Пермь провинцияһы

Соликамск провинцияһы (1737 йылдан — Көнгөр, 1766 йылда — Пермь) — Рәсәй империяһы прoвинцияларының береһе. Үҙәге — Cоль Камская, 1737 йылдан алып — Көңгөр ҡалаһы.

Пермь провинцияһы
Нигеҙләү датаһы 29 май (9 июнь) 1719
Рәсми атамаһы Соликамская провинция, Кунгурская провинция һәм Пермская провинция
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Урыҫ дәүләте
Административ үҙәк Соликамск[d]
Административ-территориаль берәмек Себер губернаһы һәм Ҡазан губернаһы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 7 (18) ноябрь 1775
Подробная карта
 
Соликамск ҡалаһы

1719 йылдың 29 майында Себер губернаһы өс провинцияға бүленә. Соликамск провинцияһы составындағы ҡалалар[1]: Соль Камская — 12 005 ихата; Бөйөк Пермь — 1421 ихата. Тарихсы Н. Г. Устрялов фекеренсә, Бөйөк Пермь төшөнсәһе эсенә Чердынь, Сольвычегодск, Соликамск, Кайгород ҡалалары ингән[2]. Бөйөк Пермь көньяҡтан башҡорт ерҙәре менән сиктәш булған.

1710 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ревизияһы буйынса, Соликамск провинцияһында 13 400 крәҫтиән ихатаһы күрһәтелгән.

1724 йылдың 4 июнендә Көңгөр ҡалаһы Көнгөр өйәҙе менән бергә Вятка провинцияһынан Соликамск провинцияһына күсерелә[3].

1727 йылдың 29 апрелендә Вятка һәм Соликамск провинциялары Ҡазан губернаһы составына индерелә[4].

1737 йылдың 13 авгусында Пермь Провинциаль Воеводаһы Соликамск провинцияһынан Көңгөр ҡалаһына күсерелә, артабан Көңгөр ҡалаһы провинциаль ҡалаһы тип иҫәпләнә[5], ә провинцияһы Көңгөр тип йөрөтөлә башлай[6].

1766 йылғы губерниялар тасуирламаһында Көңгөр провинцияһы Пермь исеме аҫтында күрһәтелә[7].

1781 йылдың 27 ғинуарында Ҡазан губернаһы составындағы Пермь провинцияһы яңы ойошторолған Пермь наместниклығы составына индерелә[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 5. Ст. 3380
  2. Устрялов Н. Г. Именитые люди Строгановы. 2021 йыл 12 апрель архивланған. СПб.: Типография штаба военно-учебных заведений, 1842. С. 8-9. Прим. 13.
  3. Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 7. Ст. 4529
  4. Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 7. Ст. 5065
  5. Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 10. Ст. 7347
  6. Арсеньев К. Статистические очерки России. — СПб: Типография Императорской Академии наук, 1848. — С. 87.
  7. Арсеньев К. Статистические очерки России. — СПб: Типография Императорской Академии наук, 1848. — С. 96.
  8. Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 21. Ст. 15113

Уральская Историческая Энциклопедия. Пермь Великая 2020 йыл 6 июнь архивланған.
Пермский край. Энциклопедия. ПЕРМЬ ВЕЛИКАЯ В СОСТАВЕ РУССКОГО ГОСУДАРСТВА 2019 йыл 12 август архивланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Кама буйын колонизациялау
Себерҙе буйһондороу