Кинйә Арыҫланов музейы
Кинйә Арыҫланов музейы — музей, муниципаль бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһе. Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ ауылында урынлашҡан[1].
Кинйә Арыҫланов музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 2001 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Кинйәабыҙ ауылы |
Бағышланған | Кинйә Арыҫланов |
Тарихы
үҙгәртергәМузей 2001 йылда ойошторола. 2006 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы була.
2006 йылда Көйөргәҙе районы муниципаль районы ҡарамағына ҡайтарыла һәм үҙ аллы юридик шәхес итеп теркәлә. Рәсми исеме — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районының Свобода ауыл Советы ауыл бермәгенең «Кинйә Арыҫланов» муниципаль бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһе.
2007 йылдың 13 июлендә музей урамында башҡорт халҡының милли батыр Кинйә Арыҫлановҡа бюст ҡуйыла (скульпторы Р. Н. Зиннуров).
Музей директорҙары
үҙгәртергә- Гүзәлиә Фәнил ҡыҙы Биктимерова
Музей фонды
үҙгәртергәМузей фондында 900‑ҙән ашыу экспонат һаҡлана, улар дүрт тематик залда урынлашҡан. Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романының беренсе һәм киләһе баҫмалары (1977, 1982, 1987; бөтәһе лә — Өфө), ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡара‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе, нумизматик коллекция бар. Шулай уҡ Кинйә Арыҫланов һәм Емельян Пугачевтың беренсе осрашыуын һүрәтләгән диарама бар. Диараманың авторы рәссам И. П. Федоров.
Беренсе зал — этнография күргәҙмәһе, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдыра.
Икенсе зал — Крәҫтиәндәр һуғышына (1773—1775) бағышланған.
Өсөнсө зал — Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына бағышланған. Көйөргәҙе районы биләмәһендә тыуған өс Советтар Союзы Геройы: Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы, Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы, Ғайсин Хәсән Назар улы тураһында стендтар бар.
Дүртенсе зал — күргәҙмә залы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кинйә Арыҫланов музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.