Арҡауыл (Салауат районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл
(Аркаулово битенән йүнәлтелде)

Арҡауыл (рус. Аркаулово, боронғо атамаһы — Монай) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Арҡауыл ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1439 кеше булған[2]. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810001[3].

Ауыл
Арҡауыл
рус. Аркаулово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл советы

Арҡауыл ауыл Советы (Салауат районы)

Координаталар

55°23′55″ с. ш. 57°55′32″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

Мунаево

Халҡы

1439[1] кеше (2010)

Милли состав

башкиры, татары, русские.

Конфессиональ составы

ислам (суннитского толка), христианство.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34777

Почта индексы

452493

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 247 810 001

Код ОКТМО

80 647 410 101

Номер в ГКГН

0520567

Рәсми сайт

arkaul.ru

Арҡауыл (Рәсәй)
Арҡауыл
Арҡауыл
Арҡауыл (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Арҡауыл
Файл:Arkaul view.jpg
Арҡауылдың күренеше
Файл:Arkaul lpu.jpg
Арҡауыл ЛПУ-һы
Файл:Arkaul-school.jpg
Арҡауыл мәктәбе
Файл:Arkaul mescid.jpg
Арҡауыл мәсете

Географик урыны

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ауыл эргәһенән Йүрүҙән йылғаһы аға.

Юл оҙонлоғо:[4]

  • Баш ҡалабыҙ Өфөгә саҡлы: 225 км,
  • район үҙәгенә (Малаяҙға): 25 км,
  • яҡындағы тимер юл станцияһына (Кропачёво): 120 км.

Арҡауыл ауылы район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 35 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡа 64 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[5].

XVIII быуаттан Монай атамаһы менән билдәле булған Арҡауыл ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Атамаһын тәүге төпләнеүсе кеше Монай исеменән алған.

XX быуаттың башынан алып 1950‑се йылдарға тиклем икеһе ике тораҡ пункт — Арҡауыл һәм Монай тип иҫәпләнгән.

XVIIIXIX быуат йәниҫәп материалдарында Монай ауылы:

1795 йылда унда 15 хужалыҡта 101 кеше, 1834 йылда 28 хужалыҡта: 316 кеше йәшәгән. 1816 йылда 27 ғаиләнең 9-ы (33,3 проценты) күп ҡатынлы булған. 1816, 1834 йылдарҙағы йәниҫәп материалдарында ауылға нигеҙ һалыусы Монайҙың улдары һәм ейәндәре теркәлгән: 1756 йылғы Ҡолош Монаев, есаул Әсүәр (Спар, Аспар) Монаев (1769—1846, уның улдары Абдуләғзәм Бәшир), Мозафар Монаевтар. 1773 йылғы Исмәғил Монаев һәм 24 йәшлек хорунжий Мозафар Монаев[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Мырҙалар улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Арҡауыл ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Арҡауыл ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1992 Арҡауыл ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

Өфө губернаһының статистика комитеты 18951896 йылдарҙағы «Өфө губернаһы Өфө өйәҙе буйынса статистик мәғлүмәттәр йыйынтығы»нда Монай (Арҡауыл (Салауат районы)) ауылының урынлашҡан урыны һәм хужалығы тасуирланған. Ул Йүрүҙән йылғаһының уң ярында Өфө ҡалаһынан 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан тиелә. Ауыл эсендә Теҙмән йылғаһы аға. 1859 йылғы X рәүиз буйынса этник яҡтан ҡушылған был ауылда аҫаба башҡорттар күпселекте тәшил иткән: 122 хужалыҡта 231 ир-егет теркәлгән.

1842 йылда 361 башҡортҡа 91 сирек ужым һәм 421 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Шулай уҡ 4 сирек картуф сәселгән.

1865 йылда 94 йортта — 528 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

XIX быуат аҙағында өс баҫыулы сәсеү әйләнешенә күсеүсе ҡатнаш игенселек күҙәтелгән. Арыш, һоло, бойҙай, борай, арпа сәскәндәр. Ауылда өсәр сәскес, орлоҡто сорттарға айырыусы һәм һуҡҡыс булған. 216 йылҡы, 192 баш эре мөгөҙлө мал, 102 ҡуй, 60 кәзә булған.

Ағас материалдар һәм эшләнмәләр етештереү маҡсатында, сауҙагәр Лаптев һәм уның компаньондары башҡорттарҙан 6 йыл мөҙҙәт менән 15 мең дисәтинә урман участкаһын ҡуртымға алған. Килемде Тирмәнйылғала ҡоролған 3 һыу тирмәненән, Йүрүҙәнде аша сығыу ҡоролмаһынан, шулай уҡ йылына 23 һумға ҡуртымға бирелгән балыҡ тотоуҙан алғандар. Шундай уҡ килемде йылына 20 һум түләү менән 12 йылға ҡуртымға бирелгән баҙар майҙанынан да алған. Кәсепселек менән дә шөғөлләнгәндәр: халыҡтың өстән бер өлөшө, айына 6 һум аҡса эшләйем тип, яҡындағы заводтарға урман ҡырҡырға, күмер яндырырға, балта оҫталары һ. б. булып ялланғандар. Ҡыш көнө күрше ҡала һәм ауыл баҙарҙарына утын ташып һатҡандар.

Ауылда мәсет, 2 училище, һыу тирмәне, 10 сауҙа кибете эшләгән, йәрминкәләр үткәрелгән.

18771898 йылдар осоронда керҙәшлек килешеүе нигеҙендә Ҡазан губернаһынан, Пермь губернаһының Красноуфимск һәм Уҫы өйәҙҙәренән, Өфө өйәҙенән килгән урыҫ крәҫтиәндәре халыҡтың бер өлөшөн тәшкил иткән. 1898 йылда 37 йортта 202 кеше йәшәгән. 1896 йылда ла Арҡауыл Монай тип билдәләнгән.

Башҡорттарҙан ҡуртымға ер алып эшкәрткәндәр, башҡа төрлө хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгән.

1877 йылда Монайҙа рус-башҡорт мәктәбе асылған[7].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Арҡауылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, земство һәм башҡорт мәктәптәре, 3 һыу тирмәне, 2 тимерлек, шарап һәм 6 бакалея кибеттәре, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Улус идаралығы булған. Йәрминкәләр үткәрелгән (шөғөлдәр араһында урман кәсепселеге, тирмән таштары етештереү билдәләнгән. в Мунаево отмечена мечеть.

19081909 уҡыу йылында Арҡауыл христиан руханилығы мәктәбендә 13 малай һәм 9 ҡыҙ уҡыған. Яйлап ҡына мәктәптең (башланғыс, артабан совет власы осоронда — ете йыллыҡ, 1937 йылдан — урта) күптәнге һәм данлыҡлы үҙ традициялары барлыҡҡа килгән.

1919 йылдың 20 мартынан алып 1919 йылдың сентябренә тиклем АСБР составында административ үҙәге Арҡауыл ауылында урынлашҡан Дыуан кантоны булдырылған. Кантонға Златоуст өйәҙенең 10 (2-се Әйле, Балаҡатай, Үрге Ҡыйғы, Дыуан-Мәсетле, Ибрай, Ҡалмаҡҡол, Мырҙалар, Нәсибаш, Түбәнге Ҡыйғы һәм Һикеяҙ) улусы ҡараған. Төньяҡта Ҡошсо, көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Златоуст өйәҙе һәм Көҙәй кантоны, көнбайышта — Бөрө, Златоуст өйәҙҙәре һәм Көҙәй кантоны менән сиктәш булған. 1919 йылдың сентябрендә, территорияһы Дыуан-Ҡошсо кантонына индерелгән һәм Дыуан кантоны бөтөрөлгән[8].

1920 йылда Мырҙалар улусы үҙәге Арҡауылдан 1 саҡрымда ятҡан Монайҙа 228 кешеһе менән 44 хужалыҡ булған. Арҡауылда 134 хужалыҡта 710 кешенең күпселеген башҡорттар тәшкил иткән, бер нисә урыҫ та булған. Артабан ике ауыл Арҡауыл исеме менән берләшкән.

Йүрүҙән йылғаһында ташҡындар йыш булыу сәбәпле, Монай ауылы халҡы (Монай — антропоним) XX быуаттың 30-сы йылдарында Арҡауылға күсеп килгән. Монай ауылы урынында хәҙер Бишәүҙәр менән Арҡауыл араһында ятҡан ялан тора, шулай уҡ Йүрүҙән йылғаһы аша ҙур күпер һалынған[9].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Арҡауылда башҡорттар йәшәй (2002)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 938
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 845
1959 йыл 15 ғинуар 796
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1279
2002 йыл 9 октябрь 1459
2010 йыл 14 октябрь 1439 694 745 48,2 51,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Иҡтисады

үҙгәртергә

Ауылдың иҡтисади үҫешенә бюджет барлыҡҡа килтереүсе «Газпром трансгаз Уфа» ААЙ-енең Арҡауыл ЛПУМГ предприятиеһы һиҙелерлек өлөш индерә. 25 көндөҙгө карауатлыҡ участка дауаханаһы эшләй. «Салауат Юлаев» ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй. Рәсәй Почтаһы һәм Һаҡлыҡ банкы бүлексәләре бар.

Ижтимағи хәле

үҙгәртергә
  • Заманса урта мәктәп, башланғыс мәктәп, музыка мәктәбе, ауыл китапханаһы, 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы бар.
  • 2010 йылдың сентябрь аҙағында «Йүрүҙән» спорт-сәләмәтлек комплексы ҡулланыуға тапшырыла.

Мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Рәми Ғарипов музейы — шағирҙың әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, стена гәзиттәре һәм портреттары экспозицияға урынлаштырылған музей[15][16][17].
  • Мәктәптең тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы, совет власы өсөн һәләк булған партизандарҙың туғандаш ҡәберҙәре, Советтар Союзы Геройы Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы һәйкәле.
  • Йосопов Харис Монасип улы төҙөткән мәсет бар. Харис Йосопов музейы эшләй.
  • Ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа 3 км алыҫлыҡта тәбиғәт һәйкәле — Ҡыҙҙартау тауы тора[18].

Урамдары

үҙгәртергә
  • Абдрахман Ғәйфуллин урамы (рус.  Абдрахмана Гайфуллина (улица)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Рәми Ғарипов урамы — (рус.  Рами Гарипова (улица)
  • Спорт урамы (рус.  Спортивная (улица)
  • Харис Йосопов урамы (рус.  Хариса Юсупова (улица)
  • Алексей Головин урамы (рус.  Алексея Головина (улица)
  • Егор Габов урамы — (рус.  Егора Габова (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Салауат Рәхимов урамы (рус.  Салавата Рахимова (улица)
  • Фәрүх Харисов урамы (рус.  Фаруха Харисова (улица)
  • Сыңғыҙ Ханов урамы — (рус.  Чингиза Ханова (улица)
  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Еңеү урамы (рус.  Победы (улица)
  • Салауат Юлаев урамы — (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Хәйрулла Яруллин урамы — (рус.  Хайруллы Яруллина (улица)[19]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ваҡытлы матбуғатта Арҡауыл тураһында

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Арҡауыл ауылы «Госсправка» сайтында
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Арҡауыл (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Арҡауыл (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Арҡауыл (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Дыуан кантоны
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Головин, Алексей Степанович. Сайт «Герои страны»
  11. Головин, Алексей Степанович 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  12. Челябинский рабочий — Башкиры 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.
  13. Харис Батыр 2016 йыл 4 март архивланған.
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
  15. Музей Рами Гарипова
  16. В гостях у Рами. На земле Салавата 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  17. Рами Гарипова. Музей 2019 йыл 7 февраль архивланған.
  18. Кызлартау // УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия
  19. Карта д. Аркаулово. Улицы