Яманһары Яппаровбашҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Яманһары Яппаров
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Һун-Ҡыпсаҡ улусы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Балалары

Үҙәнбай, Кейекбай

Биографияһы

үҙгәртергә

Сығышы менән Нуғай даруғаһы Һун-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан. Һун-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы итеп һайлана[1]. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Яманһары ауылы уның исеме буйынса аталған.

1954 йылдың 9 июлендә Өфө провинция канцелярияһында Нуғай даруғаһының 5 улусының 147 вәкиле һәм завод хужалары И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников араһында 483 рудник аҫтына ер биреү тураһында килешеү төҙөлә, башҡорт делегацияһы составында буласаҡ ихтилал башлыҡтары Яманһары Яппаров, Кинйә Арыҫланов, Ҡотлогилде Абдрахманов, Ҡасҡын Һамаровтар ҙа була[2].

1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, батша хөкүмәте башҡорт старшиналарына каратель отрядын йыйырға бойора. Яманһары Яппаров үҙ улусында 500 кешенән торған каратель отрядын туплай һәм 28 сентябрҙә башҡорт каратель командалары дислокацияланған Иманғол ауылына тәүгеләрҙән булып килә. 1773 йылдың 4 октябрендә Бәрҙе ихтиласылар үҙәгенә килеп башҡорт старшиналары араһынан беренсе булып үҙенең командаһы менән ихтилалсылар яғына күсә[2]. 1773 йылдың октябренән Ырымбур ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша[3]. Кинйә Арыҫлановҡа һәм Әлибай Мырҙағоловҡа күп меңлек башҡорт полкы менән етәкселек итергә ярҙамлаша, Е. И. Пугачёв уға полковник чинын бирә[1].

1774 йылдың март аҙағында — апрель башында Төп ғәскәр Татищев ҡәлғәһе һәм Һаҡмар ҡаласығы янындағы алыштарҙа еңелгәс, беренселәрҙән булып ихтилалсылар хәрәкәтенән сыға. 300 кешенән торған команданы туплай, уға үҙенең улдарын Кейекбай һәм Үҙәнбай Яманһаровтарҙы командир итеп ҡуя һәм уны Е. И. Пугачёвты эҙәрлекләүгә йүнәлтә. Яманһары Яппаров үҙе И. Л. Тимашев етәкселегендәге хөкүмәт командаһы составына инә[1].

Хөкүмәт ғәскәрҙәренең баш командующийы генерал Ф. Ф. Щербатов хәбәр итеүе буйынса, 1774 йылдың йәйендә йәнә ихтилалсылар яғына сыға. 1774 йылдың июлендә Иманғол ауылы янында Яманһары Яппаров һәм Аҡбулат Раҡаев етәкселегендәге яҡынса 2 мең кешенән торған берләшкән отряд И. Г. Шевич командалығындағы хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алышта еңелә. Яманһары Яппаров властарға бирелә[3]. Тарихсы И. М. Гвоздиковаға ярашлы, Щербатов был осраҡта хата ебәргән, был ваҡытта Яманһары Яппаров баш күтәреүселәр яғына сыҡмаған, сөнки Һеләүһен Кинйин тарафынан әсиргә алынған булған[1].

Артабан башҡорт ауылдарында көрәште туҡтатыу өсөн агитация алып бара, башҡорттарҙан торған үҙ улусының отрядын хөкүмәт ғәскәрҙәренә ярҙамға ебәрә[3].

1774 йылдың көҙөндә 21 старшина менән бергә Ҡазан йәшерен комиссияһына килә һәм декабргә тиклем тикшереү аҫтында була. Ошо комиссия ҡарары буйынса, язаһыҙ иреккә сығарыла, уның Һун-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы вазифаһы ҡалдырыла[1].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә