Кинйәабыҙ

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районындағы ауыл

Кинйәабыҙ (Кинйәбыҙ, Кинйә-Абыҙ) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл, Свобода ауыл Советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 157 кеше[3]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004.

Кинйәабыҙ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Свобода ауыл Советы һәм Башҡортостан Республикаhы
Халыҡ һаны 157 кеше (2002)[1],
182 кеше (2009)[1],
147 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453352
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
 
Кинйәабыҙ ауылы

Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 28 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Свобода): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 28 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • башҡ. Еңеүҙең 40 йыллығы (урамы) — рус.  40 лет Победы (улица)
  • башҡ. Ғ. Арыҫланов (урамы) — рус.  Г.Арсланова (улица)
  • башҡ. С. Биктимеров (урамы) — рус.  С.Биктимирова (улица)
  • башҡ. Х. Ғайсин (урамы) — рус.  Х.Гайсина (улица)[4]

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Ул Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачевтың иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе булған Кинйә Арыҫланов тарафынан 1760-сы йылдарҙа нигеҙләнгән. Ауылды төҙөү тураһында риүәйәттәр һаҡланып ҡалған. Оло Көйөргәҙе йылғаһын һыулай. Ауылдан алыҫ түгел туғайлыҡ, Көйөргәҙе йылғаһының ике яғынан — тауҙар. Былар ауылды ҡышын ыжғыр бурандарҙан ышыҡлаһа, яҙ көндәрендә мал өсөн «ҡотҡарыусы» булған. Йылҡы малы һәр саҡ тибендә йөрөй алған.

Ауыл 18321835 йылдарҙа ике өлөшкә бүленә. Халыҡ телендә Туғай Кинйәһе һәм Күзмин Кинйәһе тип йөрөтөлһә, рәсми документтарҙа 1-се һәм 2-се Кинйәбыҙ тип йөрөтөлә.

Беренсе Кинйәабыҙ 1987 йылда ғәмһеҙлек арҡаһында юҡҡа сыҡҡан[5].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Матбуғатта

үҙгәртергә
  • Беҙ — Кинйә нәҫеленән![6]
  • Музейға сәйәхәт[7]
  • Бер ауылдан ике Советтар Союзы Геройы[8]
  • Кинйә абыҙ[9]

Видеофильм

үҙгәртергә

Кинйә абыҙ музейы[[10]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 76 2022 йыл 3 апрель архивланған.
  6. [1]
  7. Юшатыр
  8. Бер ауылдан ике Советтар Союзы Геройы
  9. Кинзя-абыз. Кинзя Арсланов — батыр и предводитель. Фильм. 2007г.
  10. https://yandex.ru/video/preview/?filmId=11566344603734286986&from=tabbar&reqid=1648967234906115-944785750427524732-vla1-3402-vla-l7-balancer-8080-BAL-8743&suggest_reqid=213327812164800286672366980114776&text=Кинья-Абыз+ Музей нашего прадеда Кинйи Арыслана в родовом ауле Кинья Абыз.18 ноября 2010 года.]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә
  • Исмәғилев А. Батыр рухы ҡайтты ауылына. Көйөргәҙе районының Кинйәбыҙ ауылында. Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 285 йыл тулыуға арналған байрам үтте / Азамат Исмәғилев // Йәшлек. — 2008. — 24 июль.