Семёнкин (Ауырғазы районы)
Семёнкин (рус. Семёнкино, халыҡ телендәге атамаһы — Сәмән) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. Семёнкин ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 679 кеше[2]. Почта индексы — 453492, ОКАТО коды — 80205834001.
Ауыл | |
Семёнкино башҡ. Семёнкин | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Ишбулдин Илдар Абдулғәни улы |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Семёново |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453492 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 28 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 34 км
Семёнкин ауылы Ҡуғанаҡ йылғаһы ҡушылдығы Аҫау йылғаһы буйында, район үҙәге Талбазы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 28 километр һәм Стәрлетамаҡ тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3][4].
Тарихы
үҙгәртергәСемёнкин ауылына 1718 йылда Нуғай даруғаһы Бәғәнәш-Мең[5] (* башҡорт телендәге Башҡорт энциклопедияһында — Яйыҡ‑Ҫыбы-Мең улусы тип аталған[6]) улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) керҙәшлек килешеүе буйынса Семёнов исеме менән нигеҙ һала. Һуңынан 10 йылдан уларҙың ҡайһы берҙәре ер биләмәләрен башҡорттарҙан һатып алыу юлы менән үҙ милеге итеп беркеткән. Әлеге ваҡытта урындағы халыҡ ауылды Сәмән тип йөрөтә, хатта ауыл эргәһендәге юл күрһәткестәренә лә шулай тип яҙылған[7].
1766 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1756 йыл) был урынға шундай уҡ шарттар менән мишәрҙәр килеп ултырған.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса түбәндәге йәниҫәп мәғлүмәттәре билдәле: IV рәүиз ваҡытында — 116, V рәүиз ваҡытында — 144, VII рәүиз ваҡытында — 157 типтәр йәшәгән. Ауылда мишәрҙәр ҙә йәшәгән.
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1859 йылда 123 йортта 752 кеше йәшәгән. 1865 йылда 170 йортта 801 типтәр һәм мишәр йәшәгән.
Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 12 сауҙа кибете булған[8].
XIX быуат аҙағынан Семёнкин хәҙерге исемен йөрөтә.
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Семёнкин ауылында улус идараһы урынлашҡан, 2 мәсет, мәҙрәсә, 3 тимерлек, мөгәзәй теркәлгән[9].
Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[10][11].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәСемёнкин ауылында татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 2115 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1229 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1075 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 775 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 724 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 679 | 298 | 381 | 43,9 | 56,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Насирова Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы (15 сентябрь 1916 йыл — 25 апрель 1994 йыл) — актриса, Башҡорт АСРР-ының халыҡ (1974) һәм атҡаҙанған (1966) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953).
- Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы (12.05.1929—21.03.2015), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1974 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһе аппратсыһы. КПСС-тың XXIV съезы һәм СССР профсоюздарының XIV съезы делегаты, РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Салауат ҡалаһының өс саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982), СССР‑ҙың санитария оборонаһы отличнигы (1983).
- Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (20.01.1942), хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), II (1981) һәм III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), райондың почётлы гражданы (1997).
- Мәҡсүтов Зиләүер Хәйҙәр улы (18 ғинуар 1955 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2003)[12].
Урамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Ҡуғанаҡ, Аҫау
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергә- Ауырғазы районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды[14].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Село Семенкино Аургазинского района Республики Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 май 2019)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ https://www.lawmix.ru/zakonodatelstvo/1470373 Указ Президента Республики Башкортостан от 07.10.2003 № УП-598 «О награждении орденом „За заслуги перед Республикой Башкортостан“»
- ↑ Карта д. Семёнкино. Улицы
- ↑ YouTube сайтында Видео В Аургазинском районе открылся новый фельдшерско-акушерский пункт
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |