Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы

Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы (22 ноябрь 1937 йыл) — совет һәм Рәсәй нефтсе-геологы, ғалим, топ-менеджер, журналист. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1975). Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2011)[1]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982). Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2018).

Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Арҡауыл ауылы
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]

«Башҡортостан нефте» исемле тарихи-иҡтисади йыйынтыҡтың тәүге төҙөүсеһе. Башҡортостанда нефть сығарыу тарихын өйрәнеүсе булараҡ билдәле (ҡара: Әҙәбиәт һәм библиография). Төп хеҙмәт урыны — «Башнефть» берекмәһе.

БиографияһыҮҙгәртергә

Энгель Әхмәт улы Зәйнетдинов 1937 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Маляҙ районы[2]Арҡауыл ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

Юғары белемле — Өфө нефть институтының тау-нефть факультеты «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» һөнәре буйынса 1959 йылда тамамлай.

  • Аспирантура. 1975 йылда Э. А. Зәйнетдинов, «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, диссертация яҡлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

1959 йылда «Башнефть» берекмәһенең «Башвостокнефтеразведка» тресына ҡараған Ҡалтасы быраулау контораһында быраулаусы ярҙамсыһы булып эш башлай. 1960 йылда берекмәнең норматив-тикшеренеү станцияһына эшкә күсерелә һәм бында инженерҙан етәксегә тиклем үҫешә (19651985). 1985-88 йылдарҙа Үҙәк инженер-техник хеҙмәт берекмәһендә (ЦИТС) эшләй. 1988—1992 йылдарҙа — ЦИТС-тың эштәрен ойоштороу буйынса Йәмен Халыҡ-демократик республикаһында генераль директор урынбаҫары. 1992-95 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге етәксеһе.

Фәнни эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

70-кә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән «Нефть сығарыуҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу» монографияһы авторы (1976)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

А. Э. Зәйнетдинов «Хеҙмәт ветераны», «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Лениндың йөҙ йыллығы хөрмәтенә», «СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы», СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш һәм бронза миҙалдары, шулай уҡ өс тапҡыр — Нефть сәнәғәте министрлығының һәм профсоюздар Үҙәк комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. 1982 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеменә лайыҡ була.

ҒаиләһеҮҙгәртергә

Атаһы — Әхмәт Ҡәйүм улы Зәйнетдинов, фронтовик, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы[4].

Әҙәбиәт һәм библиографияҮҙгәртергә

  • Зайнетдинов, Энгель Ахметович, Тищенко, Виктор Елисеевич. Повышение производительности труда в добыче нефти : монография. М.: Недра, 1976.208 с.: табл. Библиогр.: с. 205 (65 назв.)
  • Энгель ЗАЙНЕТДИНОВ. Эльза БАЙМУХАМЕТОВА. Буровик с душой романтика //Республика Башкортостан, 17.04.12
  • Зайнетдинов Э. Девонская нефть: 65 лет на службе родине : [Туймазин. месторождение] / Энгель Зайнетдинов // Истоки. — 2009. — 30 сент. (№ 39). — С. 3.
  • Зайнетдинов Э. У истоков башкирской нефти : ко Дню работников нефтяной и газовой пром-сти / Энгель Зайнетдинов // Истоки. — 2009. — 2 сент. (№ 35). — С. 5; 9 сент. (№ 36). — С. 12.[5]
  • Зайнетдинов Э. Слово об отце// Истоки, 07-04-2010. http://www.istoki-rb.ru/archive.php?article=559
  • Зайнетдинов Э. Наш главный праздник//Истоки, 07-09-2011. http://is.park.ru/doc.jsp?urn=49715364
  • Энгелю Ахметовичу Зайнетдинову — 70 лет! // Нефтяное хозяйство. — 2007. — N 11. — С. 144[6]
  • Ринат Файзрахманов. Разведка открыла нефтяной фонтан// газ. Восход. http://www.voshod-news.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=1366:2010-05-20-10-53-30&catid=112:-81-20052010&Itemid=17 (интервью)
  • Энгель ЗАЙНЕТДИНОВ, заслуженный экономист БАССР, академик МАНЭБ, ветеран нефтяной промышленности. Невежество пресмыкается только перед настоящим / Почему потерян интерес к истории башкирской нефти? //Республика Башкортостан, 24.05.11 http://www.agidel.ru/?param1=22875&tab=29

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә