Һеләүһен Кинйин
Һеләүһен Кинйин — 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.
Һеләүһен Кинйин | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
Нуғай даруғаһы, Бошман-Ҡыпсаҡ улусы |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Подданлығы | |
Биографияһы
үҙгәртергәСығышы менән Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан. Абыҙ Кинйә Арыҫлановтың улы, Арыҫлановтар нәҫеленән.
1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, шул уҡ йылдың октябрендә атаһы Кинйә Арыҫланов менән бергә ихтилалға ҡушыла, Ырымбур ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша. Ҡотлогилде Абдрахманов менән бергә Нуғай даруғаһы башҡорттары араһында ихтилал мөрәжәғәтнамәләрен таратыуҙа ҡатнаша. 1774 йылдың яҙында ихтилал яҡлы булған Нуғай даруғаһы халҡын, аҙаҡ Әй йылғаһы буйы башҡорттарын мобилизациялай[1].
Салауат Юлаев, Туҡтамыш Ишбулатов, Ҡәнзәфәр Усаев һәм башҡалар етәкселегендәге отрядтар менән бергәләп Өфөнө яулап алырға ниәтләйҙәр, әммә был ниәт тормошҡа ашырылмай ҡала. Һеләүһен Кинйин көньяҡҡа йүнәлә һәм 1774 йылдың йәйендә Ҡотлогилде Абдрахманов менән бергә Өфө провинцияһы Бөгөлсән ауылы һәм Һаҡмар ҡаласығы тирәһендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Төп ғәскәр Волга артына киткәс, 1774 йылдың ноябрендә Әлибай Мырҙағолов тарафынан Кинйә ауылында ҡулға алына һәм Ҡазан йәшерен комиссияһына, ә артабан Мәскәүгә ебәрелә. 1775 йылдың 9 апрелендә Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин менән бергә Ырымбурға килтерелә. Тикшереүсе комиссия уны ҡустыһы Сөләймән менән бутай һәм 1775 йылдың 23 апрелендә иреккә сығарыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Башҡорт яҙыусыһы, өс томлыҡ «Кинйә» тарихи романының авторы Ғәли Ибраһимовтың фаразы буйынса, Һеләүһен Кинйин иреккә сыҡҡас Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары араһында йәшәй[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Кулбахтин Н. М. Кинзя-абыз и его дети // Ватандаш. — 2005. — № 1. — С. 46—72. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кулбахтин Н. М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов. Ч.1. — Уфа, 2005.
- Кулбахтин Н. М. Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773-1775 годов. Исторические очерки. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — С. 334-340. — 536 с. — ISBN 978-5-88185-484-3.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — С. 212. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кулбахтин Н. М. Сляусин Кинзин // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Гвоздикова И. М. Сляусин Кинзин // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Гвоздикова И. М. Сляусин Кинзин // Салават Юлаев: энциклопедия / Гл.ред. И. Г. Илишев. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с. — ISBN 5-88185-054-8.