Кропачёв (станция)

Кропачёв — Көньяҡ Урал тимер юлының Златоуст төбәге тимер юлы станцияһы, Силәбе өлкәһе Аша муниципаль районы Кропачёв ҡасабаһында урынлашҡан. Куйбышев тимер юлы станцияһы менән йәнәш станция.

Кропачёв
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кропачёво
Хужаһы Көньяҡ Урал тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1890
Киләһе туҡталыш 1779 км[d] һәм Яхино[d]
Тимер юл һыҙаты Черниковка — Кропачёво[d] һәм Кропачёво — Бердяуш[d]
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Код станции 84850
Карта
 Кропачёв Викимилектә

Станцияға 1890 йылда нигеҙ һалына. Һамар-Златоуст тимер юлын төҙөүҙә сауҙагәр, бағымсы А. П. Корпачев (1824—1906) ҡатнаша. Станция атамаһында фамилияһы бер аҙ үҙгәреш кисергән, әммә урындағы халыҡ әле лә тораҡ пунктты Корпачёв тип атай. Башҡорттар иһә Карпашау тиҙәр. Станция Һамар-Златоуст тимер юлы составына инә. 1917 йылғы революциянан һуң ул төрлө ведомстволарға буйһона: Пермь тимер юлы, Өфө тимер юлы, Октябрь Революцияһы ордены Көньяҡ-Урал тимер юлы. 1900 йылда барыһы өс юл ғына була, улаҙың да оҙонлоғо ҡыҫҡа була, әлеге өс юлға йәмғеһе 40 ике осло вагон һыйған.

Бөгөн көндә Кропачев станцияһы 1 класлы узел станцияһы булып тора. Бында 35 станция юлы урынлашҡан, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20 километрҙан ашыу. 2010 йылда Кропачев станцияһынан йөк тейәү буйынса 1898 вагон файҙаланған[1].

Алыҫ бәйләнеш поездары[2]

үҙгәртергә

2020 йылғы график буйынса станция аша киләһе алыҫ бәйләнеш поездары үтә:

Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте

үҙгәртергә

Миҙгелле поезд хәрәкәте

үҙгәртергә

Тәғәйенләнеше

үҙгәртергә

Станцияла ойошторола:

  • пассажирҙар билеттарын һатыу;
  • багажды ҡабул итеү, ҡайтарып биреү;
  • вагонлап йөктәрҙе оҙатып ебәреү/ҡайтарып биреү (асыҡ майҙансыҡтар);
  • вагонлап һәм ваҡ йөкләп оҙатып ебәреү (подъезд юлдары);
  • вагонлап йөктәрҙе оҙатып ебәреү (ябыҡ складтар);
  • ваҡ йөкләп оҙатып ебәреү/ҡайтарып биреү (асыҡ майҙансыҡтар)[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

История станции Кропачево