Мясников Иван Семёнович

Иван Семенович Мясников (яҡынса 1710 йыл — 1780 йыл) — Сембер сауҙагәре, тау заводтары хужаһы; XVIII быуаттағы Рәсәй империяһының иң бай кешеләренең береһе.

Мясников Иван Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1710
Тыуған урыны Ульяновск, Симбирский уезд[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 (19) сентябрь 1780
Вафат булған урыны Ульяновск, Симбирский уезд[d], Рәсәй империяһы
Балалары Дарья Ивановна Мясникова[d], Козицкая, Екатерина Ивановна[d], Ирина Ивановна Мясникова[d] һәм Аграфена Ивановна Мясникова[d]
Һөнәр төрө сауҙагәр

Үҙенең бажаһы Яков Борисович Твердышев һәм уның ағаһы Иван менән 15 металлургия предприятиеларына эйә була, шул иҫәптән Воскресенка (1745 йылда төҙөлгән), Преображенск (1750), Богоявленск (1752), Архангел (1753), Ҡатау-Ивановка (1754), Верхотор (1757), Усть-Ҡатау (1758), Покровка (1759), Эҫем (1761), Йүрүҙән-Ивановка (1762) һәм Белорет (1767). Был заводтарҙа алтмышынсы йылдар аҙағы — XVIII быуаттың башында Рәсәйҙең 22-23 % баҡыр һәм 12-13 % тимере иретелә. Мясниковтың туранан-тура ҡарамағында суйын иретеү һәм тимер яһау предприятиелары була. Бынан тыш, Мясников Сембер наместниклығында буҫтау фабрикаларына һәм тирмәндәргә хужа була.

Екатерина II идаралығы башында Мясниковтың йорто Семберҙә, соборҙы иҫәпкә алмағанда, берҙән-бер таш бина була, шуға күрә императрица 1767 йылғы Волга буйлап сәйәхәтендә тап уның йортонда туҡтарға мәжбүр була. Иван Мясников А. С. Пушкиндың «Пугачев тарихына» архив әҙерләмәләрендә телгә алына. Уның заводтарының ентекле тасуирламаһы академик Палластың ҡағыҙҙарында бар.

Вариҫтары үҙгәртергә

Татьяна Борисовна Твердышеваға өйләнгән була, ҡатыны ағаларының бөтә булған мөлкәтен мираҫ итеп ала. Мясниковтың дүрт ҡыҙы була, үҙ заманының иң бай кәләштәре 8 заводҡа хужа булалар. Үҙ сығыштары ябай булыуына ҡарамаҫтан, улар күп кенә билдәле урыҫ фамилияларының байлығына нигеҙ һалыусылар. Ҡыҙҙарҙың һәр береһе мираҫҡа икешәр завод һәм 19 меңешәр крепостной крәҫтиән ала, өс өлкән ҡыҙҙары старообрядсылыҡта булған.

  • Аграфена Ивановна (1738—1794 йылдан һуң), бригадир Алексей Николаевич Дурасовта кейәүҙә була. Дурасовтарҙың, шулай уҡ графтар Ф. А. Толстой һәм А. А. Закревский байып ҡала.
    • Степанида (176?—1821), граф Ф. А. Толстойҙа кейәүҙә (1758—1849).
      • Аграфена Фёдоровна (1799—1879), А. А. Закревскийҙа кейәүҙә.
    • Николай (1760—1818), армия бригадиры, Люблино усадьбаһына нигеҙ һала.
  • Ирина Ивановна (1741—1823), полковни Петр Афанасьевич Бекетовта кейәүҙә (1734—1796), Бибиковтар һәм Балашевтарҙың байлығына баш һала.
    • Екатерина Петровна (1771—1827), Сергей Сергеевичй Кушниковта кейәүҙә (1765—1839)
      • Софья Сергеевна (1807—1882), 1826 йылдан Д. Г. Бибиковта кейәүҙә
    • Елена Петровна (1779—1823), генерал А. Д. Балашовта кейәүҙә
  • Дарья Ивановна (1743—1808), Александр Ильич Пашковта кейәүҙә (1734—1809), уларҙың ейәнсәрҙәре үҙенең байлығының бер өлөшөн кенәз Долгорукий, Васильчиков һәм граф Левашовтарҙың фамилияларына бирәләр.
    • Иван Александрович (1763—1828),Евдокия Николаевна Яфимовичҡа өйләнә (1770—1838).
      • Дарья Ивановна (1790—1817), 1810 йылдан Петр Васильевич Сушковта кейәүҙә (1783—1855).
        • Евдокия Петровна (1811—1858), урыҫ шағирәһе, тәржемәсе, драматург һәмпрозаик.
      • Варвара Ивановна (1793—1816), 1812 йылдан кенәз В. П. Долгоруковта кейәүҙә
        • Пётр Владимирович (1816—1868), тарихсы һәм публицист.
    • Василий Александрович (1764—1834), графиня Екатерина Александровна Толстаяға өйләнгән (1768—1835).
      • Татьяна Васильевна (1793—1875), 1814 йылдан кенәз И. В. Васильчиковта кейәүҙә (1777—1847).
      • Евдокия Васильевна (1796—1868), 1824 йылдан граф В. В. Левашовта кейәүҙә (1783—1848).
  • Екатерина Ивановна (1746—1833), ей достался Воскресенка тау-етештереү заводына эйә була, Григорий Васильевич Козицкийҙа кейәүҙә (1724—1775).
    • Александра Григорьевна (1772—1850), француз эмигрант граф И. С. Лавалдә кейәүҙә
      • Екатерина Ивановна (1800—1854), С. Н. Трубецкойҙың ҡатыны, уның артынан Себергә китә
    • Анна Григорьевна (1773—1846), кенәз Александр Михайлович Белосельский-Белозерскийҙың икенсе ҡатыны
      • Эспер Александрович (1802—1846), генерал-майор, Невский проспектында Белосельский-Белозерскиҙың һарайын төҙөй башлай
      • Елизавета Александровна (1805—1824), хәрби министр кенәз А. И. Чернышёвтың ҡатыны.

Сығанаҡтар үҙгәртергә