Ҡаймирасов Низаметдин Нәжметдин улы

Викидатала элемент тултырылмаған

Ҡаймирасов Низаметдин Нәжметдин улы (1903 йыл, Башҡорт АССР-ы, Мәсәғүт кантоны, Арҡауыл ауылы — 8 ғинуар, 1934 йыл) — Башҡорт АССР-ы финанс халыҡ комиссары (19301934).

Биографияһы

үҙгәртергә

Низаметдин Нәжметдин улы 1903 йылда тыуған. Ағаһы Ғималетдин ярҙамы менән мәктәп-интернат тамамлаған һәм Өфө эшсе факультетының йәмәғәт бүлегенә, һуңғараҡ Һарытау финанс-иҡтисади институтына уҡырға ингән. Институтты тамамланғандан һуң, 1920-се йылдар аҙағында — 1930-сы йылдар башында Өфөлә Дәүләт планында финанс хеҙмәтендә юғары вазифа башҡарған. Мәктәптә лә, институтта ла Низаметдиндың класташы, курсташы ауылдашы Риза Әбүбәкиров, КПСС-тың Башҡорт АССР-ы өлкә комитетының буласаҡ икенсе секретары, булған.

Низаметдинды 1934 йылдың 8 ғинуарында билдәһеҙ кеше атып үлтергән.

"Ағалы-энелеләр бергә һөйләшеп ултырған. Дуҫын оҙатырға сығыр алдынан Низаметдин: «Мин „Зөлхизә“ йырын өйрәндем. Хәҙер, инәйем дә, бергә йырларбыҙ», — тигән. Күп тә үтмәгән, ул килеп ингән дә, миңә аттылар, тип кенә әйтеп өлгөргән һәм ағаһының ҡулына йығылған. Низам ағайҙың балалары булмаған. Ҡатыны үҙенең тыуған яғына, Һарытауға, ҡайтып киткән

тип хәтерләй Ғималетдин ағаһының ҡыҙы Таңһылыу Ҡаймирасова[1].

1937 йылдың 17 сентябрендә «Правда» гәзитендә Л. Перевозкиндың «Башҡортостанда буржуаз милләтселәр өйөрө» тип аталған мәҡәләһе баҫыла. Унда республиканың тотош партия-хужалыҡ аппараты тиерлек «буржуаз милләтселәрҙән», «вәлидовсыларҙан» тороуы тураһында бәйән ителә. Мәҡәләлә обком ағзаһы Р. В. Әбүбәкеров тураһында ла, «милли элементтар менән ныҡ бәйләнгән», һәм «контрреволюцион дәреслектәр» нәшер итә тиелә. 1937 йылдың 3 октябрендә Риза Әбүбәкеров ҡулға алына, ә 1938 йылдың 10 июлендә атыла.

Туғандары

үҙгәртергә

Кесе туғаны Ямалетдин, Ғималетдлин ағаһы кеүек, тыуған ауылы Арҡауылда йәшәгән. Крәҫтиән хужалығы алып барған. Башҡортостанда йәшәгән Ҡаймирасовтарҙың тоҡомдары унан таралған. Ямалетдин ағай үҙе Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған[2].

Наградалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Танслу Каймирасова. Годы и дороги
  2. Танслу Каймирасова. Годы и дороги