Ауырғазы районы
Ауырғазы районы — Өфөнән 80 км көньяҡта, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең яҡшы үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2014 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 47,2; 1989 — 39,1; 1995 — 38,8; 2010 — 30,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 19 кеше. Күпселеге татарҙар, сыуаштар, башҡорттар. Район үҙәге — Талбаҙы ауылында — 11,6 мең кеше (1994) йәшәй.
Ауырғазы районы | |
Ауырғазы районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Атамаһы | Ауырғаҙы районы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Талбазы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы[2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] һәм YEKT |
Халыҡ һаны | 31 446 кеше (2021)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 205 метр |
Сиктәш | Ҡырмыҫҡалы районы, Ғафури районы, Стәрлетамаҡ районы, Әлшәй районы һәм Дәүләкән районы |
Майҙан | 2014 км² |
Почта индексы | 4534ХХ |
Рәсми сайт | aurgazy.bashkortostan.ru |
Урындағы телефон коды | 34745 |
Ауырғазы районы Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәЕр өҫтө формалары убалы ҡалҡыулыҡтарҙан тора, ныҡ карсланған . Климаты континенталь һәм уртаса дымлы. Район територияһы аша Өршәк һәм Ауырғазы йылғалары аға. Имән, ҡайын ҡатыш имән, йүкә һәм уҫаҡ урмандары район майҙанының 17% биләй, ҡалҡыулыҡтарҙа һирәк-һаяҡ утрау булып үҫә.
Район ерендәге тупраҡ һелтеһеҙләнгән, карбонатлы, һоро урман һәм ғәҙәти ҡара тупраҡлы.
Иҡтисады
үҙгәртергәРайонда нефть ятҡылыҡтары (Боҙаяҙ, Өршәк, Талбаҙы, Ибрай, Черниговка, Добровольный), кирбес сеймалы (Софиполь һәм Суханово), балсыҡ (Дарьино, Яңы Федоровка), ҡом (ДуБашҡортостановка, Кесе ИБашҡортостанай), гипс, эзбизташ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Түбәнге Ләкәнде), агрономик рудалар (Яңы Төрөмбәт һәм Иҫке Ҡарамалы) запасы бар. Ауырғазы районы нигеҙҙә, — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы ерҙәре (121 мең га) бөтөн Район майҙаныныңның 72% биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 103 мең га. ауыл хужалығы предприятиелары бойҙай, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт-ит малы, сусҡа, һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан.
Нефть ятҡылыҡтарын “Ишембайнефть”, “Өфөнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары үҙләштерә. Талбаҙыла ҡатнаш мал аҙығы һәм кирбес заводтары, аҙыҡ-түлек комбынаты эшләй; ауыл хужалығы техникаһы Талбаҙыла һәм Ишлелә ремонтлана.
Район територияһын төньяҡтан көньяҡҡа Өфө—Күмертау—Ырымбур тимер һәм автомобиль юлдары, Көнбайыштан көнсығышҡа Дәүләкән—Талбаҙы—Красноусол автомобиль юлы киҫеп үтә. Район эсендә Куйбышев тимер юлының Дарьино һәм Нуғаҙаҡ тимер юл станциялары урынлашҡан.
Социаль–мәҙәни өлкә
үҙгәртергәРайонда 66 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 33 урта мәктәп, Ауырғазы һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 63 клуб, 1 үҙәк район һәм 4 участка дауаханаһы, Талбаҙы ауылыда тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урыҫ, татар һәм сыуаш телдәрендә “Путь Родины” — “Ватан юлы” — “Сершыв ҫүле” район гәзиттәре сыға.
Транспорт
үҙгәртергәРайон территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы (12.05.1929—21.03.2015), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1974 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһе аппратсыһы. КПСС-тың XXIV съезы һәм СССР профсоюздарының XIV съезы делегаты, РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Салауат ҡалаһының өс саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971), СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982), СССР-ҙың санитария оборонаһы отличнигы (1983). Семёнкин ауылынан.
- Фәрит Богданов (7.10.1932—12.03.2001), драматург. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992). Солтанморат ауылынан.
- Дьяконова Мария Ивановна (14.11.1918—2.04.2005), табип, медицина эшмәкәре. 1961—1974 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы медицина хеҙмәте капитаны. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1991). Талбазы ауылынан[15].
- Зифа Нагаева (1.03.1956), йырсы, шағир, композитор, радио тапшырыуҙар алып барыусы (1996—2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), райондың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2006), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011). Иҫке Этекәй ауылынан.
- Ишемғолов Марат Баязит улы (29.08.1948—24.09.2013), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 2001—2013 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Райондың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2011). Ғүмәр ауылынан[16].
- Малахов Михаил Андреевич (20.10.1923—6.11.1988), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, айырым сапер батальонының сапер-разведчигы, гвардия ефрейторы. Дан орденының тулы кавалеры. Болотин ауылынан.
- Никитин Николай Моисеевич (19.12.1926—14.10.2008), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Мәнеү ауылынан.
- Николаев Василий Васильевич (11.02.1939—28.06.2007), ғалим-инженер‑механик, сәнәғәт эшмәкәре. 1989—2002 йылдарҙа Ленин орденлы «Оренбургазпром» берекмәһененең начальнигы һәм генераль директоры. Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы академигы (2001). Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), СССР-ҙың почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989). Ике тапҡыр Сыуашстандың Дәүләт премияһы лауреаты (2001, 2006). Почёт ордены кавалеры (1996). Райондың почётлы гражданы (2000). Сыуаш-Ҡарамалы ауылынан.
- Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы (25.7.1908—18.06.1971), инженер-электрик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958). Октябрь Революцияһы (1971), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары кавалеры. Мөҡсин ауылынан[17].
- Рәхимов Рөстәм Хәлим улы (6.10.1937) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Стәрлетамаҡтағы «Каучук» йәмғиәтенең 1983—2000 йылдарҙағы директоры һәм генераль директоры (1992). Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1999-2003). Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016). Иҫке Әпсәләм ауылынан[18].
- Семёнов Александр Сергеевич (18.09.1933), мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1976—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы 48-се һөнәри училище директоры, 1998—2000 йылдарҙа ҡаланың ветерандар Советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1996). Берёзовка ауылынан.
- Сөләймәнов Рим Солтан улы (3.01.1949), ғалим-нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1986—2012 йылдарҙа «Газпром добыча Уренгой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Рәсәйҙең Тау академияһы академигы. Техник фәндәр кандидаты (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998), СССР-ҙың газ сәнәғәте (1984) һәм Рәсәйҙең яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998). СССР-ҙың Дәүләт (1987), Ленин комсомолы премиялары (1981) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) һәм Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1996) ордендары кавалеры. Яңы Ҡарамалы ауылынан[19].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 3,0 3,1 Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Официальный сайт движения «Бесмертный полк». Дьяконова Мария Ивановна(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2018)
- ↑ Ушел из жизни глава администрации Аургазинского района Марат Ишемгулов. ИА «Башинформ», 25 сентября 2013 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2018)
- ↑ Энциклопедия Урала — Рахимов Рустам Халимович 2019 йыл 12 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сөләймәнов Рим Солтан улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2018)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ауырғазы районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2021)
- Администрация района
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.