыҮҙгәртергә

Сафуанов Рафаэль Мәхмүт улы 1954 йылда БАССР-ҙың Шишмә районының Шишмә ауылында тыуған.

1976 йылда Өфө авиация институтын (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлаған.

1978 йылда коммунистар партияһына инә. 1976 йылдан 1990 йылға тиклем комсомол органдарында эшләй. 1976 йылда хеҙмәт юлын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә йыйыу цехының инженер-технолог булып башлай, артабан 1978 йылға тиклем әлеге производство берекмәһенең комсомол комитетының секретары урынбаҫары була. 1978−1979 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Калинин район комитетының беренсе секретары, 1979—1981 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының икенсе, һуңғараҡ — беренсе секретары. 1981−1987 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортстан өлкә комитетының икенсе секретары. 1987−1990 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

1990—1993 йылдарҙа КПСС-тың Үҙәк комитеты янындағы йәмәғәт фәндәре академияһы (1991 йылдан Рәсәй идара итеү академияһы) аспиранты.

1992—1996 — «Мединвест» страховкалау компанияһының генераль директоры (1994 йылда ОАО «Бастра» ААЙ итеп үҙгәртелә), Башҡортостан страховкалаусылар ассоциацияһы рәйесе[1].

1997−1998 йылдарҙа «Уралтранснефтепродукты» ААЙ-ндә генераль директорҙың иҡтисад һәм статистика буйынса урынбаҫары.

1998—2007 йылдарҙа Өфө дәүләт сервис университетында иҡтисад анализы һәм статистикаһы кафедраһы мөдире[1].

2012 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте янындағы Финанстар университетының Өфө филиалы директоры.[2].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә