Малахов Михаил Андреевич

Малахов Михаил Андреевич (20 октябрь 1923 йыл6 ноябрь 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, айырым сапер батальонының сапер-разведчигы, гвардия ефрейторы. Дан орденының тулы кавалеры.

Малахов Михаил Андреевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Ауырғазы районы, СССР
Вафат булған көнө 6 ноябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Андреевич Малахов 1923 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[1] Болотин ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. ВКП(б) (1944 йылдан КПСС) ағзаһы. 5 класс белемле. Колхозсы.

1941 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы район хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың апреленән ҡатнаша.

1945 йылда М. А. Малахов демобилизациялана. Башҡортостанға ҡайта. Талбазы ауылында, ә унан һуң Ауырғазы районының Трудовка ауылында Киров исемендәге колхозда бригадир булып эшләй.

1988 йылдың 6 ноябрендә вафат була. Башҡортостандың Ауырғазы районы Трудовка ауылында ерләнгән[2].

Батырлығы

үҙгәртергә

1 Украина фронты 3-сө гвардия армияһы 81-се уҡсылар дивизияһы 196 айырым сапер батальонының сапер-разведчигы ефрейтор Малахов Михаил Украинаның Волынск өлкәһеЧервона ауылы янында (хәҙер Украинаның Волынск өлкәһе Гороховатский районы) 5 июнгә ҡаршы төндә дошмандың мина яланында юл һала һәм дүрт минаны юҡ итә. 1944 йылдың 12 июнендә ҡыйыу сапер дошмандың тимер сымдан ҡуйылған кәртәләрендә һалдаттар үтерлек юл аса һәм хәрби бурысты үтәүгә булышлыҡ итә.

1944 йылдың 18 июнендәге 359718-се бойороҡ буйынса «немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командование ҡуйған бурысты өлгөлө үтәгәне өсөн» ефрейтор Малахов Михаил Андреевич 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 359718).

1944 йылдың 1-5 авгусында Польшаның Якубовица ауылы янында Висла йылғаһы аша Малахов М. А дүрт станоклы пулемёт менән ҡоралланған десантты йылғаның икенсе ярына сығара. 1944 йылдың 4 авгусында ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу сапер-разведчик яралы офицерҙы ҡотҡара.

1944 йылдың 30 октябрендәге № 6119 бойороҡ буйынса «немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командование ҡуйған бурысты өлгөлө үтәгәне өсөн » ефрейтор Малахов Михаил Андреевич ефрейтор 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 21 октябрендә Гавранец тораҡ пункты районында (Чехословакия) Малахов Михаил пулемёт расчетын һәм дошман автоматсыларын юҡ итә, бының өсөн 1944 йылдың 30 ноябрендә 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1984 йылдың 16 мартында СССР Юғары Советы Президиумы указы (№ 2108) менән «немец -фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командование ҡуйған бурысты өлгөлө үтәгәне өсөн » Малахов Михаил Андреевич 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры була.

Наградалары

үҙгәртергә

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены , миҙалдар менән бүләкләнгән.

Ауырғазы районы Трудовка ауылындағы урам Дан орденының тулы кавалеры М. А. Малахов исеме менән аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.