Кинйә Арыҫланов

башҡорт старшинаһы, абыҙ, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы һәм уны Башҡортостанда ойоштороусыһы
(Арыҫланов Кинйә битенән йүнәлтелде)

Кинйә Арыҫланов — башҡорт старшинаһы, абыҙ, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы һәм уны Башҡортостанда ойоштороусыһы, Е. И. Пугачёвтың баш полковнигы.

Кинйә Арыҫланов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Бошман-Ҡыпсаҡ улусы, Арыҫлан (Танып) ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы)

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Атаһы

Арыҫлан Аҡҡолов (Арыҫлан батыр)

Балалары

Хужәхмәт (1745—1816), Рәхмәтулла (1747—1823), Сәғит (1750—1820), Һеләүһен, Сөләймән, Юлай

Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы

Биографияһы

үҙгәртергә

Фараз буйынса Кинйә Арыҫлан улы 1720-се йылдарҙа (йәки иртәрәк) Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы) Арыҫлан (Танып) ауылында тыуған. Сығышы менән Арыҫлановтар нәҫеленән. Шәжәрәһе: Бошман бей[1] → Борондоҡ бей → Һөйөндөк бей → Аҡбулат бей → Һарыбайсал тархан → Дәүләтҡол → Миңлеғол → Аҡҡош (Аҡҡол) → Арыҫлан → Кинйә[2]. Ә башҡорттарҙың ҡара ҡыпсаҡ ырыуының шәжәрәһенә ярашлы: Бабсаҡ бей → Борондоҡ бей → Һөйөндөк бей → Һарыбайсал тархан → Дәүләтҡол → Миңлеғол → Аҡҡош → Арыҫлан тархан → Кинйә абыҙ[3].

Атаһы Арыҫлан Аҡҡолов (Аҡҡошов) — батыр, тархан, Бошман-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы, 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы тоҡаныуына сәбәпсе булған Өфө чиновниктары башбаштаҡлыҡтары буйынса 1708—1722 йылдарҙа башҡа старшиналар менән бергә батша Пётр I бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә, суд процессында ҡатнашып ғәйеплеләрҙе хөкөм итеүгә ирешә[3][4].

Кинйә ихтирамлы абыҙ булған, рус, ғәрәп, фарсы, немец телдәрен белгән.

Община башҡорттары мәнфәғәтен яҡлап (йөкләмәләрҙе арттырыуға, поход старшинаһы Вәлиша Шәриповтың башбаштаҡлығына һ.б. ҡаршы) Ырымбур губернаһы һәм Өфө провинцияһы хакимиәте алдында бер нисә тапҡыр сығыш яһай. 1754 йылдың 9 июлендә Өфө провинция канцелярияһында Нуғай даруғаһының 5 улусының 147 вәкиле һәм завод хужалары И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников араһында 483 рудник аҫтына ер биреү тураһында килешеү төҙөлә, башҡорт делегацияһы составында буласаҡ ихтилал башлыҡтары Кинйә Арыҫланов, Яманһары Яппаров, Ҡотлогилде Абдрахманов, Ҡасҡын Һамаровтар ҙа була[3].

Бошман-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы итеп һайлана. Фараз буйынса 1761 йылда Санкт-Петербургта Пётр III таж кейҙереү церемонияһында ҡатнаша[3].

1763 йылда Нуғай даруғаһының 22 башҡорт тарханы һәм старшинаһы менән бергә Ырымбур губернаторы Д. В. Волковҡа Тарихи Башҡортостанда игенселекте үҫтереү буйынса тәҡдимдәр яҙа, улар араһында тимерлектәрҙе тергеҙеүгә рөхсәт биреү талп ителә, һалымдарҙың һәм йөкләмәләрҙең артыуының ауырлығы билдәләнә, провинция канцелярияларының һүлпән эшләүе тәнҡитләнә, шулай уҡ завод хужаларынан башҡорттарҙың аҫаба биләмәләрен ҡурсалау тураһында һорау күтәрелә. Был хаттар Волков тарафынан Сенатҡа ебәрелә. Сенат тик 1765 йылда яуап ебәрә, бында яңы Ырымбур губернаторы кенәз А. А. Путятинға башҡорттар араһында игенселекте үҫтереүгә булышлыҡ итергә бойора, әммә шул уҡ ваҡытта тимерлек ойошторорға ҡәтғи тыйыла, ә кәрәкле игенселек ҡоралдарын Ҡазан губернаһынан алып килергә тәҡдим ителә. Башҡорттарҙың Волковҡа яҙылған башҡа талаптары һәм һорауҙары иғтибарһыҙ ҡала[3].

Нуғай даруғаһының баш старшинаһы Әлибай Мырҙағолов һәм комиссия депутаты Туҡтамыш Ишбулатов аша 1767—1768 йылғы Уложенный комиссияһына Өфө провинцияһы башҡорттарынан наказды төҙөүҙә ҡатнаша. Башҡортарҙан сыҡҡан отставкалағы Яйыҡ казагы Иҙеркәй Баймәков менән дуҫ була.

1770 йылда Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусында Кинйә ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ ауылына) нигеҙ һала.

Кинйә абыҙ 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында

үҙгәртергә

1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, 30 сентябрҙә Ҡарғалы (Сәйет) биҫтәһенә Пугачёв ставкаһына Кинйә Арыҫлановтан туғаны Ҡотлогилде Абдрахманов етәкселегендә алты кешенән торған делегация килә. Улар Пугачёв менән осрашып уның менән бергәләшеп башҡорт халҡына мөрәжәғәтнамә яҙалар, Иҙеркәй Баймәков мөрәжәғәтнамәләрҙең береһен Кинйә Арыҫлановҡа алып бара.

1773 йылдың 5 октябрендә[5] Кинйә Арыҫланов 300 йәки 700 кешенән торған отряды менән Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә килә һәм уны обороналауҙы ойоштора. Пугачёв бөтә халыҡ — Яйыҡ казактары һәм башҡорттар алдында Кинйәгә ошолай итеп мөрәжәғәт итә: «Нимә, Кинйә, һин таныйһыңмы мине?», ул тиҙ яуап ҡайтармағас атаман осрашыу деталдәрен һанап үтә, бынан һуң Кинйә Арыҫланов артабанғыса яуап бирә: «Эйе, ғәли йәнәптәре, хәҙер хәтерләйем һәм һине таныйым». Тиҙҙән Кинйә «батша Пётр III» — Емельян Пугачёвтың Йәшерен советы составына инә, манифестар һәм указдар яҙыуҙа ҡатнаша. Башҡортостан халҡын баш күтәреүселәр отрядына мобилизациялай. Уның артынса күп кенә башҡорттар баш күтәреүселәр яғына күсә — 1773 йылдың декабрь аҙағына уларҙың иҫәбе 12 меңгә яҡын кешегә барып етә (был Төп ғәскәрҙең яртыһын тәшкил иткән), шулай итеп локаль ихтилалдан ҙур һуғышҡа әйләнеп китә. Агитация эшенә улы Һеләүһен Кинйинды һәм туғаны Ҡотлогилде Абдрахмановты йәлеп итә. Буласаҡ ихтилалдың лидерҙары Ҡасҡын Һамаров һәм Ҡаранай Моратовты Пугачёв менән таныштыра, ә Ҡәнзәфәр Усаев «полковник» булыр алдынан Кинйә Арыҫлановтың штабында писарь булып хеҙмәт итә. 1773 йылдың 17 октябрендә Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы старшинаһы Әлибай Мырҙағоловҡа, 20 октябрҙә башҡа башҡорт старшиналарына «беҙгә ирек бирәсәк батшаның» ғәскәренә ҡушылырға саҡыра. Күтәрелештә башҡорттарҙың, һәм шулай уҡ артабан татарҙарҙың, мишәрҙәрҙең типтәрҙәрҙең, сыуаштарҙың, мариларҙың, ҡалмыҡтарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың күпләп ҡатнашыуы — Кинйә Арыҫлановтың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.

Дөйөм алғанда Кинйә Арыҫланов Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Ырымбур, Ырымбур провинцияһының Татищев ҡәлғәһе һәм Һаҡмар ҡаласығы, Троицк ҡәлғәһе, Иҫәт провинцияһының Лягушино, Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт ауылдарын, Пермь провинцияһының Әшит ҡәлғәһе янындағы һуғыштарҙа, Уҫыны алыуҙа, Ҡазан янындағы алыштарҙа, Саранск, Пенза, Һарытау һ.б. ҡалаларҙы баҫып алыуҙа, Солеников ватагаһы янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1774 йылдың 22 мартында Төп ғәскәр Татищев ҡәлғәһе янында ҡыйратылғандан һуң 3 меңгә яҡын кеше йыйып уны тергеҙеүендә хәл иткес өлөш индерә (ул ваҡытта дөйөм ғәскәрҙең һаны 5 мең кеше була). 1774 йылдың 1-2 апрелендә Һаҡмар ҡаласығы янында ҡаты алыш була. Татищев һәм Һаҡмар алыштарында ихтилалсыларҙың 2895 кеше һәләк була һәм 6813 кеше әсиргә алына, һөҙөмтәлә ҡалған ғәскәрҙең яртыһын Кинйә Арыҫлановтың полкы тәшкил итә һәм Пугачёв артабанғы мәсьәләләрҙе һәм маршрутты уның кәңәше буйынса билдәләй. Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекеренсә, был ваҡиғаларҙан һуң атаман Емельян Пугачёв карателдәрҙең эҙәрлекләүенән Кинйәнең йортонда йәшенә. Тиҙҙән Кинйә Арыҫлановтың агитация эше арҡаһында ихтилалсыларҙың ғәскәре йәнә тергеҙелә башлай. Май башында Белорет заводында һәм Магнит ҡәлғәһендә булғанда, Кинйә Арыҫланов ҡаҙаҡтарҙы ихтилалға йәлеп итеү маҡсатында уларҙың хандарына һәм старшиналарына бер нисә тапҡыр илселәрҙе ебәреүҙе ойоштора. 1774 йылдың 19 майында 12 мең кешелек Төп ғәскәр Троицк ҡәлғәһенә килгәндә, ул тулыһынса тиерлек башҡорттарҙан һәм өлөшләтә завод крәҫтиәндәренән торған.

Силәбе янында еңелеүгә дусар булғас, Емельян Пугачёв Башҡортостандың төньяҡ улустары аша Ҡазанға табан йүнәлә. Кинйә Арыҫланов Уҫы даруғаһы башҡорттарын, шул иҫәптән Уложенный комиссия депутатын Туҡтамыш Ишбулатов баш күтәреүселәр яғына күсеүенә булышлыҡ итә. Ҡазан янындағы алышта ихтилалсылар еңелгәс, башҡорттар туған яҡтарына әйләнеп ҡайта, әммә Кинйә Арыҫланов Пугачёв менән бергә Царицынға табан йүнәлә һәм уның иң тоғро көрәштәше булып ҡала.

1774 йылдың 24 авгусында Солеников ватагаһы янындағы Михельсонға ҡаршы алышта Иҙеркәй Баймәков хәбәрһеҙ юғала һәм Емельян Пугачёв менән бергә Волганың һул ярына башҡорттарҙын тик Кинйә сыға. Творогов, Чумаков һәм башҡа казактар Пугачёвты тотоп властарға тапшырырға ниәтләй, әммә улар Кинйә Арыҫлановтан ҡурҡҡандар. Шулайҙа 15 сентябргә ҡарай төндә заговор ойоштороусы казактар тарафынан Емельян Пугачёв ҡулға алына һәм властарға тапшырыла, ә Кинйә Арыҫланов хәбәрһеҙ юғала. Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекере буйынса, ул Пугачёвты ҡулға алған саҡта үлтерелә, ә башҡорт халыҡ риүәйәтенә ярашлы, үҙе нигеҙ һалған Кинйәабыҙ ауылында ерләнә. Батша хөкүмәте оҙаҡ ваҡыт дауамында Кинйә Арыҫлановты эҙләүҙе дауам итә. Ҡазан йәшерен комиссияһы начальнигы генерал П. С. Потёмкин үҙенең 1774 йылдың 10 ноябрендәге императрица Екатерина II рапортында хәбәр итеүенсә, был осорҙа билдәле башҡорт баш күтәреүселәрҙең етәкселәре араһынан тик 5 кеше ҡалған — Кинйә, Салауат, Ҡаранай, Ханикей һәм Илсеғол. 1774 йылдың көҙөндә Төп ғәскәр тар-мар ителеп, Пугачёв ҡулға алынғас, Башҡортостанда йәнәһе Пугачёв Мәскәүҙе алған, ә Кинйә Арыҫланов Ырымбур губернаторы итеп тәғәйенләнгән тигән имеш-мимештәр таралған. Шулай итеп, инде тик башҡорттар тарафынан алып барылған ихтилалдың 3-сө этабында, башҡорт етәкселәре Кинйәнең оло абруйлығы менән файҙаланып баш күтәреүселәр хәрәкәтен көсәйтергә ҡарар иткәндәр.

  • Башҡортостандың Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫлaнов исеме буйынса аталған Кинйәабыҙ ауылы һәм мәмерйә бар, ул ерләнгән урын менән «Әүлиә ҡәбере» топонимы бәйле.
  • Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ ауылында Кинйә Арыҫланов музейы эшләй.
  • Мәләүез ҡалаһында 9-сы башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә.
  • Күмертау һәм Сибай ҡалаларында, Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында уның исеме менән аталған урамдар бар.
  • Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ (ерләнгән тип фараз ителгән урында) һәм Ермолаевка ауылдарында — һәйкәл, Сибай ҡалаһында барельеф ҡуйылған.
  • Башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимов өс томлыҡ «Кинйә» тарихи романын яҙған[6].
  • «Кинйә» нәфис фильмы төшөрөлгән («Башҡортостан» киностудияһы, реж. Ә. Ғ. Абдразаҡов)
  • 2023 йылда батырҙың 300 йыллыҡ юбилейна бағышлап, Кинйә Абыҙ миҙалы булдырылды. Спонсоры - ЮжУрал Ойл берекмәһе. Етәксеһе Зиннур Исхаков.

Мәҙәни саралар

үҙгәртергә
  • 1993 йылда Көйөргәҙе районы Икенсе Кинйәбыҙ ауылында батырҙың 270 йыллыҡ юбилейы ойошторола. Унда Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнаша. Кинйә Арыҫланов музейына нигеҙ һалына.
  • 2013 йылда тарихи ауыл Беренсе Кинйә ауылы урынында байрам үткәрелә. Ҡурайсылар бәйге?е ойошторола. Ғәзиз тауы башында урынлашҡан ҡурай һәйкәле төбөнә киләсәккә мөрәжәғәт яҙыла, еҙ көбгә һалып күмелә. Ул 100 йылдан һуң асылырға тейеш.
  • 2023 йылда батырҙың юбилей байрамы ике ауылда ла үткәрелә. Беренсе байрам июнь айында Беренсе Кинйәлә, сентябрь айында Икенсе Кинйәлә уҙа. Батыр образын киләсәк быуынға еткереүҙә һәм исемен мәңеләштереүгә өлөш индергән кешеләргә Кинйә Арыҫлан миҙалы тапшырыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бошман (Бачман) — Түбәнге Волгала илбаҫар-монголдарға ҡаршы көрәште ойошторған ҡыпсаҡтарҙың бейе. Бының тураһында башҡорт халыҡ риүәйәттәрендә һәм фарсы тарихсыһы Джувейниҙың әҫәрендә һүрәтләнә.
  2. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 67, 76. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Кулбахтин Н. М. Кинзя-абыз и его дети // Ватандаш. — 2005. — № 1. — С. 46—72. — ISSN 1683-3554.
  4. Арыҫланов Н. Ғ., Әсфәндиәров Ә. З. Арыҫлановтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса 9 йәки 10 октябрҙә.
  6. Кинзя (роман) // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
документтар

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  • Кинзя Арсланов и его потомки YouTube сайтында Видео