Ҡәнзәфәр Усаев, (1738, Нуғай даруғаһы, Саҡмағош ауылы — 10 июль 1804, Балтик Порты, хәҙерге Палдиски, Эстония) — Е. И. Пугачевтың күренекле көрәштәше.

Ҡәнзәфәр Усаев
Ҡәнзәфәр Усай улы
Тыуған көнө

1738

Тыуған урыны

Саҡмағош (Башҡортостан)

Вафат булған көнө

10 июль 1804({{padleft:1804|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Вафат булған урыны

Эстония

Биографияһы

үҙгәртергә

Йәш сағы

үҙгәртергә

Тыуған ере хаҡында ике төрлө версия бар: хәҙерге Саҡмағош районы һәм Ҡырмыҫҡалы районындағы хәҙер бөтөрөлгән, Боҙаяҙ ауылы янында урынлашҡан Саҡмағош ауылы. Себер даруғаһының Ҡарыш улусы Ҡарышбаш ауылындағы Батырша мәҙрәсәһендә (Ғабдулла Галиев) уҡый (хәҙерге Башҡортостан республикаһының Балтас районы). 1757 йылдан Боҙаяҙ ауылында мулла була, 1762 йылдан — мишәр сотнигы[1].

Пугачев ихтилалында ҡатнашыуы

үҙгәртергә

1773 йылдан Крәҫтиән һуғышында (1773—1775) ҡатнаша, Кинйә Арыҫлановта писарь булып хеҙмәт итә, Ырымбур,Екатеринбург һәм Өфө янындағы алыштарҙа ҡатнаша[2]. 1773 йылда Ҡәнзәфәр Усаев старшина Йәғәфәр Ҡусюмов менән Емельян Пугачевтың ғәскәренә ҡушыла, ошо йылдың уҡ декабрендә Пугачев Ҡәнзәфәргә полковник дәрәжәһен бирә. 1774 йылдың 6 ғинуарында Ҡәнзәфәр Асыт нығытмаһын ҡамай, 9 ғинуарҙа — Кунгурҙы (хәҙер Пермь крайы). 18 ғинуарҙа уға үҙенең отряды менән Салауат Юлаев ҡушыла һәм улар берләштергән көстәр менән Кунгур ҡалаһын һөжүмләйҙәр. 1774 йылдың 3 июнендә Пугачев Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәм Салауат Юлаевҡа бригадир чинын (генерал) бирә. Усаев Пугачевҡа мажаралар эҙләүсе «цесаревич Павелдың илсеһе» — А. Т. Долгополовты алып килә.

Каторгала

үҙгәртергә

1774 йылдың 4 авгусында ҡулға алына һәм Бөгөлмә ҡалаһында торған батша армияһы полковнигы Кожинға тапшырыла. Сыбыртҡы менән язалауға, келәймә һуғыуға һәм мәңгелек һөргөнгә хөкөм ителә. Болотный майҙанында Пугачевты язалағанда хөкөм ителгәндәр араһында була[3]. 1775 йылдың 31 ғинуарында Ҡәнзәфәр Усаев Салауат һәм уның атаһы Юлай Аҙналин менән бергә Балтик портына каторгаға алып барып еткерелә (хәҙерге Эстония). 1804 йылдың 10 июлендә вафат була.

  • Саҡмағош ауылында урам
  • С. П.Злобиндың «Салауат Юлаев», В. Я. Шишковтың «Емельян Пугачев» китаптары геройы
  • Ҡәнзәфәр Усаев иҫтәлегенә Өфөлә еңел атлетика йүгереү[4]
  • Боҙаяҙ ауылында һәйкәл

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия(недоступная ссылка)
  2. Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
  3. Имамов В.Ш. Запрятанная история татар: Национально-освободительная борьба татарского народа в XVI—XVIII вв. — Набережные Челны: КАМАЗ, 1994. — С. 80.
  4. В Уфе прошел легкоатлетический пробег, посвященный Канзафару Усаеву