Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы

Ҡурсаулыҡ 2003 йылда республикабыҙҙың билдәле рәссамы, скульптор Ҡобағошов Өлфәт башланғысы менән төҙөлдө. Ҡурсауыҡ үҙ эсенә тарихи ауыл 1-се Кинйәабыҙҙың урынын, Кинйә мәмерйәһен һәм өс әүлиә ҡәбере булған зыяраттарҙы эсенә ала. Унда шулай уҡ легендар ҡойо, бошман ҡыпсаҡтарҙың изге ағасы иҫәпләнгән бер нисә быуатҡа тиң ғүмерле ҡарама ағасы ла ингән.

Ауыл тарихы үҙгәртергә

  • XVI быуат урталарында ауыл нигеҙләнә.
  • 1770 йылда урыҫ академиигы Лепехин тарафынан картала теркәлә.
  • 1775 йылдың декабрендә ауылды бөтөрөү тураһында батша фарманы сыға.
  • 1811 йылда ауыл яңынан Кинйә Абыҙ нигеҙләгән урында тергеҙелә.
  • 1831 йылда ауыл халҡы Ырымбур губернаторы Сухтелинға яңы ауыл төҙөүҙә рөхсәт һорап ғариза менән мөрәжәғәт итә.
  • 1832-35 йылдарҙа ауыл бүленеп, Тере Ҡойо-Ҡаран йылғаһы буйында Үрге Кинйә ауылы барлыҡҡа килә.
  • 1912 йылда Кәзә Ҡараны шишмәлеге янында Бөтә Рәсәй ҡурай байрамы үткәрелә.
  • 1964 йылда СССР-ҙың хөкүмәт етәксеһе Н.С. Хрущев тарафынан ауылдарҙы эреләтеү тураһында яңы программаһына ярашлы ике Кинйә ауылы ла киләсәкһеҙҙәр исемлегенә керетелә.
  • 1981 йылда ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булған, ауылды тергеҙеү тураһында, БАССР-ҙың Юғары Советы ҡарары ҡабул ителә. Ике Советтар Союзы геройы тыуған ауыл булараҡ Үрге Кинйә ауылы һайлана.
  • 1986 йылда оло тарихлы ауыл Туғай Кинйәһе юҡҡа сыға.
  • 2003 йылда ауыл булған урын тарихи- мәҙәни ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә.

Ер- һыу атамалары үҙгәртергә

Ғәзиз тауы- ҡаршылағы бейек тау. Ауылыбыҙҙың күренекле шәхесе Ғәзизйән Хәлилов ошо тау итәгенә йорт һалған.

Өскисәр туғайы- ауыл янындағы туғайлыҡ. Өс ерҙә кисеп сыҡанға күрә шулай аталған.

Ҡойоло түбә- был ҡалҡыулыҡтан шифалы шишмә ағып сыҡҡан. Хәҙер ул ҡороно.

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

  • Әүлиә кәшәнәһе. Ул район хакимиәте тарафынан эшләнде. Легендалар буйынса Кинйә Арыҫланов ауылда ерләнгән. Ошо урында рухи кәшәнә төҙөлдө.
  • Легендар ҡойо.
  • Өмөтәй шишмәһе.

Күренекле кешеләре үҙгәртергә